Диңгеҙ буйындағы парк (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Диңгеҙ буйындағы парк
Төп мәғлүмәт
Майҙаны19 га
Нигеҙләнгән ваҡыты1966 йыл 
Урынлашыуы
47°12′00″ с. ш. 38°53′46″ в. д.HGЯO
Ил
Рәсәй
Красная точка
Диңгеҙ буйындағы парк


Диңгеҙ буйындағы парк — Таганрогтағы ҡала паркы .

Парк тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ буйындағы парк Таганрогта 1960-сы йылдар башында, кирбес заводы менән йәнәш урынлашҡан элекке карьер урынында төҙөлгән. 1950-се йылдарҙа сеймалдың иң яҡшы һәм сығарыуы еңел булған өлөшө эшкәртелеп бөтә һәм карьер ябыла. Барлыҡҡа килгән уңайһыҙ рельефлы, грунт һыуҙары яҡын территория торлаҡ йорт төҙөү өсөн бик уңайһыҙ була. Парк Таганрогтың Октябрь районы предприятиелары, бигерәк тә комбайндар заводы һәм Димитров исемендәге Завод коллективтары тарафынан төҙөлә[1].

1965 йылға бында 633 ағас үҫеп тә ултыра инде, аттракциондар ҡаласығында беренсе ҡорамал ҡуйыла. Диңгеҙ буйындағы парк рәсми рәүештә 1966 йылдың июнендә асыла. 1970-се йылдарҙа паркта 2700 ағас (шул иҫәптән 500-ҙән ашыу ылыҫлы ағас), ҡыуаҡтар 7000 тирәһе, 1000-дән ашыу роза ҡыуағы була. Артабанғы йылдарҙа ла декоратив ҡыуаҡтар һәм күп һанда сәскәләр ултыртыу дауам итә, парк төҙөкләндерелә. Бейеү верандаһы һәм балалар уйын майҙансығы базаһында киң мәҙәни эш алып барыла.

Диңгеҙ буйындағы парктың комплексына диңгеҙ буйы пляжы ла инә, был уның ҙур өҫтөнлөгө булып тора. Парктан туп-тура яр буйына Таш баҫҡыс төшә. Парк һәм пляж зонаһының бергә ҡушылыуы ял итергә килеүселәргә иң яҡшы ял тәьмин итә.

Диңгеҙ буйындағы парк комплексы 19 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. 11 аттракцион эшләй. Бөтә хужалыҡты 25 штаттағы хеҙмәткәр хеҙмәтләндерә, уларҙың һаны йәй миҙгелле эшселәр иҫәбенә арта.

Якорҙар аллеяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың май айында диңгеҙ буйы паркында «Бөтә быуын сик буйы һаҡсыларына» иҫтәлекле билдәһен асыу тантанаһы була[2]. Иҫтәлекле билдә диңгеҙ якорынан һәм сик бағанаһынан тора, бағанаға илдең гербы менән таблица ҡуйылған.

2015 йылдың июлендә диңгеҙ буйы паркында «Якорҙар аллеяһын» асыу тантанаһы үтте. Ул алданыраҡ ҡуйылған «Бөтә быуын сик буйы һаҡсыларына» иҫтәлекле билдәһе артында урынлашҡан[3]. Аллеяла элек Аҙау диңгеҙе төбөнән һәм Таганрог ҡултығынан күтәрелгән Петр заманынан алты якорь урынлаштырыла.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта паркта өлөшләтә ағас ҡырҡыла, йорттар төҙөү эше алып барыла[4][5].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Киричек М. С. Приморский парк // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 586.
  2. Собств. корр. Пограничникам всех поколений посвящается // Первая народная газета. — 2014. — 31 мая. — С. 3.
  3. Челнокова В. В Таганроге в Приморском парке появилась «Аллея якорей» // www.ruffnews.ru. — 2015. — 27 июля.
  4. Пономарёв А. Федянина уже нет, а скверы продолжают рубить // avtoritetniy.livejournal.com. — 2012. — 24 апр.
  5. Поливанова Т. Татьяна Поливанова: «Мы добиваемся, чтобы строительство в Таганроге велось по нормам и правилам» // www.patriot-rus.ru. — 2016. — 15 февр.