Николай Вавилов эше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дело Николая Вавилова битенән йүнәлтелде)
Николай Вавилов эше
Рәсем
Дәүләт  СССР
 Николай Вавилов эше Викимилектә

Ҡалып:Дело

Николай Вавилов эше — донъя фәндәре тарихында уйлап сығарылған енәйәт эштәре араһында иң билдәлеләрҙең береһе (1500-се һанлы эш). СССР-ҙың Фәндәр академияһы академигы, күренекле совет биолог-ғалимы Николай Иванович Вавилов (1887—1943) уйлап сығарылған ғәйепләүҙәр нигеҙендә 1940 йылда ҡулға алына. 1941 йылда атып үлтереүгә хөкөм ителә, һуңынан үлем язаһы 20-йыллыҡ төрмә срогына алмаштырыла. 1943 йылда төрмәлә вафат була. 1955 йылда үлгәндән һуң аҡлана. Вавилов эшенә «1500-се һанлы эш» Рәсәй документаль фильмы арналған (режиссеры — Светлана Чижова).

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, инженерҙар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, аграрийҙар һәм исҡтисадсылар төркөмөн Сталиндың социаль-иҡтисади өлкәһендәге уңышһыҙлыҡтар өсөн ғәйепте «синфи дошмандарға» һәм «ҡоротҡостарға» ауҙарырға теләүе менән бәйле[1]. Шулай итеп, ОГПУ башланғысы буйынса бер нисә күрһәтмә процестар үткәрелә — «Шахта эше», «РСДРП(м)-ның Үҙәк Комитеты Союз бюроһы эше», «Промпартия Эше» һәм «Хеҙмәт крәҫтиән партияһы эше» («ТКП эше»). 1931 йылда «ТКП эше» буйынса бөтә СССР буйынса 1300-ҙән ашыу кеше ҡулға алына, улар араһында Тимирязев ауыл хужалығы академияһының, Мәскәү дәүләт университетының һәм башҡа юғары уҡыу йорттарының күренекле профессорҙары, ә шулай уҡ Наркомзем, Наркомфин етәкселәре[1].

Вавилов ҡулға алынғанға тиклем барлыҡҡа килгән документтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСФСР-ҙың НКВД (ОГПУ) органдары тарафынан Вавиловҡа ҡаршы эште фабрикациялау 1931 йылда уҡ башлана[2][3][4][5] Эш түләүле[6] НКВД шымсылары (агенттары) доностары менән тулыландырыла — ВИР интродукция бюроһы етәксеһе, ботаник А. К. Коль[7], академик И. В. Якушкин[8] һәм биология фәндәре докторы Г. Н. Шлыков[9], ҡулға алынған коллегаларының күрһәтмәләре (мәҫәлән, А. А. Яната)[10], шулай уҡ махсус хеҙмәттәр органдары тарафынан хеҙмәттәшлеккә йәлеп ителгән башҡа совет фәне эшмәкәрҙәренең хаттары йәлеп ителгән (шул иҫәптән репрессиялар ҡурҡынысы аҫтында) (мәҫәлән, профессор В. Е. Писарев)[6].

Мәҫәлән, Прокофьев һәм Миронов әҙерләгән «ОГПУ-ның В. Сталинға теркәп ебәрелгән хатында» яҙыла[11]:

Ике йөҙлөлөгөн, инаныстарын һәм ҡараштарын оҫта йәшереү ВАВИЛОВТЫҢ контр-революцион эшмәкәрлегенең төп маскировкалау ысулдары булып тора. Шулай, мәҫәлән, ВАВИЛОВ 1932 йылдың февраль айында белгес ШИМАНОВИЧКА «хәлде иҫәпкә алырға кәрәк, яраҡлашырға, ә үҙ фекерҙәреңде әйтеп бармаҫҡа» тип «йәмғиәт эше менән өҫтөн-мөҫтөн генә, тирә-яҡтағыларҙың күҙен буяу өсөн генә шөғөлләнергә» тәҡдим итте.

Ошо уҡ документта «Вавилов ойошмаһына» һәм Вавиловтың үҙенә ҡарата раҫлана:

Илдә аслыҡ тыуҙырыу маҡсатында ойошма, йәнәһе, фәнни сараларҙың бөтөн системаһы менән ысынында эҙмә-эҙлекле рәүештә бөртөклө ашлыҡ культураларын ҡыҫҡартыуға һәм мал аҙыҡтары ресурстарын кәметеүгә йүнәлтелгән эш алып бара. Бынан тыш, ВАВИЛОВ мамыҡсылыҡҡа ҡаршы көрәште ойоштора, иген экспортына, ҡоролоҡ менән көрәште өҙә, ауыл хужалығы районлаштырыуында күрәләтә яңылыш тәҡдимдәр яһай, ойошма эшен совет орлоҡсолоғон сит ил буйһоноуына йүнәлдереп, орлоҡсолоҡто юҡҡа сығара.
ВАВИЛОВ сит ил һәм аҡ эмигрант контрреволюцион төркмөдәре менән бик тығыҙ, рәсми рәүештә булмаған бәйләнештәр булдыра. ВАВИЛОВТЫҢ француз генштабына яҡын торған хәҙерге француз мәғарифы министры ДЕМОНЗИ төркөмө менән бәйләнеше айырым иғтибарға лайыҡ. ДЕМОНЗИҒА яҡын торған СССР-ҙа контрреволюцион даирәләр менән бәйле булған француз разведчигы МАЗОН 1932 йылдың көҙөндә, СССР-ҙан ҡайтҡандан һуң, Бөтә Союз сит илдәр менән мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте аша ВАВИЛОВТЫ Францияға «бер нисә лекция уҡыу өсөн» саҡырыу мәсьәләһен күтәрә.

