Демидова Наталья Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Демидова Наталья Фёдоровна
рус. Наталья Фёдоровна Демидова
Файл:Наталья Фёдоровна Демидова.jpeg
Тыуған көнө

27 октябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

РСФСР, Орёл губернаһы, Ливенск өйәҙе, Яңы Посёлок ауылы

Вафат көнө

20 ғинуар 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (94 йәш)

Ғилми даирәһе

Рәсәй тарихы

Эшләгән урыны

Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы

Альма-матер

Мәскәү тарихи-архив институты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре докторы

Ғилми етәксеһе

Н. В. Устюгов

Демидова Наталья Фёдоровна (27 октябрь 1920 йыл, Яңы Посёлок ауылы, Орёл губернаһы[1]20 ғинуар 2015 йыл, Мәскәү) — тарихсы, архивсы;1946—1964 һәм 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы, 1964 йылдан Дәүләт тарих музейы, 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш институты, 1976—1992 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1990). «Өфө буйынса ер бүлеп биреү кенәгәһе (1591/92—1629 йй.», 1971; «Башҡортостан тарихы буйынса материалдар» (3–6-сы томдар, 1949—2002) йыйынтыҡтарын баҫмаға әҙерләүсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ната́лья Фёдоровна Деми́дова 1920 йылдың 27 октябрендә ауыл уҡытыусылары ғаиләһендә тыуған. 1942 йылда Мәскәү тарихи-архив институтын тамамлай (фәнни етәксеһе — Н. В. Устюгов).

1946—1964 йылдарҙа Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1964—1967 йылдарҙа Дәүләт тарих музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1967—1976 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Алыҫ Көнсығыш институтында эшләй, 1972 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.

1976—1992 йылдарҙ СССР Фәндәр академияһы (Рәсәй Фәндәр академияһы) Рәсәй тарихы институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1993—1998 йылдарҙа Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1955 йылда «1735—1736 йй. башҡорт ихтилалы» («Башкирское восстание 1735—1736 гг.») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1988 йылда «XVII быуатта Рәсәйҙә хеҙмәтсе бюрократияһы һәм уның абсолютизмдың формалашыуында роле» («Служилая бюрократия в России XVII в. и её роль в формировании абсолютизма») темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

«Өфө буйынса ер бүлеп биреү кенәгәһе (1591/92—1629 йй.)» [1971; «Отводная книга по Уфе (1591/92—1629 гг.)»], «Башҡортостан тарихы буйынса материалдар» (3-6, 1949—2002) йыйынтыҡтарын баҫмаға әҙерләй. 150‑нән ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Демидова Н. Ф. Башкирское восстание 1735—1736 гг. : Автореферат дис. … канд. ист. наук. — М., 1956. — 16 с.
  • Демидова Н. Ф. Социально-экономические отношения в Башкирии в первой четверти XVIII в. //Материалы научной сессии, посвящённой 400-летию присоединения Башкирии к Русскому государству. — Уфа, 1958.
  • Демидова Н. Ф. Управление Башкирией в первой трети XYIII в. // Исторические записки. — 1961. — Т. 87.
  • Демидова Н. Ф. Печать Салавата Юлаева // Вопросы архивоведения. — 1961. — № 2.
  • Демидова Н. Ф. Землевладение и землепользование в Уфимском уезде XVI—XVIII. // Ежегодник по аграрной истории : 1962. — Минск, 1964.
  • Демидова Н. Ф. Землевладение и землепользование в Уфимском уезде XVI—XVIII вв. //Ежегодник по аграрной истории Восточной Европы 1962. — Минск, 1964.
  • Демидова Н. Ф. Первые русские дипломаты в Китае : («Роспись» И. Петлина и статейный список Ф. И. Байкова). — М.: Наука, 1966. — 159 с.
  • Демидова Н. Ф. Отражение политики русского правительства в Башкирии в гербах и печатях её городов // Южно-уральский археографический сборник. — Уфа, 1973. — Вып.1.
  • История Уфы. — Уфа, 1981 (авторҙаш)
  • Демидова Н. Ф. Служилая бюрократия в России XVII в. и её роль в формировании абсолютизма / Отв. ред. А. А. Преображенский. — М. : Наука, 1987. — 228 с.
  • Демидова Н. Ф. Служилая бюрократия в России XVII в. и её роль в формировании абсолютизма : Автореф. дис. … д-ра ист. наук. — М., 1988. — 44 с.
  • Демидова Н. Ф. Служилая бюрократия в России XVII века (1625—1700) : биографический справочник. — М.: Памятники исторической мысли, 2011. — 719 с.
  • Демидова Н. Ф. Экономические и социальные отношения в Башкирии в первой половине XVIII века / Под ред. Н. В. Устюгова. — М.; Л. : Изд-во Акад. наук СССР, 1949. — 692 с. — (Материалы по истории Башкирской АССР ; Т. 3)
  • Демидова Н. Ф., Морозова Л. Е., Преображенский А. А. Первые Романовы на российском престоле. — М. : Изд. центр ИРИ, 1996. — 218 с.
    • Преображенский А. А., Морозова Л. Е., Демидова Н. Ф. Первые Романовы на Российском престоле. — М. : Рус. слово, 2000. — 455 с.
    • Преображенский А. А., Морозова Л. Е., Демидова Н. Ф. Первые Романовы на российском престоле. — 3-е изд. — М.: Русское слово, 2011. — 455 с. — (История в лицах).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙерге Орёл өлкәһе Должанск районы.
  2. Памяти Н. Ф. Демидовой. Институт российской истории РАН. Дата обращения: 30 ғинуар 2015.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Буканова Р. Г., Хамадеева Э. Ф. Н. Ф. Демидова — исследователь истории города Уфы // Теория и практика общественного развития. — 2014. — № 9.
  • Памяти Н. Ф. Демидовой (1920—2015) // Российская история. — 2015. — № 4. — С. 199—201.
  • Акишин М. О. Традиции историко-архивной школы и научного наследия Н. Ф. Демидовой // Отечественные архивы. — 2016. — № 3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]