Эстәлеккә күсергә

Дингә ҡаршы пропаганда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дингә ҡаршы пропаганда

Дингә ҡаршы пропаганда — диндән айырыу маҡсатында кешеләрҙең аңына атеистик донъяға ҡараш тыуҙырыу өсөн йоғонто яһау.

СССР-ҙа һәм башҡа социалистик илдәрҙә атеизм пропагандаһы — коммунистик тәрбиәнең төҙөмсәһе.

«Атеизм» мәҡәләһе,
Совет энциклопедик һүҙлеге,
1987 йыл

СССР-ҙа атеистик пропаганда буйынса эш киң мәғлүмәт саралары (матбуғат, радио, телевидение), сәнғәт әҫәрҙәре (китаптар, кинофильмдар, рәсем сәнғәте) аша һәм телдән (лекция) үткәрелә.

СССР-ҙа дингә ҡаршы пропаганданы ойоштороу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1921 йылда РКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы пропаганда бүлегендә дингә ҡаршы көрәште координациялау өсөн Сиркәүгә ҡаршы комиссияһы барлыҡҡа килә. Комиссия составына Агитпроп, РКП(б) Мәскәү комитеты, Юстиция халыҡ комиссариаты VIII ликвидацион бүлеге, РКСМ Үҙәк Комитеты, ә шулай уҡ Мөғариф халыҡ комиссариаты һәм Баш сәйәси идаралығы чиновниктары инә.

1925 йылда «Аллаһыҙ» гәзите дуҫтары йәмғиәте (1947 йылға тиклем ғәмәлдә була) нигеҙендә «Һуғышсан аллаһыҙҙар союзы» массауи йәмғиәт ойошмаһы (СВБ, 1929 йылдың июненә тиклем — «Аллаһыҙҙар союзы») булдырыла, уның етәксеһе Емельян Ярославский (Губельман) була. 1930-сы йылдарға дингә ҡаршы пропаганда илдә Һуғышсан алллаһыҙҙар союзында үҙәкләштерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Һуғышсан алллаһыҙҙар союзы эшмәкәрлеге бөтөрөлә: Емельян Ярославский һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр башҡа мөһим көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йүнәлтелә. 1947 йылда Союз формаль рәүештә ябыла, ә бөтә матди саралар Сәйәси һәм ғилми белемде таратыу буйынса Бөтә Союз йәмғиәтенә тапшырыла. Ғилми-атеистик пропаганда буйынса төп белгестәрҙе «элек аллаһыҙҙар тип исемләнгән иҫке кадрҙар» тәшкил итә. Улар етәкселегендә 1940-сы йылдар башында — 1950-се йылдарҙа «Знание» йәмғиәте нәшер иткән атеистик әҙәбиәте тиражы үҙгәрмәй тиерлек.

Совет ҡануниәтендә дингә ҡаршы пропаганда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Статья 13. В целях обеспечения за трудящимися действительной свободы совести церковь отделяется от государства и школа от церкви, а свобода религиозной и антирелигиозной пропаганды признается за всеми гражданами.

Конституция РСФСР 1918 года[1][2]

Статья 124. В целях обеспечения за гражданами свободы совести церковь в СССР отделена от государства и школа от церкви. Свобода отправления религиозных культов и свобода антирелигиозной пропаганды признается за всеми гражданами.

Конституция СССР 1936 года[3]

Статья 52. Гражданам СССР гарантируется свобода совести, то есть право исповедовать любую религию или не исповедовать никакой, отправлять религиозные культы или вести атеистическую пропаганду. Возбуждение вражды и ненависти в связи с религиозными верованиями запрещается.
Церковь в СССР отделена от государства и школа - от церкви.

Конституция СССР 1977 года[4]

РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһына ярашлы «дини һәм дингә ҡаршы пропагандалау иреклеге» баштан уҡ гарантиялана.

Формаль рәүештә РСФСР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһын ҡабул итеү менән хәлдәр үҙгәрмәй: 1925 йылғы Конституцияһының 4 статьяһы тулыһынса тиерлек 1918 йылғы Конституцияның 13 статьяһы менән «сиркәү һүҙе алдында өтөр барлыҡҡа килеүенән башҡа» тап килә[5].

Әммә 1929 йылдың майында Бөтә Рәсәй Советтар XIV съезында РСФСР Конституцияһының 4 статьяһына төҙәтмәләр индерелә, уларға ярашлы дини пропаганда иреклеге дини ғибәҙәттәр иреклегенә алыштырыла, ошо уҡ ваҡытта дингә ҡаршы пропагандалау хоҡуғы һаҡлана. Съезда, атап әйткәндә, 4 статьяһы түбәндәге редакцияла билдәләнә[6]:

СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһы атеистар һәм диндарҙар араһындағы айырманы арттыра: 124-се статьяһында: «Дини культтарҙы атҡарыу иреклеге һәм дингә ҡаршы пропагандалау иреклеге бөтә граждандарға ла рөхсәт ителә», йәғни дин тотоу хоҡуғы дини йолаларҙы атҡарыу хоҡуғына алмаштырыла.

1977 йылғы СССР Конституцияһының 52-се статьяһында выждан азатлығы граждандың динде тотоу йәки бөтөнләй дин тотмау, дини культтарҙы үтәү йәки атеистик пропаганда алып барыу хоҡуғы булараҡ билдәләнә. Советтар Союзында дини пропаганда «выждан азатлығы» төшөнсәһенә индерелмәй.

Хәҙерге Рәсәй ҡануниәтендә дингә ҡаршы пропаганда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәмәлдәге Рәсәй Конституцияһының 28-се статьяһы иғлан итә:

« Каждому гарантируется свобода совести, свобода вероисповедания, включая право исповедовать индивидуально или совместно с другими любую религию или не исповедовать никакой, свободно выбирать, иметь и распространять религиозные и иные убеждения и действовать в соответствии с ними. »

Шулай итеп, хәҙерге Конституцияла дини ҡараштарҙы пропагандалау һәм атеистик пропаганда тигеҙ хоҡуҡлы.

  1. Раздел второй. Общие положения Конституции Российской Социалистической Федеративной Советской Республики. Глава пятая // Конституция (Основной Закон) Российской Социалистической Федеративной Советской Республики (принята V Всероссийским Съездом Советов в заседании от 10 июля 1918 г.)
  2. КОНСТИТУЦИЯ (Основной Закон) РОССИЙСКОЙ СОЦИАЛИСТИЧЕСКОЙ ФЕДЕРАТИВНОЙ СОВЕТСКОЙ РЕСПУБЛИКИ. Принята V Всероссийским съездом Советов в заседании от 10 июля 1918 года
  3. Глава Х Основные права и обязанности граждан // Конституция (Основной закон) Союза Советских Социалистических Республик (утверждена постановлением Чрезвычайного VIII Съезда Советов Союза Советских Социалистических Республик от 5 декабря 1936 г.)
  4. Глава 7. Основные права, свободы и обязанности граждан СССР 2014 йыл 7 май архивланған. // Конституция (Основной закон) Союза Советских Социалистических Республик (принята на внеочередной седьмой сессии Верховного Совета СССР девятого созыва 7 октября 1977 г.))
  5. Раздел первый. Общие положения. Глава первая(недоступная ссылка) // Конституция (Основной закон) Российской Социалистической Федеративной Советской Республики (утверждена постановлением XII Всероссийского Съезда Советов от 11 мая 1925 г.)
  6. Постановление XIV Всероссийского Съезда Советов от 18 мая 1929 года «Об изменении и дополнении статей 1, 4, 12, 13, 15, 16, 17, 20, 21, 22, 25, 27, 29, 32, 35, 36, 38, 43, 44, 45, 49, 50, 51, 52, 54, 57, 58, 59, 61, 62, 64, 65, 66, 67, 69, 84 и 89 Конституции (Основного закона) РСФСР»