Дельменхорст
Дельменхорст (нем. Delmenhorst, т.-нем. Demost) — Германияла, Түбәнге Саксония ерендәге ҡала.
Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Халҡы 73,9 мең кеше тәшкил итә (2013 йылда) һәм ҙурлығы буйынса Түбәнге Саксонияла 10-сы була.
- 62,36 км². майҙанды биләй.
- Рәсми коды — 01 03 4 000.
- Бремендан көнбайышта һәм Ольденбургтан 35 км көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1247 йыл — Дельма йылғаһы буйында ҙур булмаған нығытманан йырын менән ҡәлғә барлыҡҡа килә.
1254 йыл — Дельменхорст исеме тәүге тапҡыр яңғырай.
1371 йыл — Дельменхорст ҡала тип аталыу хоҡуғын ала, әммә тағы ла күп кенә йылдар сиратлап ҡалаларҙан, ул ваҡытта Ольденбург һәм ru:Бремен герцоглыҡтарынан бәйле була.
1690 йыл — Дельменхорст үҙ йәрминкәһен булдырыу хоҡуғына эйә була.
1832 йыл — беренсе һәр аҙналыҡ «Delmenhorster Kreisblatt» гәзите бөгөнгө көнгә тиклем сығарыла.
Дельменхорст, пробка һәм тәмәке индустрияһы ( 1850 йылдан) һәм Бремен-Ольденбург тимер юл участкаһын асыу ( 1867 йылда) арҡаһында XIX быуат аҙағына Везер-Эмс төбәгендә иң эре сәнәғәт ҡалаһы була. Һуңыраҡ бында шулай уҡ һинд сүсе, йөн һәм линолеум етештерелә.
1903 йыл — Дельменхорст бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өлгәшә һәм үҙенең ратушаһы хоҡуғына эйә була, ул 1910 йылдан 1914 йылға тиклем төҙөлә.
2000 йыл — ҡала интернациональ 2000 Expo күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ратуша һәм һыу ҡыуҙырыу башняһы
- Graftanlagen — нығытма ҡалдыҡтары, соҡор.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XIX быуатта индустриалләштереүгә тиклем Дельменхорст халҡы 1937 (1816 йыл) кеше тәшкил иткән һәм 1900 йылға 16 579 кешегә тиклем артҡан. Халыҡтың артыуының икенсе тулҡыны Икенсе донъя һуғышы тамамланыу менән башлана, мәҫәлән, 1950 йылда 57 273 кеше иҫәпләнә. 2010 йылда дөйөм халыҡ һаны 77 174 кеше тәшкил итә, шуларҙың 39 258 ҡатын-ҡыҙ (50,9 %) һәм сит ил кешеләре 5906 (7,7 %). 2009 йылда Дельменхорст ҡалаһындағы 219 кеше Рәсәй Федерацияһы Гражданлығына эйә булған.
|
Сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
44 ағзанан торған ҡала советы, һәм обер- бургомистр 5 йыллыҡ срокҡа һайлана. Киләһе һайлауҙар 2011 йылдың сентябрендә үтә
Туғандаш ҡалалар:
Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дельменхорст аша федераль автобандар — А1/А28 һәм E37/E22 үтә
Дельменхорст Бремен аэропортынан 14 км алыҫлыҡта ята һәм Hauptbahnhof Delmenhorst тимер юлы вокзалы бар.
Дельменхорст юғары кимәлдә моторлаштырылған — 1000 кешегә 674 автомобиль (Германияла моторлаштырылыу урта кимәлдә 550/1000 кешегә, ә Рәсәйҙә 207/1000 кешегә тәшкил итә).
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
-
Баҡыр гравюра
-
Һыу ҡыуҙырыу башняһы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ https://www.nst.de/%C3%9Cber-uns/Mitglieder/index.php?ModID=9&object=tx%7c2606.2&FID=2606.161.1&NavID=2606.10&La=1
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ https://www.delmenhorst.de/leben/stadt/partnerstaedte/kolding.php
- ↑ https://www.kolding.dk/om-kommunen/internationalt-samarbejde/
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсми бите
- Веб-Камералар(недоступная ссылка)