Даниель Дефо
Даниель Дефо | |
Тыуған көнө: |
яҡынса 1660 йыл |
---|---|
Вафат булған көнө: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Йүнәлеше: |
мажаралы әҙәбиәт, памфлеттар, публицистика |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
инглиз |
Даниель Дефо (ингл. Daniel Defoe; 1660 йыл тирәһе, Криплгейт районы, Лондон — 1731 йылдың 24 апреле, Сприндфел районы, Лондон) — инглиз яҙыусыһы һәм публицист. Күп йылдар дауамында инглиз разведкаһын һәм контрразведкаһын етәкләй. Башлыса "Робинзон Крузо"ның авторы булараҡ билдәле. Дефо роман жанрының Бөйөк Британияла киң танылыуына булышлыҡ итә, ә ҡайһы берәүҙәр уны инглиз романына нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип атай. Дефо — төрлө яҡлы һәм емешле ижад иткән яҙыусы. Ул төрлө темаға (сәйәсәт, иҡтисад, енәйәтселек, дин, никах, психология, ғәжәйеп хәлдәр һ.б.) 500-ҙән ашыу китап, памфлет һәм журналдар яҙған. Ул шулай уҡ иҡтисади журналистикаға нигеҙ һалыусы булған. Мәҡәләләрендә буржуаз аҡыл, дин иркен таныу, һүҙ азатлығы яҡлы сығыш яһай.
Робинзон Крузо тураһындағы романдың рус телле уҡыусыға бик билдәле булмаған дауамында Дефо уның Бөйөк Тартариялағы һәм унда урынлашҡан Ҡытай һәм Рәсәй империяларындағы мажараларын тасуирлай.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даниель Дефо ит һатыусы пресвитериан Джеймс Фо (1630—1712) ғаиләһендә донъяға килә, дини белем ала һәм пастор булырға әҙерләнә, ләкин сиркәү карьераһынан баш тартырға мәжбүр була. Сауҙа эше менән шөғөлләнә. 1681 йылдан дини тематикаға шиғырҙар яҙа башлай.
Герцог Монмуттың Яков II Стюартҡа ҡаршы ихтилалында һәм 1685 йылдың 6 июлендә ихтилалсылар еңелеүгә дусар булған Седжмур янындағы һуғышта ҡатнаша.
Ньингтон академияһын тамамлай, унда грек, латин телдәрен. классик әҙәбиәтте өйрәнә. Күмәртәләп ойоҡ менән сауҙа итеүсегә һатыусы булып эшкә урынлаша. Сауҙа эштәре буйынса Испанияла, Францияла, Португалияла булырға тура килә, унда Дефо Европа тормошо менән таныша, телдәр буйынса белемен камиллаштыра. Дини белем ала.
Һуңғараҡ Дефо үҙе ойоҡ етештереү предприятиеһы хужаһы, шунан ҙур кирбес-черепица заводының идара итеүсеһе, аҙаҡ хужаһы була, ләкин бөлә. Ғөмүмән, эшҡыуар булараҡ, Дефо, ул ваҡытта күптәргә хас булғанса, авантюраларға әүәҫлек иткән. Үҙ заманының иң актив сәйәсмәндәренең береһе лә була. Һәләтле публицист, памфлетист һәм нәшерсе, рәсми рәүештә дәүләт вазифаһын биләмәһә лә (Британияның разведка хеҙмәттәрен етәкләй), бер заман ул королгә һәм хөкүмәткә ҙур йоғонтоға эйә була. 1697 йылда «Проекттар хаҡында тәжрибә» әҫәрен яҙа, унда сәйәси һәм иҡтисади реформалар тәҡдим итә. «Диссиденттарҙы язалауҙың иң ҡыҫҡа ысулы» памфлеты өсөн төрмәгә һәм хурлыҡ бағанаһына хөкөм ителә, әммә "Хурлыҡ бағанаһына гимн"ы баҫылып сыҡҡас, яза урынына триумф була: Лондон кешеләре уға таш урынына сәскә ырғыта.
1719 йылда Дефоның иң билдәле әҫәре «Робинзон Крузоның тормошо һәм ғәжәйеп мажаралары» китабы сыға һәм авторға иҫ киткес танылыу килтерә. Шул уҡ йылда Дефо "Робинзон Крузоның артабанғы мажаралары"н, киләһе йыл уның хаҡында тағы бер китап яҙа, әммә беренсе әҫәрҙең уңышын ҡабатлай алмай.
Даниель Дефо 1731 йылдың 24 апрелендә Лондонда вафат була.
«Робинзон Крузо»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]59 йәшендә (1719 йыл) Даниэль Дефо үҙенең ижад ғүмерендәге беренсе һәм иң яҡшы романын баҫтырып сығара — «Йорк диңгеҙсеһе Робинзон Крузоның үҙе тарафынан һөйләнгән тормошо һәм сәйер, ғәжәйеп мажаралары» (ҡыҫҡаса — «Робинзон Крузо»).
Романды әҙип ысынбарлыҡта булған хәлгә нигеҙләнеп яҙа: 1704 йылда шотланд диңгеҙсеһе Александр Селькирк капитан менән ыҙғыша һәм әҙ генә аҙыҡ-түлек һәм ҡорал алып таныш булмаған ярҙа төшөп ҡала. Аҙаҡтан беленеүенсә, ул Тымыҡ океандағы Хуан Фернандес утрауы булып сыға, Селькирк шунда дүрт йылдан ашыу яңғыҙ тормош алып бара, һуңынан уны Вудс Роджерс командалыҡ иткән карап ҡотҡара.
Әммә Селькирк утрауҙа ҡырағайға әйләнеп бөтә, ә Робинзон Крузо рухи яңырыу кисерә. Варварлыҡтан (һунар һәм аҙыҡ йыйыусылыҡтан) ул цивилизацияға күсә (игенселек, малсылыҡ, һунар, ҡол биләүселек).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://www.world-shake.ru/ru/Encyclopaedia/3695.html
http://www.wisdoms.ru/avt/b76.html 2016 йыл 19 ноябрь архивланған.