Академия Президиумында ул штаттарҙы арттырыуҙа һәм үҙенең институтына аҡса табырға кәрәк саҡта ғына әүҙемлек күрһәтә. Ул гел Ленинградта, айына бер көнгә Мәскәүгә барып килә, уныһы ла Фәндәр академияһы эштәре менән. Уға берәй сит ил гражданын (Харландты йәки Меллерҙы) алып СССР буйлап 6 айға турнеға сығып китергә бер ниндәй контролһеҙ[12]

Вавиловтың тормош юлын (биографияһын) өйрәнеүселәр документтарҙағы раҫлауҙар ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип таба[2][5][13][14].

Бондаренко 1941 йылда атып үлтерелә; судта ул бөтә күрһәтмәләренән баш тарта, шул иҫәптән Вавиловҡа ҡаршы күрһәтмәләренән[2][15]. Бондаренконан тыш, тағы ла һигеҙ кеше, шул иҫәптән Муралов, Писарев, Паншин, Карпеченко һәм Фляксбергер «һуңынан үҙ шаһитлығынан, уйлап сығарылған булараҡ, баш тарталар»[15].

Алдан тикшереү стадияһындағы эш документтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йылда Н. И. Вавиловҡа Наркомзем тарафынан Белоруссия һәм Украинаның көнбайыш өлкөлөре буйынса фәнни комплекслы экспедицияны етәкләү йөкмәтелә. Шул уҡ йылдың 6 авгусында Вавилов Черновцы ҡалаһында экспедиция ваҡытында ҡулға алына.

Сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса[2][3][5][16] ҡулға алыу тураһындағы ҡарарҙа «Белә тороп дошман теорияларын алға һөргән Вавилов Лысенконың СССР-ҙың ауыл хужалығы өсөн хәл иткес әһәмиәте булған теорияларына һәм хеҙмәттәренә ҡаршы көрәш алып бара» тип әйтелә, әммә «Хеҙмәт крәҫтиән партияһы» тураһында телгә алынмай, Вавиловҡа уның етәксеһе булыуҙа ғәйепләү артабанғы тикшереү барышында тағыла.

Тарихсыларҙың тикшеренеүҙәренән күренеүенсә[2][3][5][17], ҡулға алыуҙың тәүге көндәрендә Вавилов уға тағылған бөтә ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға.

1940 йылдың 10 авгусында «Ҡулға алыныусы анкетаһы» төҙөлә. Был документҡа ярашлы «к-р ихтилалдарҙа һәм бандаларҙа (ҡасан һәм ҡайҙа) ҡатнашыу)» һәм «советтарға ҡаршы пратияларға һәм ойошмаларға (меньшевиктар, с-р, анархистар, троцкистар, уңдар, милләтселәр һәм башҡалар), ҡасан һәм ҡайҙа» графаларында Вавилов «юҡ» тип яуаплай[18].

1500-се һанлы эш буйынса ғәйепләнеүсе сифатында Вавиловтың тәүге допросы 1940 йылдың 12 авгусында үткәрелә, һорауҙы СССР НКВД-ының Төп иҡтисади идаралығы тикшереү бүлеге начальнигы ярҙамсыһы, өлкән лейтенант Александр Хват үткәрә. Допрос 13 сәғәт 30 минуттан 18 сәғәт 20 минутҡа тиклем бара[19].

Артабанғы допрос төндә (беренсе 20 минутта) 1940 йылдың 13 авгусында үткәрелә. Был юлы тәфтишсе А. Хват Вавиловтың Бөтә Рәсәй Үҫемлселеле институты етәксеһе булараҡ эше менән бәйле һорауҙар бирә. Тәфтишсе ғәйепләнеүсегә уның «совет власына дошмандарса ҡарашта булып, советтарға ҡаршы ойошҡан эш алып барыу маҡсатында» институт кадрҙарына «элекке контрреволюцион ҡараштағы ауыл хужалығы белгестәрен йәлеп итеүе тураһында» тикшереү органдарына билдәле, тип хәбәр итә. Вавилов әлеге ғәйепләүҙе танымай, һәм тәфтишсе һорау бирә: «ВИР хеҙмәткәрҙәре араһында НКВД органдары тарафынан ҡулға алынғандар булдымы?». Вавилов ыңғай яуап бирә һәм ҡулға алыуға дусар булған ВИР етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең фамилияларын исемләп сыға: Писарев В. Е., Соболева С. Л., Кулешов Н. Н., Таланов В. В., Постов М. Г., Левитский Г. А., Чинго-Чингас К. М., Сазанов В. И., Максимов Н. А., Лебедев А. Д., Красносельская-Максимова Т. А., Дорошенко А. В., Алексеев В. П., Аболин Р. И., Александров А. Б., Лапин А. К., Гроссман М. Ю.[20]

Артабан Вавилов ВИР хеҙмәткәре араһында НКВД тарафынан репрессияланғандар булыуында үҙенең ғәйебен таный, әммә был эштә бер ниндәй ҙә яуыз уй булманы, тип өҫтәй. Допрос сәғәт 4-се яртыла туҡтатыла һәм көндөҙ 14 сәғәт 30 минутта башланып, 17 сәғәт 40 минутта тамамлана[21].

