Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы
Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 19 май 1966 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | МСОП II категорияһы: милли парк[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Кушадасы[d] һәм Айдын[d] |
Майҙан | 27 675 гектар |
Значимое место | Güzelçamlı[d] |
![]() |
Национальный парк полуострова Дилек и дельты реки Большой Мендерес төр. Dilek Yarımadası-Büyük Menderes Deltası Millî Parkı | |
![]() | |
Вид с тропы в парке | |
МСОП буйынса категория — II (Милли парк) | |
37°40′08″ с. ш. 27°09′42″ в. д.HGЯO | |
Ил | ![]() |
Регион | Айдын |
Яҡындағы ҡала | Гюзельчамлы |
Майҙаны | 27 675 га |
Уртаса бейеклек | 500 м |
Ойошторолған | 19.05.1966 |
Күрергә килеүселәр һаны | 700 000 |
Идара итеүсе ойошма | Министерство окружающей среды и лесного хозяйства (Турция) |
![]() |
Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы (төр. Dilek Yarımadası-Millî Menderes Büyük Deltası Parkı) — милли парк статусы булған тәбиғәтте һаҡлау зонаһы, Төркиәнең көнбайышында, Айдын иленең Кушадасы районы территорияһында урынлашҡан. Дилек ярымутрауының 10 985 гектарлыҡ территорияһы 1966 йылдың 19 майында статус ала, ә 1994 йылда уға Оло Мендерес дельтаһының 16 690 гектарҙан торған бер өлөшө ҡушыла[1].
Йөкмәткеһе
Биологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Милли паркҡа үҫемлектәр һәм хайуандар төрлөлөгө хас. Уның территорияһы Рамсар конвенцияһы, Берн ҡырағай фауна һәм флора һәм тәбиғи йәшәү мөхитен һаҡлау конвенцияһы, биологик төрлөлөк тураһындағы конвенцияға һәм Ҡалып:Барселонская конвенция[1][2] ярашлы һаҡлана.
Флораһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Парктың төрлө өлөшөндө температура һәм климат айырымлығы күҙәтелеү сәбәпле, бында эгей флораһынан тыш Төркиәнең башҡа яр буйы төбәктәрендә (мәҫәлән, Урта диңгеҙ, Мәрмәр диңгеҙе һәм Ҡара диңгеҙ)[3] осраған төрҙәрҙең булыуы ла ғәҙәти күренеш. Паркта үҫкән һигеҙ йөҙҙән ашыу төр үҫемлектең алтыһы — эндемик үҫемлек, ә утыҙы — абориген төргә ҡарай[1]. Үҫемлектәрҙең тибына килгәндә, бында маквис тибы өҫтөнлөк ала, нигеҙҙә, ҡыҙыл емешле артыш (Juniperus phoenicea) киң таралған. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙың киң таралған төрө — оҙонса япраҡлы груша (Pyrus elaeagnifolia), калабрий ҡарағайы (Pinus brutia) һәм әсе сумаг (Rhus coriaria)[1].
Фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Паркта йәшәгән ҡырағай ҡабандарҙы (sus scrofa) пляждар янында күрергә мөмкин, унда улар ял иткән кешеләр ҡалдырған аҙыҡ ҡалдыҡтарын эҙләп барып сыға[4]. Ярымутрау урманында ҡәҙимге сүл бүреһен (Canis aureus) һәм ябай һеләүһенде (Lynx lynx) йыш осратырға була, ә бына буйлы гиеналар (hyaena Hyaena) һәм каракал (Caracal caracal) һирәк осрай[1].
Паркты 250-гә яҡын төр ҡош үҙ иткән, улар араһында һан яғынан иң күбе — кесе баклан (Microcarbo pygmeus), кесе аҡ селәндәр (Egretta garzetta), ялан торомтайы (Falco naumanni), диңгеҙ тәтелдәүеге (Charadrius alexandrinus), диңгеҙ бөркөтө (Haliaeetus albicilla) һәм бөҙрә баба ҡошо (Pelecanus crispus).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Milli Park (тур.). Ekodosd. Дата обращения 12 апреля 2016. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «m» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «m» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Dilek Yarımadası Milli Parkı (тур.). T.C Kuşadası Kaymakamlığı. Дата обращения 12 апреля 2016. Архивировано 10 июля 2015 года. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «p» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «p» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Dilek Peninsula (Kusadasi) National Park . National Parks of Turkey. Дата обращения 12 апреля 2016. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «a» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «a» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Dilek Peninsula National Park . Turkey from the Inside. Дата обращения 12 апреля 2016. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «c» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «c» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән