Джессика Харрисон
Джессика Харрисон | |
франц. Jessica Harrison | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 27 октябрь 1977 (45 йәш) |
Тыуған урыны | Шеффилд[d], Южный Йоркшир[d], Йоркшир и Хамбер[d], Англия, Бөйөк Британия |
Сожитель | Кароль Пеон[1] |
Һөнәр төрө | триатлет |
Спорт командаһы ағзаһы | Poissy Triathlon[d] |
Сексуаль йүнәлеш | лесбиянство[d][1][2] |
Спорт төрө | триатлон[d] |
Ҡатнашыусы | Летние Олимпийские игры 2008[d] һәм Олимпиада уйындары 2012 |
![]() |
Джессика Харрисон (ингл. Jessica Harrison; 27 октябрь 1977, Шеффилд, Йоркшир һәм Хамбер) — инглиз сығышлы француз триатлонисы, триатлон буйынса күп тапҡыр Франция чемпионы. Ике олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Джессика Харриссон 5 йәшендә йөҙөү менән шөғөлләнә башлай. Бынан тыш ул атаһы менән тау велосипедында шыуа, был һөҙөмтәлә уны 11 йәшендә триатлонға алып килә[3]
Профессиональ карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Джессика Франция йыйылма командаһына индерелә, уның менән Стефани Диназ-Гро күнекмәләр үткәрә. 2008 йылдың Йәйге олимпия уйындарында Пекинда Джессика 12-се урынды биләй, ә дүрт йылдан һуң Лондон уйындары ҡатнашыусыһы була[4].
Харрисон һәм Пеон Кароль олимпия дистанцияһында 2009 Франция чемпионы титулына төп дәғүә итеүселәр була[5]. Шул саҡта Пеон Харрисондан һуң икенсе урын алып, титул яулай, ә Харрисон әле гражданлыҡ алмаған була[6] . Был юлы спортсылар шул уҡ тәртиптә финишҡа килә, ә Харрисон беренсе титулды яулай.
Джессика Харрисон Лондонда Донъя кубогында этапта 32-се урын алғандан һуң 36 йәшендә үҙ карьераһын тамамлай[7].
Франция олимпия комитетында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Профессиональ спорт карьераһы менән бер рәттән Джессика Халыҡ-ара триатлон федерацияһының һәм Европа триатлон федерацияһының вәкиле булып тора. Ул Францияның Олимпия комитеты ҡарамағындағы юғары кимәлдәге спортсыларҙың Милли комитеты, шулай уҡ FFTri Милли спорт комиссияһы ағзаһы булып тора[8].
Ул 2018 йылдың апрель айынан Мартен Фуркад рәйеслеге аҫтында ун һигеҙ кешенән торған спортсылар комиссияһына инә. Улар 2024 йылда буласаҡ Олимпия һәм Паралимпия уйындарына әҙерлек өҫтөндә эшләй[9].
Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Джессика Харрисон Кароль Пеон менән мөнәсәбәттә тора[10][11]. 2010 йылда ул Пеон менән бергә махсус Triathlète журналы өсөн спортта, башлыса триатлонда гомосексуализмға арналған доклад менән сығыш яһай[12].
Ул «Mako» аҙыҡ-түлек компанияһы хужаһы[13].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 https://archive.wikiwix.com/cache/index2.php?url=http%3A%2F%2Fwww.tetu.com%2F2010%2F03%2F27%2Fnews%2Ffrance%2Fdans-le-vestiaire-des-filles-carole-peon-et-jessica-harrison-le-couple-au-top-du-tri%2F#federation=archive.wikiwix.com
- ↑ https://web.archive.org/web/20121113215508/http://thenewcivilrightsmovement.com/2012-olympics-who-are-the-lgbt-athletes-day-twenty-one-jessica-harrison-and-carole-peon/news/2012/08/07/45657
- ↑ Jessica Harrison (PDF). www.fftri.com. Дата обращения: 14 март 2023. Архивировано 3 март 2016 года. 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған..
- ↑ Harrison se place. lequipe.fr (23 juin 2012). Дата обращения: 30 juillet 2012. Архивировано 2 декабря 2012 года.
- ↑ Cht de France CD : vers un match Péon-Harrison . triathlete.fr. Triathlètes (5 juin 2009). Дата обращения: 9 octobre 2015..
- ↑ Carole Péon, une championne déçue . lanniontriathlon.free.fr. La Gazette Bretonne (numéro 54) (25 mai 2006). Дата обращения: 9 octobre 2015..
- ↑ Les adieux de Jessica Harrison. leparisien.fr. Le Parisien (16 septembre 2013). Дата обращения: 9 octobre 2015.
- ↑ Dossier de presse - Objectif Londres (билдәһеҙ) (PDF) (недоступная ссылка). fftri.com. Fédération française de triathlon. Дата обращения: 26 octobre 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған..
- ↑ Organisation des JO 2024 : 18 sportifs français appelés à la Commission des athlètes menée par Martin Fourcade. francetvinfo.fr (12 avril 2018).
- ↑ Jeux Olympiques de 2012: qui sont les athlètes Jessica Harrison et Carole Peon ? (билдәһеҙ) (недоступная ссылка). thenewcivilrightsmovement.com. Дата обращения: 18 juillet 2015. Архивировано 13 ноябрь 2012 года. 2012 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған.]
- ↑ Jessica Harisson, une star quitte Poissy triathlon (билдәһеҙ). coteyvelines.fr. Дата обращения: 18 juillet 2015.(недоступная ссылка)]
- ↑ Dans les vestiaires des filles : Carole Péon et Jessica Harrison, le couple au top du «tri» . http://www.tetu.com/. Têtu. Дата обращения: 9 octobre 2010. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Dossier de presse - Objectif Londres (билдәһеҙ) (PDF) (недоступная ссылка). fftri.com. Fédération française de triathlon. Дата обращения: 26 octobre 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған..