Эстәлеккә күсергә

Дмитриев Павел Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дмитриев Павел Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 20 апрель 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Төмән, Төмән өйәҙе[d], Тубыл губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (41 йәш)
Вафат булған урыны Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Эш урыны Государственный исторический музей[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Дмитриев Павел Алексеевич (20 апрель 1902 йыл2 ноябрь 1943 йыл) — ғалим-археолог. Тарих фәндәре кандидаты.[1]

Павел Алексеевич Дмитриев 1902 йылдың 20 апрелендә Төмәндә тыуа.

1925 йылда Мәскәү дәүләт университетының Ижтимағи фәндәр факультетын тамамлағандан һуң, РАНИОН-дың Археология һәм сәнғәт белеме институтының (1921—1929 йылда Мәскәүҙә эшләй) Археология бүлегендә аспирантурала белемен дауам итә һәм уны «Уралдың көнсығыш битләүенең Шығыр мәҙәниәте» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап тамамлай.

П. А. Дмитриев Уралда һәм Урал алдында бер нисә археологик экспедиция үткәрә. Уның иртә эштәрҙең береһе — Коми АССР-ында ҡәберлектәр һәм ҡаласыҡтар ҡаҙыу — СССР-ҙың Европа өлөшөнөң төньяҡ-көнсығышын системалы өйрәнеүҙе башлай. Шулай уҡ ул Могочинск торамаһын, Мысовский ҡурғанын, Андреевск, Ҡалмаҡ Кисеүе торамаларын, Шығыр ҡаласығын[2], Балабинск торамаһын һәм Ағиҙел йылғаһы буйында сармат ҡурғандарын ҡаҙыуҙа һәм өйрәнеүҙә ҡатнаша.

Павел Алексеевичтың барлыҡ фәнни эшмәкәрлеге, СССР Фәндәр академияһының Матди мәҙәниәт тарихы институтынан тыш, оҙаҡ йылдар ҡоралдар бүлеге мөдире, һуңынан фондтар етәксеһе һәм ғилми секретарь булып эшләгән Дәүләт тарих музейы менән тығыҙ бәйле була. Дмитриевтың 25-тән ашыу ғилми эше бар, шулар араһында Шығыр ҡаласығын тикшереүе айырым билдәлелек яулай. Уның докторлыҡ диссертацияһы, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, тамамланмай ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күрәғарашлығы һөҙөмтәһендә П. А. Дмитриев хәрби бурыстан азат була, әммә барыбер үҙ теләге менән фронтҡа китергә ҡарар итә. Мәскәү ҡалаһының Ленин районында төҙөлгән Халыҡ ополчениеһының беренсе дивизияһына инә (1941 йылдың июленән башлап — 60-сы уҡсылар дивизияһы). 1281 уҡсылар полкына ҡыҙылармеец итеп алына. Спас-Деменский эргәһендә ҡамауҙа ҡала, унан Вязьма һәм Малоярославец йүнәлешендәге ҡаты алыштар менән сыға. Юхнов районында әсирлеккә эләгә һәм Кричевский үлем лагерына урынлаштырыла, был хаҡта уның ғаиләһе бер ни белмәй. 1943 йылдың сентябрендә Брянск фронтының 369-сы Карачевск уҡсылар дивизияһы Кричев ҡалаһын азат иткәс, Павел Алексеевичтың әсирлектәге яҙмышы тураһында билдәле була[3].

Тышҡы һүрәттәр
Похоронка П. А. Дмитриева

Азат ителгәндән һуң А. П. Дмитриев яңынан Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм 10-сы армияның 330-сы уҡсылар дивизияһының ҡыҙылармеец булып 1113-сө уҡсылар полкы ҡыҙылармеецы булып китә. 28 октябрҙә мина ярсыҡтарынан яралана һәм икенсе көндө 412-се медсанбатҡа ебәрелә. Унан 31 октябрҙә хәрәкәт итеүсе ялан госпиталенә оҙатыла, 1943 йылдың 2 ноябрендә гангренанан вафат була. Белорус ССР-ының Могилев өлкәһе Веремейки станцияһы зыяратында ерләнгән.[4] Һуңыраҡ Могилев өлкәһенең Чериков ҡалаһында Еңеү паркындағы туғандар ҡәберлешегә күсереп ерләнә. Дәүләт тарих музейында тыуған иле өсөн һәләк булған хеҙмәткәрҙәргә ҡуйылған таҡтаташта, П. А. Дмитриевтың да фамилияһы бар.[3]

Липеровская Елена Николаевна менән университетта уҡығанда танышып, 1927 йылда өйләнешәләр. Икеһе лә Археология кафедраһы профессоры Василий Алексеевич Городцовтың уҡыусыһы була. Мәскәүҙә Ружейный тыҡрығы, 2а адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәйҙәр. Хәҙер ул мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән. Уларҙың дүрт балаһы була.[3]