Шул уҡ көндө, 1940 йылдың 13 авгусында, ҡулға алынған Вавилов сит илдәрҙә булған осраҡтарҙы теркәгән документҡа ҡул ҡуя, әлеге документта 1913 йылдағы Мәскәү ауыл хужалығы институтынан булған тәүге сит ил командировкаһынан башлап, ғалимдың командировкалары һәм экспедициялары исемләнгән була[22].

Икенсе көндө, 14 августа, тағы ла бер һорау үткәрелә, тәфтишсе Николай Вавиловтың атаһы менән осрашыуы тураһында һорауҙар бирә. Вавилов атаһы менән 1927 йылда Берлинда осрашыуын раҫлай[23].

1940 йылдың 16 авгусында Вавиловҡа СССР НКВД-ның Тикшереү бүлеге начальнигы дәүләт именлеге майоры Л. Л. Шварцман ҡул ҡуйған ғәйепләү ҡарары иғлан ителә. Ҡарар Вавилов «бер нисә йыл дауамында контрреволюцион ойошмаһының етәксеһе булыуы, совет власы менән көрәшеү өсөн контрреволюцион ҡарашта булған интеллигенцияны туплауы, сит ил разведкалары агенты булараҡ СССР-ҙың хужалыҡ һәм оборона ҡеүәтен ҡаҡшатыу буйынса әүҙем шпион-ҡоротҡос һәм диверсион эш алып барыуы, капитализмды тергеҙеү һәм СССР-ҙың капиталистик илдәр менән һуғышта еңелеү позицияһында тороуы тураһында етерлек дәлилдәр бар» тип белдерелә[24].

Ғәйепләү иғлан ителгәндән һуң 1940 йылдың 7 сентябренә тиклем һорау алыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Допростар 21, 22, 24, 27-28, 28-29, 30-31 августа, шулай уҡ 6- сентябрҙә үткәрелә.

Был һорау алыуҙарҙа Вавиловтың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙар ҡуйыла. Мәҫәлән, 21 августа, Вавилов үҙе булған сит илдәрҙе һанап сыға. 22 августа Вавилов тикшереү органдарын ҡыҙыҡһындырған кешеләр тураһында күрһәтмәләр бирә. Атап әйткәндә, Вавилов Шаповалов М. О., Эмме Е. К., Александров В. Г., Александров А. Б., Пангало К. И., Марголин Л. С., Муралов А. И., Мейстер Г. К., Дояренко А. Г., Тулайков Н. М., Алексеев В. П., Вакар Б. А.,Винер В. В., Лисицын П. И., Лапин А. К. кеүек кешеләр менән бәйләнештә булыуын хәбәр итә.

24 августағы допрос протоколында Вавилов үҙен « 1930 йылдан алып СССР-ҙың наркомзем системаһындағы уңдарҙың советтарға ҡаршы ойошмаһында ҡатнашыусы булыуында ғәйепле» тип таный. Ошо уҡ ваҡытта Вавилов үҙенең шпион эшенә ҡатнашлығын инҡар итә: «Шпион эшендә үҙемде ғәйепле тип танымайым», ти. Тәфтишсенең «советтарға ҡаршы эш буйынса бәйнәштәре» һорауына ҡулға алынғандың яуаптарына ярашлы элекке СССР-ҙың Игенселек наркомы Яковлев Я. А., Чернов М. А., Эйхе Р. И., нарком урынбаҫарҙары Муралов А. И, Гайстер А. И, шулай уҡ Мәскәү ауыл хужалығы академияһының юғары вазифалы хеҙмәткәрҙәре Горбунов Н. П., Вольф М. М, Тулайков Н. М., Мейстер Г. К, Марголин Л. С., Муралов А. И, И Ходоровский И. И. һәм башҡаларҙың фамилиялары индерелә.

27-28 августағы допрос барышында Вавилов ҡоротҡослоҡ менән элекке СССР-ҙың Игенселек наркомы Я. А. Яковлевтың (быға тиклем ҡулға алынған һәм атып үлтерелгән) ҡушыуы буйынса шөғәлләнеүе тураһында күрһәтмәләр бирә[25]:

Уңдарҙың советтарға ҡаршы ойошмаһына мине элекке СССР Наркомземы наркомы ЯКОВЛЕВ Яков Аркадьевич 1930 йылда йәлеп итте. Вербовка барышы туранан-тура ЯКОВЛЕВТАН, шулай уҡ уның аша ауыл хужалығы академияһының элеккевице-президенты ГАЙСТЕР Арон Израилевичтән һәм А.х. академияһының икенсе вице-президенты ВОЛЬФ Моисей Михайловичтән асыҡтан-асыҡ ҡоротҡос заданиелар алыу аша барҙы, уларҙы мин А.х. академияһында һәм Үҫемселелек институтында алып барҙым.

Николай Горбунов — Мәскәү ауыл хужалығы академияһының вице-президенты

Шулай уҡ ғалимдың «советтарға ҡаршы инаныстары» мәсьәләһе буйынса аңлатмалары бар:

Сығышым буйынса буржуаз ғаиләнән булараҡ һәм буржуаз фәнни мөхите шарттарында сит илдә уҡығанда мин ниндәйҙер дәрәжәлә буржуаз идеологияһын сағылдырыусыһы булып киттем һәм беҙҙең илдә үткәрелгән йүнәлештән — ауыл хужалығының коллективлаштырыу нигеҙендә үҫешеүе — айырмалы рәүештә индивидуаль хужалыҡтың үҫеш принцибына таянып эш иттем. Ошо булды минең ауыл хужалығының коллектив формаларына ҡаршы тороуымдың сәбәптәренең береһе һәм үҙенең практик сағылышын мин ҡатнашыусы булып торған советтарға ҡаршы ойошмала тапты.

