Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәҙерге музей бинаһы

Дерби музейы һәм сәнғәт галере́яһы (ингл. Derby Museum and Art Gallery) Дерби Централь (Үҙәк) китапханаһы менән бергә 1879 йылда ойошторолған. Яңы бинаһы Ричард Нил Фриман (ингл. Richard Knill Freeman) тарафынан төҙөлгән, уны Дерби ҡалаһына Майкл Томас Басс (ингл. Michael Thomas Bass Jr.) биргән. Музей коллекцияһында Джозеф Райттың бик күп һүрәт бар, шулай уҡ Royal Crown Derby һәм бер нисә башҡа заводта эшләнгән фарфор коллекцияһы бар. Бынан тыш, музейҙа археология, тәбиғәт тарихы, геология һәм хәрби коллекциялары бар.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дерби музейы китапхпнаһы бинаһы (хәҙерге Дерби ҡалаһының Централь Китапханаһы

1836 йылдың 10 Февраль (Шаҡай) көнөндә Дерби Ҡалаһы һәм Графлығы Музейы (ингл. Derby Town and County Museum) һәм Тәбиғәт Тарихы Йәмғиәте (ингл. Natural History Society) эшләй башланы. Музей коллекцияһы өсөн доктор Форрестер, Дерби ҡалаһы Фәлсәфә Йәмғиәте башҡарыусыһы, күп нәмә биргән. Тәбиғәт тарихы йәмғиәтенең беренсе башҡарыусыһы – сэр Джордж Крю (ингл. Sir George Crewe). Шулай уҡ, ойошма эшендә Уильям Кавендиш, 6-сы Девоншир Герцогы ҡатнашҡан. Полковник Джордж Гоулер (ингл. George Gawler) музейға минерал коллекцияһын һәм экзотик ҡош толоптарын биргән. Шулай уҡ күренекле натуралист Джозеф Страттың шәхси коллекциянан бер нисә экспонат музейға инә. Музейҙың беренсе күргәҙмәһе Механика Институтында булған.

1840 йылда музей Виктория урамында урынлашҡан яңы бинаһында эшләй башлай. 1856 йылда музей экспонаттары һаны артҡас, уларҙы Уильям Манди (ингл. William Mundy) ҡалаға һатырға тәҡдим итә. Инициативаһы хупланмаған [1]

1857 йылда Льюэллин Джюитт (ингл. Llewellin Jewitt) Тәбиғәт тарихы йәмғиәте сәркәтибе булараҡ эшләй башланы. Ошо ваҡытта музейҙа шәмбе һайын экскурсиялар үткәрелә башлай.

1858 йылда Тәбиғәт тарихы йәмғиәте Фәлсәфә йәмғиәте менән берләштерелә [1]. Һөҙөмтәһендә элекке Фәлсәфә Йәмғиәтенең китап коллекцияһы Дерби музейы китапханаһына инә башлай. 1863 йылдан 1875 йылғаса эшләгән беренсе китапхана кураторы – Александр Кроаль (ингл. Alexander Croall), күренекле ботаник; һуңыраҡ ул Шотландия музейҙарында эшләгән.

1870 йылдан Дерби ҡалаһы һәм графлығы музейы Дерби Корпорацияһына инә башлай. Ошо ваҡытта коллекция күрһәтеү өсөн урын табыу менән ауырлыҡтар килеп сыҡҡан. Экспонаттар 3 йыл осорона һаҡлағысҡа ҡуйыла. 1879 йылдың 28 Июнь (Һатай) көнөндә музей яңынан асыла[1].

1936 йылда Альфред Гуди (ингл. Alfred E. Goodey) шәхси һүрәт коллекцияһын музейға бирә. 1945 йылда үлеменән һуң, васыяты буйынса "төкәтмәне булдырыу өсөн" 13 мең фунт стерлинг музейға бирелә. Төкәтмә булдырыуы 1964 йылда тамамланған, хәҙерге ваҡытта музейҙың төп бинаһы ул.

Рәссамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джозеф Райт әҫәрҙәре коллекцияһынан тыш, музейҙа башҡа рәссамдар әҫәрҙәре лә бар: Уильям Фредерик Остин (ингл. William Frederick Austin), Эрнест Кларк (ингл. Ernest E. Clark), Һарольд Грэсли (ингл. Harold Gresley), Альфред Джон Кин (ингл. Alfred John Keene), Джордж Бейли (ингл. George Bailey), Уильям Эдвин Мосли (ингл. William Edwin Mosley), Дэвид Пэйн (ингл. David Payne), (ингл. George Turner), Уильям Вуд ингл. William Wood, Эрнест Таунсенд (ингл. Ernest Townsend), Джордж Фрэнсис Ярнелл (ингл. George Francis Yarnell), Самюэль һәм Луиза Рэйнерҙар (ингл. Samuel Rayner, Louise Rayner).

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың Февраль (Шаҡай) айында Музейҙар, Китапханалар һәм Архивтар Советы (ингл. Museums, Libraries and Archives Council) тигән ойошма "милләт өсөн ҡиммәтле Джозеф Райт әҫәрҙәре коллекцияһы өсөн" Дерби музейына бүләк бирә.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылда Дерби ҡалаһы Советы Джозеф Райт рәссамы әҫәрҙәре ҡаланын рәсми "бренды" була тип ҡарар сығара. Шул ваҡытта музей башҡарыусылары "музей тураһында күберәк мәғлүмәт биреү мөмкинселеге өсөн" Википедия менән бергә эшләсәк, тип хәбәр итә[2]. 2011 йылдың 2 Май (Һабанай) көнөндә Википедияла Дерби музейы тураһында мәҡәлә яҙыу конкурсы башланды.

Быны ла ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Newsletter of the Geological Curators Club 2011 йыл 16 июль архивланған. Vol 1, No. 8, 1976. Retrieved 26 February 2011.
  2. Green, Kirsty. City curators unveil hidden treasures to website Wikipedia (15 January 2011). 23 ғинуар 2011 тикшерелгән.