Эстәлеккә күсергә

Диктант

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Диктант
Рәсем
 Диктант Викимилектә

Диктант — күнекмә, яҙма эш[1]. Туған, дәүләт һәм сит ил телдәрен өйрәнеүселәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәтеү, уларҙың телде белеү кимәлен тикшереү һәм нығытыу өсөн ҡулланыла. Күнекмә ваҡытында диктор һөйләмдәрҙе яй ғына уҡый, диктант яҙыусылар ишеткәндәрән яҙып бара. Төп маҡсат — һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға һәм тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға кәрәк. Диктант өсөн махсус текстар яҙыла йәки әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр алына.

Диктант, исем.

Башҡорт теленең академик һүҙлеге Диктант һүҙе латин теленән (лат. dicere) рус теленә (рус. говорить), рус теләнән башҡорт теленә (башҡ. әйтеү, һөйләү) ҡылымы аша ингән тип аңлата[1].

Рәсәй Фәндәр академияһының Лингвистика эҙләнеүҙәр институты һүҙлегендә латин теленән (лат. dictate) рус теленә (рус. диктовать) ҡылымы булып ингән тип аңлатыла[2].

Инглиз телендәге Онлайн этимология һүҙлеге (лат. dictate) һүҙе беренсе тапҡыр ҡылым булып 1577 йылда, исем булып 1582 йылда ҡулланылыуы тураһында бәйән итә[3].

Дөйөм милли диктант

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә беренсе тапҡыр «тоталь диктант» 2004 йылдың 11 мартында Новосибирск дәүләт университеты гуманитар факультетының «Глум-Клуб» студенттар клубы ойоштора. Артабан был сара университет һәм дөйөм ҡала кимәлендә йылда үткәрелә башлай. Тоталь диктант яҙыуҙа төрлә йәштәге һәм төрлө һөнәр кешеләре: мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, чиновниктар, бизнесмендар, офис хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар ҡатнаша. Тоталь диктант сараһы 2010 йылда иң яҡшы рәсәй йәмәғәт проекты тип таныла һәм ижтимағи бәйләнештәрҙе үҫтереү өлкәһендәге «Көмөш Уҡсы» милли премияға лайыҡ була[4].

Рәсәй халыҡтарының туған телендә дөйөм милли диктант тува («Тыва дыл кырында бугуденин диктантызы»), сыуаш («Пĕтĕм чăвашсен пĕрлĕхлĕ диктанчĕ»), и удмурт телендә («Бадӟым удмурт диктант») үткәрелә.

Украинала дөйөм милли диктант украин телендә 2000 йылдан башлап үткәрелә. Йылдә 9 ноябрҙә — Украин яҙмаһы һәм теле көнөндә радио аша диктант тексын тапшырыла.

Белоруссияла дөйөм милли диктант белорус телендә 2007 йылдан башлап, 21 февралдә — Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә үткәрелә[5].

Башҡорт телендә милли диктант

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ил күләмендә яҙылған тоталь диктант өлгөһөндә башҡорт телендә дөйөм милли диктант яҙыу тураһында фекер «Йәшлек» гәзитендә 2000-се йылдар уртаһында сағылыш таба. Шул йылдарҙа гәзиттең мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Рәшиҙә Мәһәҙиева идеяны яйлап тормошҡа ашыра башлай һәм Башҡорт дәүләт университетында 2015 йылдың 11 апрелендә беренсе тапҡыр республика күләмендә башҡорт теленән төбәк диктант яҙыла. Сараның символы итеп «Ә» хәрефе һайлана, «әлифба», «әсәй» тигән башҡорт һүҙҙәренә бәйләп алына[6].

Артабан дөйөм милли диктант 2016 (23 апрель), 2017 (26 апрель), 2018 (21 апрель), 2019 (18 май) йылдарҙа уҙғарыла. 2017 йылдан төбәк-ара, 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыға[7].

2019 йылда башҡорт теленән диктант яҙыу юғары кимәлдә үтә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт университетында диктант яҙа[8].

2020 йылдың 25 апрелендә онлайн-диктант үткәрелде.

Йылы, көнө Текст авторы Тексты уҡыусы Барыһы 5 4 3 2 1 Баһаһыҙ
2020 йыл, 25 апрель
2019 йыл, 18 май Хөрмәтулла Үтәшев
2018 йыл, 21 апрель Олег Ханов 12258
100%
4272
35%
4987
41%
2614
21%
385
3%
2017 йыл, 26 апрель Рәсүл Ҡарабулатов 7741
100%
2109
27%
3248
42%
2234
29%
150
2%
2016 йыл, 23 апрель Әхәт Мортазин 3929 1066 1664 907 216 3 1
2015 йыл, 11 апрель Хөрмәтулла Үтәшев 3487 946 1434 865 236 6
  1. 1,0 1,1 Башҡорт теленең академик һүҙлеге:10 томда. Т.III. (В—И хәрефтәре) / Ф.Ғ.Хисаметдинова редакцияһында. — Өфө.:Китап. 2012. — 864 б. — 384-се бит.
  2. Словарь русского языка: В 4-х т. / РАН, Институт лингвистических исследований; Под ред. А. П. Евгеньевой. — 4-е изд., стер. — М.: Рус. яз.; Полиграфресурсы, 1999.
  3. dictate. Online Etymology Dictionary. Дата обращения: 17 май 2019.
  4. Тотальный диктант
  5. Сегодня в Беларуси — общенациональный диктант 2019 йыл 17 май архивланған.
  6. Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА. Диктант яҙыуҙың башында кемдәр тора? «Башҡортостан» гәзите (17 май 2019). Дата обращения: 17 май 2019.
  7. Ләйлә Аралбаева. Башҡорт теленән диктант беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла. Башинформ (16 апрель 2019). Дата обращения: 17 май 2019.
  8. Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров написал международный диктант на башкирском языке. Башинформ (18 май 2019). Дата обращения: 18 май 2019.