Дилмөхәмәтов Ишҡәле Шәмсетдин улы
Дилмөхәмәтов Ишҡәле Шәмсетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1 июнь 1901 |
Тыуған урыны | Иҫке Якуп, Матрай ауыл Советы (Йылайыр районы), Йылайыр районы |
Вафат булған көнө | 7 ноябрь 1974 (73 йәш) |
Ерләнгән урыны | Иҫке Якуп |
Һөнәр төрө | музыкант |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Дилмөхәмәтов Ишҡәле Шәмсетдин улы (рус. Дильмухаметов Ишкали Шамсутдинович) (1 июнь 1901 йыл — 7 ноябрь 1974 йыл) — ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишҡәле Шәмсетдин улы 1901 йылдың 1 июнендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Яҡуп ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылы) тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Үҫеп буй еткәс, Йылайыр райынының Чкалов исемендәге колхозында эшләй. Бала сағынан ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп ала һәм тиҫтерҙәре араһында ҡурай тартыу оҫтаһы булып таныла. Йәш егеттең һәләтен үҫтереүгә илдә үҙешмәкәр сәнғәткә ҡарата етди иғтибар бүленеүе лә булышлыҡ итә. 1932 йылда ул Мәскәүҙә Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт олимпиадаһында ҡурайы менән ҡатнашып, башҡорттоң моңло көйөн баш ҡалала йәшәүселәргә бүләк итә. 1955 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡорт сәнғәте һәм әҙәбиәте декадаһының уртаһында ҡайнай.
Ишҡәле Дилмөхәмәтов байтаҡ кешегә ҡурай серҙәрен аса. Ул башҡарған «Аҡ яурын сал бөркөт», «Буранбай», «Ғилмияза», «Ҡаһым түрә», «Сыңрау торна», «Урал», «Шафиҡ» кеүек йырҙар халыҡ музыкаһының классик өлгөләре тип иҫәпләнелә. Йомабай Иҫәнбаев традицияларын дауам итеүсе булараҡ, ҡурайҙа уйнауҙың төрлө алымдарын оҫта ҡуллана; башҡарыу манераһына талапсан тотанаҡлыҡ һәм тәьҫирлелекте нескә берләштереү хас була. 2011 йылдан уның иҫтәлегенә Район‑ара ҡурайсылар конкурсы (Йылайыр районы) ойошторола[2].
1933—1938 йылдарҙа ғаиләһе менән һөргөндә булып ҡайта. 1989 йылда аҡлана. Ауыр саҡтарында ла, шатлыҡлы көндәрендә лә ул ҡурайынан айырылмай. Фронтҡа киткәндә лә еҙ ҡурайын үҙе менән ала. Алғы һыҙыҡта атыу тауыштары тынған мәлдәрҙә уның ҡурайынан дәртле башҡорт моңдары ағыла. Ял ваҡыттарында яуҙаштарын бейетеп тә ала. Оҫта ҡурайсы Ленинград фронтындағы яугирҙарға ҡурайының моңдары аша яҡшы таныш була[1].
Бер көн Ишҡәлеләр ротаһы урынлашҡан урынға полк комиссары һәм армия политбүлегенән бер капитан килә һәм яу тынған мәлдә уның ҡурайҙа уйнауын үтенәләр. Бинаның өсөнсө ҡатындағы балконға көслө динамик ҡуйылған була. Бына Ишмулла ҡурайын өрөп ебәрә. Башҡорт моңо окоптар буйлап тарала. Ишҡәле ҡурайында бер ваҡытта булмағанса рухланып уйнай… Дошман тупсылары Ишҡәле торған өйгә төҙәп атырға тотона. Улар был сихри моңдо туҡтатырға теләй.. Ләкин ҡурай тауышы торған һайын ҡеүәтлерәк яңғырай… Ҡурай немец артиллерияһы менән тиңһеҙ алышта еңеп сыға[1]
Ишҡәле ҡурайсы 1974 йылдың 7 ноябрендә вафат була. Тыуған ауылы Иҫке Яҡуп ауылының зыяратына ерләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт сәнғәтенә ике данлыҡлы ҡурайсыһы тәрбиәләп үҫтерә. Бына улар: башҡорт актёры, атаҡлы ҡурайсы, йырсы һәм композитор Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм ҡурайсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйфулла Дилмөхәмәтов[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ()
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәйнетдинов Ю. И. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө. АльфаРеклама. 2014. Т. 1 000 экз. — 424 б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәйнетдинов Ю.И. «Ҡурай һәм ҡурайсылар». — Өфө: «АльфаРеклама», 2014 й. — С. 424-се б..
- Дилмөхәмәтов Ишҡәле Шәмсетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1 июндә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Йылайыр районында тыуғандар
- 7 ноябрҙә вафат булғандар
- 1974 йылда вафат булғандар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Ҡурайсылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар