Диуану лөғәт әт-төрк
Диуану лөғәт әт-төрк | |
Нигеҙләү датаһы | 1266[1] |
---|---|
Атамаһы | ديوان لغات الترك |
Дәүләт | Төркиә[2] |
Автор | Мәхмүд Ҡашғари |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Мираҫ статусы | Память мира[d][2] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Диуану лөғәт әт-төрк Викимилектә |
«Диуану лөғәт әт-төрк» (ғәр. ديوان لغات الترك) — төрки телдәрҙең лингвистик, тарихи‑мәҙәни һәм этнографик материал йыйылған һәм дөйөмләштерелгән тәржемә-аңлатмалы һүҙлек-тезаурусы. 1072—1074 йылдарҙа лексикограф һәм филолог Мәхмүт әл-Ҡашғари тарафынан төҙөлә.
Алтарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Диуану лөғәт әт-төрк» китабы яҙылғанға тиклемге осорҙа төрки ҡәбиләләр мосолман донъяһында бығаса күрелмәгән хәрби-сәйәси уңыштарға өлгәшә. X быуат аҙағында ҡараханиҙар сәмәниҙәрҙе тар-мар итә һәм Урта Азияла үҙ хакимиәтен урынлаштыра. XI быуатта сәлжүктәр Хөрәсәндән алып Урта диңгеҙгә тиклем ерҙәрҙе буйһондора һәм Кесе Азияла үҙ власын урынлаштыра, византияларҙы еңә.
Ҡулъяҙманы ижад итеү һәм уның хужалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡашғари "Диуан"ды 1074 йылда (һижрә буйынса 466 йыл) яҙып бөтөрә, ҡулъяҙманың беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған берҙән-бер күсермә нөсхәһе 1266 йылда уҡ эшләнгән булған (һижрә буйынса 664 йыл). Хеҙмәт ғәббәсиҙәрҙең Бағдадтағы хәлифәһе әл-Муктадиға арналған, ул 1258 йылдан һуң, моғайын,мәмлүктәргә барып эләккәндер. Күрәһең, яңы хужалар төрки телде өйрәнеү мөһимлеген аңлап, кәтиб Мөхәммәт ибн Әбү Бәкер ибн Әбү-л-Фәтх әс-Сәүигә төп нөсхәнең күсермәһен эшләргә йөкмәтелә. Кәтибтең һүҙҙәре буйынса, эште «664 йылдың 27 шәүүәлендә аҙнаның беренсе көнөндә» тамамлағандар (1 август, 1266 йыл).
Әлегәсә һаҡланып ҡалған берҙән-бер иртә осор төрки диалектология ҡомартҡыһы. Алфавит тәртибендә төҙөлгән. Унда яҡынса 9000 һүҙ һәм һөйләм, төрки телдәрҙең фонетик һәм морофологик билдәләр буйынса классификацияһы (Мәхмүд Әл-Ҡашғари диалекттар тип ала), лингвистика (фонетика, лексика, грамматика) буйынса бай мәғлүмәт бирелә. Ҡашғари бында Урта Азия, Көнсығыш Төркөстан, Волга-Иҙел һәм Урал буйында йәшәгән 20-нән ашыу төрки халыҡтың (шул иҫәптән башҡорттарҙың да) тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәре тураһында, этнография һәм география буйынса материал туплана[3].
Титул битендәге яҙмаға ҡарағанда, 1400—1401 йылдарҙа яҙманың хужаһы Ҡаһирәлә йәшәгән Әхмәт Хатиб Дәрәййә булған, ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә ул Мөхәммәт ибн Әхмәт ибн Сөләймән әл-Ансари әд Димәшкә-Дәрани үҙе булған(1344—1407)[4].
1422 йылда Бәҙретдин әл-Айни үҙенең «Иҡд әл-джуман фи тарих әһл әз-заман» китабының беренсе томында "Диуан"дың фрагменттарын ҡулланған булған. Был фрагменттар һаҡланып ҡалған ҡулъяҙмаға тулыһынса тап килеүе асыҡлана.
Истанбулға «Диуану лөғәт әт-төрк» 1517 йылда мәмлүктәр дәүләте тар-мар ителгәндән һуң килеп юлыҡҡандыр. Ҡайһы бер иҫкәрмәләр һәм төҙәтмәләр китапҡа ғосманлылар осоронда индерелгән. 1650 йылда Кәтиб Челеби «Диуан» тураһында «Кәшф әз-Зүнун» библиографик хеҙмәтендә телгә алған. XX быуатҡа тиклем китап тураһында башҡа мәғлүмәттәр күренмәй.
XX быуат башында «Диуан» Вани Оғулларынан (хәҙерге Төркиә) Нәзиф Паша ҡулында булған, ул китапты үҙенең ҡыҙ туғанына бүләк иткән. 1917 йылда китап Стамбулдағы китап баҙарында билдәле библиофил Али Әмиригә һатылған. Һуңғараҡ Әмириҙең китап коллекцияһы «Диуан» менән бергә Стамбулдағы Миллет Генел китапханаһына тапшырыла, ул әле лә шунда һаҡлана.
Төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Диуану лөғәт әт-төрк» һүҙлеге йөкмәткеһенең байлығы менән айырылып тора. Ул түбәндәге өлөштәрҙән тора:
- ҡайһы ҡәбиләгә ҡарағанлығы күрһәтелгән лексика;
- төрки ҡәбиләләрҙең таралыуы тураһында мәғлүмәт;
- төрки телдәрҙең классификацияһы;
- төрки телдәрҙең тарихи фонетикаһы, грамматикаһы тураһында мәғлүмәт;
- төркиҙәрҙең тарихы, географияһы, этнографияһы, поэзияһы, фольклоры тураһында мәғлүмәт;
- донъяның иң беренсе төрки картаһы.
М. Ҡашғари төрки телдәрҙе ике төркөмгә бүлә: 1) таҙа, дөрөҫ телдәр; 2) ҡатнаш, үҙгәрештәргә дусар булған телдәр. Иң таҙа телдәр рәтенә икенсе телдәр йоғонтоһона бирелмәгән, бер ниндәй ҙә үҙгәрештәргә дусар булмаған, башҡа телдәрҙең һүҙҙәрен ҡулланмаған телдәрҙе индерә.
Фонетик-морфологик билдәләренә ҡарап, автор төрки телдәрен ике төркөмгә бүлә:
1.Көнсығыш төркөм: сигел, тухсы, йәғмә, хакан төркиҙәренең теле.
2.Көнбайыш төркөм: йәмәктәр, ҡыпсаҡтар, уғыҙҙар, болғар, сувар һәм башҡа ҡәбиләләрҙең теле.
Автор был ике төркөмдөң үҙенсәлекле фонетик билдәләрен күрһәтә.
Лексик берәмектәр хәрефтәр һаны буйынса төркөмләнгән, һүҙлек мәҡәләләре һәр төркөм эсендә ғәрәп алфавиты буйынса урынлаштырылған.
Башгырт (башҡорт) ҡәбиләһе теленең ҡыпсаҡ, уғыҙ, тухсы, сигел, йәгмә һ.б. ҡәбиләләр теленә яҡын торғанлығы билдәләнгән. Ҡайһы бер төрки телдәрҙең, шул иҫәптән башҡорт теленең, дөйөм фонетик үҙенсәлектәре айырып күрһәтелгән: һүҙ башында [й] тартынҡыһы, һүҙ башында һәм уртаһында [д] урынына һаңғырау [т] тартынҡыһы ҡулланылыуы; [ң] фонемаһының булыуы[5].
Донъяла танылыуы һәм тәүге баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1915—1917 йылдарҙа К. Рифат тәүге тапҡыр "Диуану лөғәт әт-төрк"тө Стамбулда баҫтырып сығарғас, һүҙлек донъяға таныла һәм фәнни даирәләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. 1928 йылда Карл Броккельман уның нигеҙендә "Урта төрки тел һүҙлеге"н яҙа[6]. 1939—1941 йылдарҙа Бесим Аталай "Диуан"ды төрөк теленә тәржемә итә, 1941 йылда ҡулъяҙманың факсимилеһын баҫып сығара, 1943 йылда уның индексланған версияһын нәшер итә.
1960 йылдарҙа хеҙмәт өйрәнелеп, үзбәк теленә Муталлибов Сәлих тарафынан тәржемә ителгән. Ғалим уға уға индекс-һүҙлек, грамматик очерк һәм урыҫсаға тәржемә өҫтәй[7]
1994 йылда Ҡашғариҙың хеҙмәтен ҡаҙаҡ теленә яҙыусы Асҡар Егеүбай тәржемә итә.
2004 йылда иһә "Диуан"ды урыҫ теленә шәрҡиәтсе-ғәрәп теле белгесе Зифа-Алуа Әуәзова тәржемә итә[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://media.unesco.org/sites/default/files/webform/mow001/turkey_compendium_eng.pdf
- ↑ 2,0 2,1 https://www.unesco.org/en/memory-world/compendium-turkic-dialects
- ↑ Махмуд Кашгари 2022 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ Kilisli Rifat. Diwan Luğat at-Turktin başindaki makale // Türkiyat Mecmuasi. — С. 355—360.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Диуану лөғәт әт-төрк
- ↑ Brockelmann C. Mitteitürkischer Wortschatz nach Mahmud al-Kashgaris Divan Lugat at-Turk. — Будапешт — Лейпциг, 1928.
- ↑ Кошгарий, Махмуд. Туркий сўзлар девони (Девону-лугот ит-турк) / Таржимон ва нашрга тайёрловчи С. М. Муталлибов. 3 томлик. Тошкент: Фан, 1960—1963. Т. 1-3
- ↑ Памятник Махмуда Кашгари «Диван лугат ат-тюрк»
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Махмуд ал-Кашгари. Диван Лугат ат-Турк / З-А. М. Ауэзова. — Алматы: Дайк-Пресс, 2005. — 1288 с. — ISBN 9965-699-74-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Диуану лөғәт әт-төрк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2022)