Дианат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Diyanat.jpg

Дианат — 1926—1928 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының баҫма органы. Ошо осорҙа шул уҡ исемдә Өфөлә иллюстрациялы мосолман журналы нәшер ителә. Журнал Мәскәү, Одесса, Өфө ҡалаларында төрки телендә баҫыла, айырым документтар рус телендә бирелә. Баҫмала дин тәғлимәттәре, дини өгөт-нисәхәтле материалдар, мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты мәхәлләләр һаны тураһында мәғлүмәттәр, имам-хатиб һәм мәзиндәр исемлеге, ҡануниәт һәм күрһәтмә биреү документтары һәм башҡа дини темаға арналған материалдар баҫылып сыға.

Журналдың баш мөхәррире — М.Ғатауллин.

Журнал менән башҡорт дин әһелдәре М.М.Камалетдинов, Ғ.Ҡапҡаев, Ғ.Х.Ханисламов, БАССР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы Х.Юлдашев һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеге бәйле.

Башҡортостан мосолмандарның диниә назараты Айнур хәҙрәт Бирғәлин башланғысы менән Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүҙең 100 йыллығына арнап журнал журнал сығарыуҙы дауам итергә ҡарар итте[1]. Журнал кварталға 1 тапҡыр сығарыласаҡ. Журналдың яңы мөхәррире Иршат Хәйбуллин.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дианат // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]