Дилбат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дильбат битенән йүнәлтелде)
Дилбат
Рәсем
Культура Шумер
Дәүләт  Ираҡ
Административ-территориаль берәмек Кадисия[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Карта
 Дилбат Викимилектә

Боронғо Ике йылға араһы

Дилбат (әле Телль-Делем, Ираҡ) —  Месопотамиялағы  шумер ҡалаһы, Бабилдан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай  Евфраттың көнсығыш ярында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дилбатты шумерҙар беҙҙең эраға тиклем 2700 йыл тирәһендә,  Иртә династия осороноң  II этабында  (б.э.т. яҡ. 2615—2500 йылдар) нигеҙләй. Шуныһы билдәле: ҡала иртә ислам осорона тиклем йәшәй[1]. Дилбат ауыл хужалығы үҙәге була, унда бойҙай игәләр, ҡамыштан кәрәк-яраҡ эшләйҙәр. Ҡала  Арахтум каналында ултырған була.  Гилгәмеш тураһындағы эпоста Ураш  исемле ер алиһәһенә бағышланған  E-Ибе-Ану зиккураты телгә алынған.  Был зиккурат  Дилбат уртаһында торған[2] һәм был алиһәнең төп ғибәҙәтханаһы булған, ҡаланың бөтә ғибәҙәтханалары араһында ул иң матуры, иң мөһабәте булған[3].

Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡтан башлап Дилбат Бабил дәүләтенә инә[4].

Әлеге ваҡытта ҡаланың буш харабалары Телль-Делем тип атап йөрөтөлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. A. Goddeeris, Economy and Society in Northern Babylonia, Peeters. . — 2002. — ISBN 90-429-1123-9.
  2. The Epic of Gilgamish by Stephen Langdon.
  3. Древние города:Дильбат.
  4. Древние города:Дильбат.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]