Дим (Фёдоровка районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дим
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Дим (урыҫ. Дёма) — Башҡорт АССР-ы Федоровка районы Тәнәй ауыл Советының 1986 йылда бөтөрөлгән утары. 1969 йылдың 1 ғинуарына ауылда 122 кеше йәшәй, башлыса сыуаштар[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылдың 1 ғинуарында, 1972 йылдың 1 июлендә, 1981 йылдың 1 сентябрендә Дим утары Тәнәй ауыл Советы составына инә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/396-сы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп мәғлүмәттәренән сығарыу тураһындағы» Указына ярашлы иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлана[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫлыҡ:[1]

район үҙәгенә тиклем (Федоровка): 11 км
ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Тәнәй): 5 км
яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 71 км

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года
  2. [http:// bashkortostan.regnews.org/doc/lr/uk.htm Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]