Диһҡан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үзбәкстандың Хорезм өлкәһендә ғәҙәти диһҡан хужалығы: ғаилә өйө, 0,3-0,4 га һуғарыулы һөрөнтө ер, мал өсөн ҡаралты

Диһҡан (фарс. دهقان «ер биләүсе»; үзб. деҳқон, ҡырғ. дыйкан, рус. дехкане) — Урта Азияла крәҫтиәндәр атамаһы.

Сасанид империяһында диһҡан атамаһы общинанан айырым хужалыҡ иткән етеш крәҫтиәндәргә ҡарата ҡулланылған. VII-XI быуаттарҙа ‘’диһҡан’’ тип феодал ер биләүсе феодалдар атала; Һуңыраҡ был атама дөйөм “крәҫтиән” мәғәнәһен ала. Был атама беҙҙең көндәргәсә ҡулланыуҙа ҡала.

Советтар Союзы осоронда диһҡан һүҙе Урта Азия республикаларының конституцияларында ҡулланыла. Хәҙерге көндә «диһҡан хужалығы» атамаһы Үзбәкстанда һәм Тажикстанда рәсми рәүештә ҡулланыла.