Үрҙә күрһәтелгән кешеләр менән советтарға ҡаршы ниндәйерәк эште алып барыуы тураһында ғәйепләнеүсенең яуабы теркәлгән:

Фән ойоштороу өлкәһендә был, иң тәүге нәүбәттә, институт тармаҡтарының артыҡ ныҡ үҫешеүендә һәм үҙәкләштереүендә, шул уҡ ваҡытта өлкәләрҙә, крайҙарҙа һәм республикаларҙа тәжрибә эшен иғтибарға алмауында күренде.
Үҫемселелек өлкәһендә был ҡый үләндәре менән көрәш һәм тупраҡтың уңдырышлылығын тергеҙеү буйынса төп сара булараҡ сәсеү әйләнешен дөрөҫ үткәреүҙе иғтибарға алмауҙа, кукуруза, көнбағыш һымаҡ күп хеҙмәт талап иткән культураларҙы саманан тыш арттырыуҙа, мал аҙығы базаһын иҫәпкә алмауҙа сағылдырылды.

Әлеге допрос иң оҙайлыһы була, ул 28 августа 12 сәғәт 20 минутта башланып, 17 сәғәт 20 минутта туҡталып тора, 21 сәғәттә яңынан башлана һәм 29 августа төнгө 3 сәғәт10 минутта тамамлана.

28-29 августағы допростар протоколы ғәйепләнеүсегә алдан ҡулға алынған Г. К. Мейстерҙың (1937 йылдың 19 ноябрендәге), Н. М. Тулайковтың (1937 йылдың 31 авгусындағы), А. И. Мураловтың (1937 йылдың 7 авгусындағы) күрһәтмәләре иғлан ителә. Мейстер Г. К. , тәфтишсе раҫлауы буйынса, Вавиловтың «ТКП-ға ҡағылышы» булғанлығы тураһында билдәле булыуы тураһында күрһәтмәләр биргән. Тәфтишсе шулай уҡ Н. М. Тулайковтың күрһәтмәләрен дә уҡып ишеттерә: «Хеҙмәт крәҫтиән партияһының» 1930 йылдағы уңышһыҙлығынан һәм уның етәкселәрен ҡулға алғандан һуң «ТКП»-ның сит ил бәйләнештәре уңдар ойошмаһына күсте. Һуңынан уларҙы башлыса академик ВАВИЛОВ башҡарҙы, ул уңдар ойошмаһы составына инде һәм уның һәм «Хеҙмәт Крәҫтиән партияһы» ҡалдыҡтары араһында төп бәйләүсе звено булып торҙо. Сит ил эмигрант даирәләре менән үҙенең контрреволюцион советтарға ҡаршы эшмәкәрлеген Вавилов туранан-тура шәхсән БУХАРИН етәкселегендә алып барҙы".

30-31 августағы допрос ике тәфтишсе тарафынан алып барыла. А. Хваттан тыш, допрос протоколына СССР НКВД-һының ГЭУ тикшереү бүлегенең өлкән тәфтишсеһе, дәүләт именлеге өлкән лейтенанты С. И. Албогачиев ҡул ҡуйған (һуңынан һуғыш йылдарында, 1943 йылға тиклем — Чечен-Ингуш АССР-ының НКВД начальнигы). Был протоколға ярашлы Вавилов ошондай яуап биргән: «ойоштороу яғынан мин ТКП составына инмәнем, әммә күп кенә ҡатнашыусылары менән 1921—1929 йылдар осоронда уҡ осрашҡаным булды», шулай уҡ ул, йәнәһе, «Хеҙмәт крәҫтиән партияһы» ағзалары булған бер нисә совет ғалимдарҙың исемен атай.

Ошо уҡ документта ғәйепләнеүсе һүҙенән «уңдар ойошмаһында» ҡатнашыусылар исемлеге индерелгән: Тулайков С. М., Мейстер Г. К., Бондаренко А. С., Вольф М. М., Муралов А. И., Таланов, В. В., Писарев В. Е., Кулешов Н. Н., Сазанов В. И., Бордаков Л. П., Переверзев Н. С., Зворыкин П. П., Паншин Б. А., Артемов П. К., Соляков П. А.

Бер нисә сыҡанаҡ мәғлүмәттәренә ярашлы[2][26][27], был күрһәтмәләрҙе Вавилов уға ҡарата ҡулланылған язаларҙан һуң биргән:

Вавиловты яуап бирә алмаҫлыҡ хәлгә еткерәләр, тәфтишсе кабинетынан тере сығыу өсөн һәр кеше үҙ-үҙеңә контроллек итеү түгел, ә йоҡоһоҙ төндәрҙән, бер туҡтауһыҙ мыҫҡыллауҙарҙан һәм янауҙарҙан нимәлә булһа ла үҙ ғәйебен танырға ризалаша

Валерий Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», с. 524

6-7 сентябрҙәге допросты ике тәфтишсе алып бара. Бында ғәйепләнеүсе «уңдар ойошмаһының советтарға ҡаршы установкалар ҡуйыу маҡсатында ҡоротҡос эше» тураһында күрһәтмәләр бирә, шулай уҡ Вавилов «ҡортоҡослоҡ эшмәкәрлек» барышында ул юҡҡа сығарған әлкә тәжрибә баҫыусылыҡ станциялары исемләнә. Был допрос 1940 йылда һуңғыһы була.

