Джоэнн Элизабет Мэнсон
Джоэнн Элизабет Мэнсон | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 1953[2] |
Тыуған урыны | Кливленд, Огайо, Америка Ҡушма Штаттары |
Һөнәр төрө | табип, эпидемиолог, тикшеренеүсе |
Эшмәкәрлек төрө | Медицина |
Эш биреүсе |
Гарвард университеты Гарвардская медицинская школа[d][3] клиника «Бригем энд уименс»[d][3] Гарвардская школа общественного здравоохранения[d][3] |
Уҡыу йорто |
Гарвард университеты Западный резервный университет Кейза[d] Гарвардская школа общественного здравоохранения[d] Гарвардский колледж[d] |
Джоанн Элизабет Мэнсон (ингл. JoAnn Elisabeth Manson, 1953 йыл) — табип, үҙенең ижтимағи лидерлығы һәм ҡатын-ҡыҙ мәнфәғәттәрен яҡлау менән иң танылған шәхес. Ул — Гарвард медицина мәктәбендә ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы профессоры, Гарвард ижтимағи һаулыҡ һаҡлау мәктәбенең эпидемиология профессоры һәм Бригэмда һәм ҡатын-ҡыҙҙар дауаханаһында профилактик медицина бүлеге етәксеһе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Элизабет Мэнсон 1953 йылда Огайо штатының Кливленд ҡалаһында тыуған. Атаһы Космик киңлекте аэронавтикалау һәм тикшереү буйынса милли идаралыҡта (НАСА) инженер, ә әсәһе — социаль медицина хеҙмәткәре. Урта мәктәптең өлкән синыфында химия менән, шулай уҡ сәнғәт дәрестәре, шул иҫәптән, Һынлы сәнғәт, скульптура һәм арфа менән ҡыҙыҡһына[4].
Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мэнсон эске ауырыуҙар, шулай уҡ эндокринология һәм метаболизм һөнәре буйнса сертификациялана[5]. Уның төп тикшеренеү мәнфәғәттәре профилактик медицинаны һәм хроник ауырыуҙар эпидемиологияһын, атап әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, яман шеш һәм диабет хәүефе факторҙарын үҙ эсенә ала[6]. Ул Һаулыҡ һаҡлау милли институттарынан бер нисә грант буйынса, шул иҫәптән Бригэмда авангард клиник үҙәгендә һәм Бостонда ҡатын-ҡыҙҙар дауаханаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡлау буйынса инициативаның, ҡатын-ҡыҙҙарҙа йөрәк-ҡан тармырҙары ауырыуҙары менән бәйле антиоксиданттарҙы һәм фолий кислотаһын тикшеренеү һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефенең биохимик һәм генетик факторлаҙын, D и омега-3 витаминының тикшереү буйынса төп тикшеренеүсе булып тора[7]. Ул шулай уҡ Kronos эстрогенын иртә профилактикалау буйынса Бостон тикшеренеү бүлегенең төп тикшереүсеһе булып тора[8]. Мэнсон күп профессиональ йәмғиәттәрҙең ағзаһы булып тора, һәм бер нисә медицина журналының мөхәрририәт/медицина консультация советы составына инә. Мэнсон какао һәм поливитаминдарҙың йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш ауырыуҙарына йоғонтоһон өйрәнеү буйынса күп үҙәкле COSMOS тикшеренеүенең төп тикшеренеүсеһе булып тора[9].
ScienceWatch 1995 йылдан 2005 йылға тиклем ун йыл эсендә Мэнсонды клиник медицинаның иң күп цитаталаныусы тикшеренеүселәренең береһе тип баһалай[10].
Джоэнн Мэнсон — яҙыусы мөхәррир һәм Glamour журналы өсөн сәләмәтлек күҙәтеүсеһе, уның өсөн ул «Һеҙҙең доктор бында» (Your Doctor Is In) айлыҡ колонкаһын алып бара[11], шулай уҡ Bottom Line/Women's Health[12] сәләмәтлек хәбәрҙәре күҙәтеүсеһе, Everyday Health веб-сайтында сәләмәтлек буйынса эксперт[7] һәм Medscape эксперт видеокомментаторы[13].
2011-2012 йылдарҙа шулай уҡ менопаузаның Төньяҡ Америка йәмғиәте президенты була[14].
Тикшеренеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төп ҡыҙыҡһыныуҙары йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙарын, диабет һәм яман шешете профилактикалауҙа D витамины, омега-3 һәм фолий кислотаһы ролен, шулай уҡ һөт биҙҙәре яман шешенең эндокринологик предикторҙарына баһа биреүҙе үҙ эсенә ала. Бер нисә эре күләмле перспектив когорт тикшеренеүҙәрҙә һәм клиник һынауҙарҙа Мэнсон ҡатын-ҡыҙҙарҙың хроник ауырыуҙарын профилактикалауҙа йәшәү рәүешенең һәм терапия ҡыҫылышында факторҙарҙың ролен баһалай. Джоэнн Мэнсон шулай уҡ биомаркерҙарҙы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының генетик предикторҙарын һәм диабетты тикшереүҙә әүҙем ҡатнаша.
