Дзержинский Эдмунд Иосифович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дзержинский Эдмунд Иосифович
пол. Edmund Dzierżyński
Портрет
Тыуған көнө:

15 (27) май 1838

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Виленская губерния[d], Ошмяны[d]

Ил:

Flag of the Russian Empire (black-yellow-white).svg Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

1882

Вафат булған урыны:

Рәсәй империяһы, Виленская губерния[d]

Дзержи́нскийҙәрҙәң гербы — Сулима

Эдмунд-Руфин[1] Дзержинский Иосифович (пол. Edmund Rufin Dzierżyński; 8 июнь 1838 йыл, Ошмяны, Вильна губернаһы — 1882 йыл, Деревное, Вильна губернаһы) — педагог, надворный советник (1869).

Феликс Дзержинскийҙың атаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сулима поляк гербы шляхтаһы ғаиләһенән сыҡҡан. Иосиф Дзержинский улы булған (18051877), атаһынан уға нәҫелдән килгән Дзержиново имениеһы ҡалған.

Петербург университетының физика-математика факультетын кандидат дәрәжәһендә тамамлаған (1863). Университетты тамамлағандан һуң Вильноға күсеп килә, унда профессор Игнатий Янушевскийҙың ҡыҙы Елена Игнатьевна Янушевскаяның (1849—1896) өй уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша һәм артабан уға өйләнә. Э. Дзержинскийҙың ҡатыны былай тип һөйләй: «Беҙҙең йортҡа Эдмундты беҙҙең ғаилә өсөн аяҡ кейеме теккән ҡарт итексе йәһүд килтерҙе. Эдмунд, Петербург университетын тамамлағандан һуң эш эҙләп Вильноға килгәс, уның менән урамда осраҡлы рәүештә осрашҡан. Вильно гимназияларында вакансия булмай сыҡҡан, һәм Эдмунд артабан ни эшләргә белмәй йөрөгән»[2].

Һуңынан Херсон гимназияһында уҡыта. 1868 йылда Таганрог ҡалаһына эшкә күсерәләр.

Дзержинскийҙы Таганрогҡа күсереүҙе документаль нигеҙләгән мәғлүмәт юҡ. Народниктарҙың Херсон түңәрәген тар-мар итеү менән бәйле булыуы мөмкин. Уның етәксеһе Соломон Чудновский Э. И. Дзержинскийҙың уҡыусыһы булған.

Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында (18681873) һәм Таганрог классик ирҙәр гимназияһында (18731875) физика һәм математика уҡытыусыһы була. Дзержинскийҙың уҡыусылары араһында Антон Чехов була[3], быны Чеховтың математика буйынса һаҡланған эштәре дәлилләй.

Һаулығы буйынса пенсияға сыҡҡандан һуң (1875) Таганрогтан китә. Һуңғы йылдарҙа үҙ ғаиләһе менән Дзержиново имениеһында (хәҙер Столбцы районы Минск өлкәһе) йәшәй, унда 1877 йылда уның дүртенсе балаһы, улы Феликс Дзержинский тыуа.

И. Э. Дзержинскийҙың һигеҙенсе балаһы, Владислав (18811942) — медицина профессоры, невролог, неврология буйынса тәүге Польша академик дәреслектең авторы, Польша Ғәскәрҙәре полковнигы; немецтар уны Лодзь янында атып үлтерә. Дзержиновола Ҡаршылыҡ ҡатнашсыһы булараҡ (1943 йылда), Эдмунд Дзержинскийҙың өлкән (иҫәндәре араһынан)[4] улы Казимеж да атып үлтерелә.

Эдмунд Дзержинский 1882 йылда туберкулез ауырыуынан вафат була. Ауыл зыяратында, үҙенең имениеһы янында ерләнгән.

Танылыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • III дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнгән (1873).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. При крещении в костеле получил согласно католической традиции два имени — Эдмунд Руфин [1].
  2. Георгий Николаев. Неразгаданные тайны первочекиста
  3. Рейфилд, «Сталин и его подручные», гл. 2
  4. Первенец Дзержинского, Витольд, умер в 1868 г. в годовалом возрасте

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Киричка С. М. Дзержинский Эдмунд Иосифович // Таганрог Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 1998. — 248 с. — ISBN 5-88040-017-4.
  • Bogdan Jaxa-Ronikier. Dzierżyński. — Kraków: kat Czerwony, Oficyna Cracovia, 1990.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]