1940 йылдың 11 сентябренән һуңғы документтар һәм «процессуаль ғәмәлдәр»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

11 сентябрҙә Вавилов «Үҫемлекселек Институты системаһындағы ҡоротҡослоҡ тураһында» (архивта ошо исем аҫтында һаҡлана) ҡул ҡуя. «Ҡоротҡослоҡ төрҙәре һәм формалары» араһында (документ бүлектәренең исемдәре килетерелә): «Үҙәк лабораториялар тематикаһының ауыл хужалығының кисектермәҫ социалистик реконструкциялау бурыстарынан алыҫ тороуы», «Союз тәжрибә станциялары селекция селтәрен ҡиммәт сортлы орлоҡ материалы менән тәьмин итеүҙә ҡоротҡослоҡ», «Ҡиммәтле сортлы материалды үрсетеүҙә ҡоротҡослоҡ тотҡарланыу», «Урындағы элекке совет сорттарынның селекцион һәм орлоҡсолоҡ әһәмиәтлелегендә ҡоротҡослоҡто баһалап еткермәү», «Практик селекцияның яй темптарындағы ҡоротҡослоҡ» һәм «Сорттар һәм культуралар районлаштырыу өлкәһендә ҡоротҡослоҡ».

Тәфтишсе А. Хваттың Вавиловтың ауыл хужалығы фәнен ойоштороу һәм беренсе һәм икенсе бишйыллыҡтарҙа үҫемселелек сараларын планлаштырыу эше тураһындағы запросына ВКП(б) Үҙәк Комитетының ауыл хужалығы бүлеге беренсе урынбаҫары Гриценко «Ауыл хужалығындағы ҡоротҡослоҡ йүнәлеше тураһында ВАВИЛОВ күрһәткән факттар ысынбарлыҡта булған» тип белдергән[28]

18 сентябрҙә Ленинград өлкәһе УНКВД-һы III махсус бүлегенең 6 бүлексәһе начальнигы дәүләт именлеге лейтенанты В. Погосов «Совершенно секретно» грифы аҫтында ВИР секретариатында тентеү яһау һәм бөтә материалдарҙы НКВД ГЭУ-ның тикшереү бүлеге ҡарамағына ебәреү тураһында ҡарар сығара.

21 сентябрҙә өҫтәмә тентеү барышында НКВД хеҙмәткәре Коростелин Н. И. Вавиловтың ике шәхси хатлашыу папкаһын тартып ала. 19 сентябрҙәге тентеү ваҡытында әлеге папкалар табылманы, тип протоколда теркәлгән.

1940 йылдың сентябренән алып 1941 йылдың мартына тилем допростар үткәрелмәй. Вавилов СССР НКВД-һының эске төрмәһендә тотола (1941 йылда СССР НКГБ-һы). Ошо ваҡыт эсендә «1500-се һанлы эш» тикшереү сроктарын 1941 йылдың 28 ғинуарындағы һәм 3 мартындағы оҙайтыу һәм һаҡ аҫтында тотоу тураһында ҡарарҙар менән тулыландырыла[29]

1941 йылдың июнь аҙағында тикшереү органдары Вавиловҡа ғалим булараҡ характеристика һората[2][30]. Характеристиканы Трофим Лысенко раҫлаған белгестәр эксперт комиссияһыяҙырға тейеш була. Вавиловтың биографтары фекеренсә, был комиссия Вавиловҡа объектив баһа бирә алмай, сөнкти комиссия составына ғалимдың оппоненттары ғына индерелә[2][30][31][32]. Ошо мәғлүмәт нигеҙендә, күп кенә сығанаҡтар Лысенконың Вавилов эшенә һәм уның яҙмышына туранан-тура ҡағылышы бар, тигән һығымтаға киләләр[2][30][31][32]. Атап әйткәндә, Валерий Сойфер түбәндәгесә яҙа: «Вавилов мәктәбен юҡҡа сығарыу тарихы Лысенконың СССР тормошондағы был хурлыҡлы вакиғаға ҡатнашлығы булыуында шик ҡалдырмай. Вавиловтың, Карпеченконың һәм башҡа генетиктарҙың һәм цитологтарҙың һәләк булыуында уның роле шикһеҙ…»[33].

Вавиловҡа ҡарата тикшереү 11 ай дауамында бара[34]. Н. И. Вавилов раҫлауынса, тикшереү ваҡытында уны допросҡа 400 тапҡыр саҡырталар, допростарҙың дөйөм ваҡыты 1700 сәғәт тәшкил итә[34][35]. Вавилов биографтарының күпселеге уны һорау алыу ваҡытында физик яфаларға дусар иткәндәр, тип билдәләй[34][36].

Протоколдарҙан күренеүенсә, Вавилов «Хеҙмәт крәҫтиән партияһы» етәкселәренең береһе булған тип ғәйепләнә[34], хәҙерге тарихсыларҙың күпселеге был партияның ғәмәлдә булыуын инҡар итә[2][37][38][39][40][41]. Биографтар фекере буйынса, Вавиловты ҡулға алыу өсөн уның «Хеҙмәт крәҫтиән партияһы эше» буйынса ҡулға алынғандарҙы яҡлап, үтенес хаттар яҙыуы сәбәп була[38].Тарихсыларҙың тикшереүҙәренә ярашлы, Вавилов эше буйынса бик күп уйҙырма документтар йәлеп ителгән һәм эш тулыһынса уйлап сығарылға[2][39][41][42][43].