Бүләктәре һәм танылыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Джоэнн Мэнсон 2002 йылда Массачусетс медицина йәмғиәтенең «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Генри Ингерсолл Боудитч премияһы» ала[15], 2003 йылда Америка табиптары ассоциацияһының «Женщины в науке» премияһын ала, 2005 йылда Америка табиптары ассоциацияһына инә, фән үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса Америка ассоциацияһы стипендияһы, 2006 йылда Гарвард колледжының «Ҡатын-ҡыҙ һөнәре ҡаҙаныштары өсөн премияһын»[16], 2007 йылда менопаузаның Төньяҡ Америка йәмғиәте бүләген «Постменопаузала йөрәк-ҡан тамырҙары премияһы», 2008 йылда «Тикшереү өсөн Генри Бергер» йәмғиәте премияһы[17], 2010 йылда Америка кардиология ассоциацияһының ил халҡы тикшеренеүҙәре өлкәһендә премияларына эйә була[18], 2011 йылда Милли академиялар медицина институты ағзаһы итеп һайлана[19] һәм 2011 йылда Америка кардиология ассоциацияһының күренекле ғалимы бүләге[20]. Дж. Мэнсон Бетесдта, Мэриленд штатының «Америка ҡатын-ҡыҙҙары-табиптары тарихы» Милли медицина китапханаһы күргәҙмәһенә тәҡдим ителгән табиптарҙың береһе булып тора[4]. Thomson Reuters компанияһы фекере буйынса, ул донъялағы 1% иң цитаталанған ғалимдарҙың береһе булып тора[21].
Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Журнал мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мэнсон медицина әҙәбиәтендә 600-ҙән ашыу баҫманың авторы һәм авторҙашы булып тора[22].
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- The 30-Minute Fitness Solution : A Four-Step Plan For Women of All Ages. Cambridge, Mass., Harvard University Press. 2001. ISBN 0-674-00479-5
- Hot Flashes, Hormones, and Your Health. New York, McGraw-Hill. 2006. ISBN 0-07-146862-5
- Healthy Women, Healthy Lives. New York, New York, Simon and Schuster. 2001. ISBN 0-684-85519-4
- Prevention of Myocardial Infarction. New York, New York, Oxford University Press 1996. ISBN 0-19-508582-5 (Editor-in-Chief)
- Clinical Trials in Heart Disease. Elsevier Saunders 2004. ISBN 0-7216-0408-0 (Editor)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ Joann E Manson // https://librarian.nl.go.kr/LI/contents/L20101000000.do?id=KAC200803698 (кор.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 http://orcid.org/0000-0002-9426-7595
- ↑ 4,0 4,1 Changing the Face of Medicine, National Library of Medicine.
- ↑ Who We Are 2011 йылдың 7 июль көнөндә архивланған. Brigham and Women's Hospital.
- ↑ JoAnn E. Manson, M.D. 2005 йылдың 27 ноябрь көнөндә архивланған. Time Magazine.
- ↑ 7,0 7,1 Expert Bio Dr. JoAnn Manson, EverydayHealth.com.
- ↑ Principal Investigators Roster 2011 йылдың 26 июль көнөндә архивланған., The Kronos Early Estrogen Prevention Study KEEPS.
- ↑ COcoa Supplement and Multivitamin Outcomes Study - Full Text View - ClinicalTrials.gov
- ↑ Doctors of the Decade, 1995-2005 ScienceWatch.
- ↑ Your Doctor Is In {{{2}}}., Glamour.
- ↑ Meet Bottom Line Expert Dr. JoAnn Manson {{{2}}}., Bottom Line/Women's Health
- ↑ Manson on Women's Health, Medscape.
- ↑ NAMS Board of Trustees, Menopause.org.
- ↑ Three Physicians Honored by the Massachusetts Medical Society, Massachusetts Medical Society.
- ↑ Manson, Schuker honored for leadership 2009 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған., Harvard Gazette Archives.
- ↑ Award Winners at the 12th World Congress on the Menopause 2011 йылдың 26 июль көнөндә архивланған., International Menopause Society.
- ↑ JoAnn Manson Bio 2012 йылдың 12 июль көнөндә архивланған., American Heart Association.
- ↑ Three HSPH Faculty Members Elected Into Institute of Medicine 2012 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған., Harvard School of Public Health.
- ↑ Distinguished Scientist Awardees 2016 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған., American Heart Association.
- ↑ Thomson Reuters Sciencewatch.com - JoAnn Manson
- ↑ Biographical sketch {{{2}}}., Harvard Medical School.