Джунгли

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джунглиҙағы юл
Джунглиҙа сәйәхәтселәр

Джунгли — бейек ҡаты һабаҡлы ҡыяҡлылар менән бергә үҫкән ағас-ҡыуаҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар Был һүҙ менән шулай уҡ ағас лианалар[1][2] менән үрелгән ҡуйы тропик йәки субтропик урмандар һәм ҡыуаҡлыҡтар ҙа аңлатыла, әммә фәнни даирәләрҙә бындай аңлау дөрөҫ түгел тип һанала.[3] Термин үҫемлектәрҙең ниндәй ҙә булһа билдәле бер төрөнә лә, ниндәй ҙә булһа йәшәү урынына ла ҡағылмай.[3] Джунгли биләмәһе бөтә ерҙә лә хужалыҡ ихтыяждары өсөн үҙләштерелә, шуға күрә ул даими кәмей бара. Флора һәм фаунаның байлығы уҙған төрлөлөк менән сағыштырғанда һиҙелерлек кәмегән.[4]

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джунгли һүҙе рус телеә инглиз телендәге jungle һүҙенән килеп ингән, уның тамырҙары санскритҡа барып тоташа. Был һүҙ эшкәртелмәгән ерҙәр тигәнде аңлата. Һиндостанда йәшәгән инглиздәр был һүҙҙе һинд һәм урду һүҙенән үҙләштерә, был ваҡытта ул был һүҙҙе "урман" тигәнде аңлата, һәм уны "үтә алмаҫлыҡ үҫентеләр" тигән мәғәнәлә ҡуллана башлайҙар.[5][6][7]

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джунгли Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның муссонлы тропик өлкәләренә хас, күп өлөшө Һиндостанда, Зонд утрауҙарында урынлашҡан.[3][8] Иң типик джунгли, тераи, дымлы тропик йәки субтропик климатлы һаҙлыҡлы урындарҙа, Ганг буйлап Гималай итәгендә урынлашҡан.

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джунгли ташландыҡ һөрөнтө ерҙәрҙә, ҡырҡылған урындарҙа һәм янған урманлы ерҙәрҙә барлыҡҡа килә, йәғни кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып тора.[8] Тәүҙә күп һанлы лианалар менән бәйләнгән бейек ҡыяҡлылар һәм ҡыуаҡлыҡтар барлыҡҡа килә, һуңыраҡ тиҙ үҫеүсе йомшаҡ [2] тоҡомло ағастар үҫә.

Флора[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ротанг пальмаһы

Сал (Shorea robusta), сиссу (Dalbergia sissoo), акация, стеркулия, лианамиендар, каламус затына ҡараған ротанга пальмаһы һәм тағы ла бер нисә төр пальма джунглиға хас үҫемлектәр.[3] Үләнле үҫемлектәрҙән бейек ҡыяҡлылар өҫтөнлөк итә: ҡырағай шәкәр ҡамышы (Saccharum spontaneum), фил ҡамышы, эриантус[9], бамбук[3] һ. б.

Төрлөсә файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дымлы урман кеүек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа сәйәхәтселәре башта ямғырлы урмандар буйлап башлыса йылға буйлап йөрөгәнлектән, йылға ярҙарын биләгән тығыҙ төйөнлө үҫемлектәр бындай джунгли шарттары бөтә урманда булған тигән алдаҡсы тәьҫоратта булалар. Һөҙөмтәлә бөтә урман үтә алмаҫлыҡ джунгли тип хаталы ҡабул ителә.[10][11] Был, үҙ сиратында, джунгли һүҙен дымлы ямғырлы урман булараҡ икенсе мәғәнәлә ҡулланыуға килтерә.[12] Джунглиҙар был контекста айырыуса тропик ямғырлы урман менән бәйле, әммә томанлы урманға, уртаса климатлы тропик урманға һәм мангро урмандарына ла был һүҙҙе ҡулланыу мөмкин.[13][12][14]

Метафора булараҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Публицистикала йыш ҡына «джунгли» һүҙе насар шарттар, әхлаҡһыҙ аяуһыҙ мөнәсәбәттәр һ.б. менән ҡылыҡһырланған йәшәү мөхитен кәүҙәләндерә. 

  • Таш джунглиҙар — емерек, ярлы таш йорттар (городские трущобы)
  • Джунгли енәйәт донъяһы
  • Джунгли законы — тулы законһыҙлыҡ, асыҡтан-асыҡ көс ҡулланыу.[15].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иблис баҡсалары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Jungle (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: декабрь 2015.
  2. 2,0 2,1 Под редакцией проф. А. П. Горкина. джунгли // География. Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн. — 2006.. — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина. 2006.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Джунгли // Лесная энциклопедия / Гл. редактор Г. И. Воробьёв. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 1. — 563 с. — 100 000 экз.
  4. Джунгли // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  5. Francis Zimmermann. The jungle and the aroma of meats: an ecological theme in Hindu medicine. Volume 4. — Motilal Banarsidass, 1999. — ISBN 81-208-1618-8.
  6. Dove, Michael R. The Dialectical History of "Jungle" in Pakistan: An Examination of the Relationship between Nature and Culture (инг.) // Journal of Anthropological Research (инг.)баш. : journal. — 1992. — Т. 48. — № 3. — С. 231—253.
  7. Yule, Henry, Sir. Hobson-Jobson: A glossary of colloquial Anglo-Indian words and phrases, and of kindred terms, etymological, historical, geographical and discursive. New ed. edited by William Crooke, B.A (инг.). — J. Murray, London, 1903. Архивированная копия. Дата обращения: 1 декабрь 2016. Архивировано из оригинала 7 июль 2012 года. 2012 йыл 7 июль архивланған.
  8. 8,0 8,1 Джунгли // Биологический энциклопедический словарь / Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Бабаев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др.. — 2-е изд., исправл.. — М.: Советская Энциклопедия, 1986.
  9. Джунгли // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.[1]
  10. Sterling, T. (1983). The Amazon: The World's Wild Places. Time-Life Books. New York
  11. Baumann, Paul R. Tropical Wet Realms of Central Africa, Part 1. Oneonta.edu (State University of New York College at Oneonta) (2009). Дата обращения: 29 ноябрь 2012. Архивировано 18 март 2013 года.
  12. 12,0 12,1 Purser, B. 2003. Jungle bugs: masters of camouflage and mimicry. Firefly Books, Toronto.
  13. Birtles, T. G. 1997: "First contact: colonial European preconceptions of tropical Queensland rainforest and its people". Journal of Historical Geography 23, 393–417.
  14. M\Iyengar, M. O. T. 1930 Jungle in Relation to Malaria in Bengal. Indian Journal of Medical Research 18:1
  15. Кузнецов, С.А. Джунгли // Большой толковый словарь русского языка. — СПб.: Норинт, 2000. — 1536 с. — ISBN 5-7711-0015-3.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Richards P. W. The life of the jungle. — N. Y.: McGraw-Hill and Co., 1980.