Ғәйепләү хөкөмө һәм тикшереүҙең тамамланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың 5 июнендә СССР-ҙың дәүләт именлеге наркомы беренсе урынбаҫары, 3 ранг комиссары И. Серов тарафынан ғәйепләү хөкөмө раҫлана, уны СССР НКГБ-ның тикшереү бүлеге начальнигы урынбаҫары майор Л. Шварцман һәм СССР НКГБ-ның тикшереү бүлеге начальнигы П. Е. Владимирский ризалығынан Дәүләт именлеге өлкән лейтенанты А. Хват әҙерләгән.

Ғәйепләү ҡарары түбәндәгеләрҙе раҫлай[44]:

«Ҙур ҡоротҡос эште ВАВИЛОВ үҙе етәкселек иткән Бөтә Союз Үҫемлелек институтында үткәргән:

1. Көнбайыш Европа илдәрендә һәм Америкала һатып алынған орлоҡ материалдарҙың төрлө сорттағы орлоҡ материалдарының һәм һәм культураларының байтаҡ өлөшөнөң шытыусанлығы юғалыу кимәленә еткерелгән.
Алтын валютаға һатып алынған орлоҡтарҙың тиҫтәләгән ҡиммәтле өлгөләре үрсетеү тотҡарлығы һөҙөмтәһендә юҡҡа сығарылған.
2. СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә йыйылған мал аҙығы үләндәре буйынса бик күп сортлы материал үҙ ваҡытында үрсетелмәй һәм был эшкә ҡортокос ҡараш арҡаһында күпселек кимәлендә шытыусанлығын юғалтҡан.
3. Мамыҡ буйынса яңы ҡиммәт сортлы материал буталған, шулай уҡ Көнбайыш европанан индерелгән сортлы емеш ағастарының бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан. Европала һәм Америкала һатып алынған сәскә культуралы буйынса сортлы материал тәләфләнгән.
4. ВИР’ҙың директоры булараҡ ВАВИЛОВ 1938 йылға тиклем конкурс һынауҙарына ысынбарлыҡта ҙур практик әһәмиәтенә ҡарамаҫтан совет сорттарын иңҡар иткән.
5. ВАВИЛОВ массауи кимәлдә СССР-ҙың Европа өлөшөнөң тупрағы ҡара булмаған яғына саң тороно ауырыусан яровой бойҙайҙы, „Цезиум III сортын“ тәҡдим иткән.
6. Аңлы рәүештә Украина һәм Төньяҡ Кавказда мамыҡтың культивациялауҙы һәм Египет мамығының ҡиммәтле сорттарын Әзербайжанға һәм Урта Азияның көньяҡ райондарына ебәреүҙе тотҡарлаған.
(т. 1 л. д. 220—223; т. 2 л. д. 65-69; т. З л. д. 30, 103, 104, 105, 160, 162, 163; 180, 181, 182, 187, 188).»

Документта, Вавилов «үҙен „Хеҙмәт крәҫтиән партияһы“ к.р. ойошмаһы ҡатнашыусылары менән 1925 йылдан алып бәйләнештәрҙә булыуын таный, шулай уҡ 1930 йылдауңдарҙың советтарға ҡаршы ойошмаһында тороуын һәм СССР ауыл хужалығында ҡоротҡослоҡ эш алып барыуҙа. Шпионажда үҙен ғәйепле тип танымай» тип билдәләнә.

Документта Вавиловты дошмансылыҡ эшмәкәрлектә ғәйепләүселәр исемлеге бирелә (барыһы 40 кеше).

Вавиловҡа түбәндәге ғәйепләүҙәр тағыла:

1. 1925 йылдан алып контрреволюцион «Хеҙмәт крәҫтиән партияһы» етәкселәренең береһе була, ә 1930 йылдан — СССР-ҙың Наркомзем системаһында уңдарҙың советтарға ҡаршы ойошмаһының ҡатнашыусыһы булған.
2. Сит ил разведкалары файҙаһына шпионаж менән шөғөлләнгән һәм сит ил аҡ эмигранттары менән советтарға ҡаршы бәйләнештә булған.
3. Колхоз ҡоролошон юҡҡа сығарыуға һәм СССР-ҙа социалистик игенселекте көсһөҙләндереүгә йүнәлтелгән диверсион-ҡоротҡослоҡ эшен алып барған, йәғни РСФСР-ҙың Енәйәт Кодексының 58-1 «а» 58-7, 58 п. 9 и 59-11 статьяларына ярашлыенәйәттрәҙә ғәйепләнә

Әлеге документ 1500-се һанлы эше буйынса тикшереү тамамланыуын билдәләй һәм эш СССР-ҙың прокуратураһына йүнәлтелә.

1941 йылдың 6 июнендәге протоколда ғәйепләнеүсенең өҫтәмә мәғлүмәттәре теркәлгән[45]>: «Ғәйепләнеүсе Вавилов Н. И. тикшереү материалдары менән танышҡандан һуң, тикшереү эшенең өс томы менән танышыуы тураһында белдерә һәм Бухарин менән 1931 йылда Англияға бергә барғандан тыш бер ниндәй ҙә сәйәси бәйләнештәр һәм хатта осрашыуҙар ҙа булмауын билдәләй. Шулай уҡ ошо юҫыҡта Тулайковтың күрһәтмәләре дөрөҫ түгел. Авдулов Н. П. һәм Савичтың минең шпион эшмәкәрлегем тураһында күрһәтмәләрен кире ҡағам. Минең шпионлыҡ эшмәкәрлегемде күрһәткән И. В. Кузнецовты һәм Ушакованы бөтөнләй белмәйем.»

Суд тикшереүе (1941 йылдың 8 июле— 9 июле)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың 9 июлендә СССР-ҙың Юғары суды хәрби коллегияһында Вавиловтың эше ҡарала. Сығанаҡтар буйынса[2][46], ултырыш барлығы бер нисә минут дауам итә, судта ғәйепләнеүсе һәм өс хәрби судья ҡатнаша; шаһиттар һәм һәм яҡлаусылар булмай[2][46].

1941 йылдың 9 июлендә СССР Юғары судының хәрби коллегияһы РСФСР-ҙың Енәйәт Кодексы 58-1а, 58-7, 58-9,58-11 статьялары буйынса Вавиловты атып үлтереүгә хөкөм итә[47].

Вавилов эше хөкөм иғлан ителгәндән һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың 9 июлендә Н. И. Вавилов СССР-ҙың Юғары Советы Президиумына ярлыҡау һорап мөрәжәғәт итә[48]. 1941 йылдың 26 июлендә үтенесе кире ҡағыла[49].

1941 йылдың 15 октябрендә немец баҫҡынсыларының Мәскәүгә яҡынлашыуы сәбәпле Вавилов Һарытау ҡалаһының 1-се һанлы төрмәһенә оҙатыла, унда ул 1941 йылдың 29 октябренән 1943 йылдың 26 ғинуарына тиклем тотола[35][50]. Башта ул карцерҙа тотола, артабан уны камераға күсерәләр, бында уның менән академик И. К. Луппол һәм инженер-урман технигы И. Ф. Филатов ултыралар[36]. Николай Вавилов ике тапҡыр дауаханала аята. Төрмәләге ауыр шарттар уның һаулығын ҡаҡшата[35].

1942 йылдың 25 апрелендә Вавилов Һарытау төрмәһенән хәлен еңеләйтеү, һөнәре буйынса эш биреү һәм ғаиләһе менән аралышыу буйынса үтенес менән Л. П. Берия исеменә ғариза юллай[35] Ғаризаһында Вавилов шулай уҡ ҡәтғи рәүештә илгә хыянат итеүҙә һәм шпионажда ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға:[2][35][51][52]

Судҡа тиклем бер көн алда, миңә тәүге тапҡыр илгә хыянат итеү һәм шпионаж буйынса ғәйепләү материалдары биргән саҡта, тикшереү протоколына ҡул ҡуйғанда ла<…>, хәрби шарттар хәлендә бер нисә минут дауамында барған судта ла мин ҡәтғи рәүештә ғәйепләү тикшереү ваҡытында раҫланмаған уйҙырмаларҙа, ялған факттарҙа һәм ғәйбәттә ҡоролған, тип белдерҙем

1942 йылдың 13 июнендә СССР НКВД-һының башлығы урынбаҫары Всеволод Меркулов СССР Юғары судының хәрби коллегияһы рәйесе Василий Ульрих исеменә ғариза юллай. Ғаризала «етди оборона әһәмиәтенә» эйә эштәрҙә булған Вавиловты файҙаланып булыуын дәлилләп, уға бирелгән юғары яза хөкөмдө 20-йыллыҡ холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерында тотоу менән алмаштырыуҙы һорай[53].

1942 йылдың 23 июнендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Вавиловҡа юғары яза хөкөмөн 20-йыллыҡ холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерында тотоу менән алмаштыра[54]. Николай Вавиловтың улы — Юрий — үҙенең бер интервьюһында атаһының ярлыҡауында Берияның ролен билдәләй: «атайымды ҡулға алыу бойороғона Берия ҡул һәм шул уҡ Берия уны атып үлтереүҙән ярлыҡап ҡала». Шул уҡ интервьюла Вавилов Юрий Николаевич «Берия Мәскәүҙә саҡта уҡ атайға үҙенең кешеһен ебәрә һәм тегеһе уға һөнәре буйынса эш бирергә вәғәҙә иткән»[55].

Һарытау төрмәһендә тотолған ваҡытта Вавилов үпкә шеше һәм дизентерия менән ауырый[36][56] Ғүмеренең аҙаҡҡы йылында Н. И. Вавилов дистрофиянан яфалана. Бөтә ауырыуҙар һөҙөмтәһе булған йөрәк етешмәүсәнлегенән вафат була.

Реабилитациялау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1955 йылдың 20 авгусында СССР-ҙың Юғары суды хәрби коллегияһы үҙенең ҡарары менән 1941 йылдың 9 июлендәге суд ҡарарын юҡҡа сығара һәм Н. Вавиловҡа ҡарата эште енәйәт составы булмауы сәбәпле яба[57].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Дела «Промпартии» и «Трудовой крестьянской партии (ТКП)» (1930—1932).
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 Марк Поповский, Дело академика Вавилова, 1991.  (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2009)
  3. 3,0 3,1 3,2 Peter Pringle (2009). «The murder of Nikolai Vavilov. The story of Stalin’s persecution of one of the twentieth century’s greatest scientists», pp. 254—256, JR Books, London
  4. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 251, 255, 256, 258, ЧеРо, Москва
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Шайкин В. Г. (2006). «Николай Вавилов», c. 199, М.: Молодая гвардия — (ЖЗЛ)
  6. 6,0 6,1 B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 254, 255, 261—263, 270, 457—464, 480, 492, 521, 525, 534, ЧеРо, Москва
  7. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 255, ЧеРо, Москва
  8. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 255, 534, ЧеРо, Москва
  9. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 265, 462—464, 520—521, 556, ЧеРо, Москва
  10. В.Е. Борейко. Кто Вы, зэк Яната? (html). www.basusgroup.nnov.ru (1996). — Биографическая статья о А.А. Яната. Дата обращения: 22 октябрь 2010. Архивировано 5 апрель 2012 года. 2014 йыл 27 апрель архивланған.
  11. Сопроводительное письмо ОГПУ И. В. Сталину
  12. Письмо вице-президента ВАСХНИЛ Бондаренко и парторга ВАСХНИЛ Климова И. В. Сталину
  13. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», ЧеРо, Москва
  14. Peter Pringle (2009). «The murder of Nikolai Vavilov. The story of Stalin’s persecution of one of the twentieth century’s greatest scientists», JR Books, London
  15. 15,0 15,1 Определение № 4 н-011514/55 Военной Коллегии Верховного Суда СССР
  16. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 515, ЧеРо, Москва
  17. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 521, ЧеРо, Москва
  18. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, с.251-254
  19. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, с.255-258
  20. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, с.258-261
  21. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, с.258-261
  22. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, с.515-516
  23. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, с.263-264
  24. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, с.265.
  25. D. Rayfield. «Stalin and his hangmen». Random house, 2004 ISBN 0-375-75771-6
  26. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», с. 524, ЧеРо, Москва
  27. Peter Pringle (2009). «The murder of Nikolai Vavilov. The story of Stalin’s persecution of one of the twentieth century’s greatest scientists», p. 257, JR Books, London
  28. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, — с. 295
  29. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, — с.390-391; с.402-404
  30. 30,0 30,1 30,2 B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 533—534, ЧеРо, Москва
  31. 31,0 31,1 Peter Pringle (2009). «The murder of Nikolai Vavilov. The story of Stalin’s persecution of one of the twentieth century’s greatest scientists», pp. 264—265, JR Books, London
  32. 32,0 32,1 Zh. A. Medvedev (1969), «The rise and fall of T. D. Lysenko», pp. 71—72, Columbia University Press, New York/London
  33. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 558, ЧеРо, Москва
  34. 34,0 34,1 34,2 34,3 Архивные материалы о последних годах жизни академика Вавилова (1940—1943)
  35. 35,0 35,1 35,2 35,3 35,4 Заявление Н.Вавилова на имя Л. П. Берия от 25 апреля 1942
  36. 36,0 36,1 36,2 Шайкин В. Г. Николай Вавилов. — М.: Молодая гвардия, 2006. — 256 с.: ил. — (ЖЗЛ).
  37. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», с. 213, ЧеРо, Москва
  38. 38,0 38,1 Дела «Промпартии» И «Трудовой крестьянской партии (ТКП)» (1930—1932)
  39. 39,0 39,1 В. Д. Есаков (2008). «Николай Иванович Вавилов. Страницы биографии», c. 166, Наука, Москва.
  40. Peter Pringle (2009). «The murder of Nikolai Vavilov. The story of Stalin’s persecution of one of the twentieth century’s greatest scientists», pp. 156, 192, 259, JR Books, London
  41. 41,0 41,1 Шайкин В. Г. (2006). «Николай Вавилов», c. 197, М.: Молодая гвардия — (ЖЗЛ)
  42. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», С. 213, 264—274, 457—464, 520—532, ЧеРо, Москва
  43. Peter Pringle (2009). «The murder of Nikolai Vavilov. The story of Stalin’s persecution of one of the twentieth century’s greatest scientists», pp. 156, 192, 253, 259, JR Books, London
  44. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, с. 507—511
  45. Суд палача. Николай Вавилов в застенках НКВД. Биографический очерк. Документы. // Составители Рокитянский Я. Г., Вавилов Ю. Н., Гончаров В. А. — М.: Academia, 1999, с. 512
  46. 46,0 46,1 Peter Pringle (2009). «The murder of Nikolai Vavilov. The story of Stalin’s persecution of one of the twentieth century’s greatest scientists», p. 256, JR Books, London
  47. Детали приведены в письме заместителя генерального прокурора СССР А. Вавилова председателю КГБ при Совете Министров СССР Серову // Суд палача…: с. 122.
  48. Обращение Н.Вавилова в Президиум Верховного Совета СССР от 9 июля 1941
  49. Выписка из протокола заседания Президиума Верховного Совета СССР № 9/124сс от 26 июля 1941
  50. Выписка из журнала № 5 учета умерших заключенных тюрьмы № 1 г. Саратова
  51. B. Сойфер (2002), «Власть и наука. Разгром коммунистами генетики в СССР», c. 535, ЧеРо, Москва
  52. Peter Pringle (2009). «The murder of Nikolai Vavilov. The story of Stalin’s persecution of one of the twentieth century’s greatest scientists», p. 267, JR Books, London
  53. Ходатайство В.Меркулова на имя В.Ульриха от 13 июня 1942
  54. Выписка из протокола заседания Президиума Верховного совета СССР от 23 июня 1942
  55. Наталья Тодорова. Дело всей жизни. Более полувека собирал сын Николая Вавилова архивные материалы о своем отце.(недоступная ссылка) (Интервью с Ю. Н. Вавиловым) // Казахстанская правда, 20.10.2006
  56. Из акта судебно-медицинского вскрытия Вавилова Николая Ивановича
  57. «XX съезд и советская наука: пряник и кнут» Владимир Эленбоген bbcrussian.com  (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2009)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]