Днепр (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Днипро битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Днепр
укр. Дніпро Collage of Dnipro city images.jpg
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Украина

Координаталар

48°28′00″ с. ш. 35°01′00″ в. д.HGЯO

Ҡала башлығы

Булавка Галина Ивановна (и.о.)

Нигеҙләнгән

1776

Элекке исеме

Днепропетровск

Ҡала с

1778

Майҙаны

162.42 км²

Рәсми теле

Украин теле

Халҡы

989 437 кеше (2015)

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+380 56(2)

Почта индексы

49000-49489

Рәсми сайт

dniprorada.gov.ua

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Днепр (Украина)
Днепр
Днепр

Днепр (укр. Дніпро; 2016 йылға тиклем — Днепропетровск) — Украиналағы ҡала. Днепропетровск өлкәһенең административ үҙәге.[1]. Халыҡ һаны буйынса Киев, Харьков һәм Одессанан ҡала илдә дүртенсе. Советтар Союзында Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан һуң өсөнсө баш ҡала итеп төҙөлә[2]. Совет Украинаһының эре сәнәғәт үҙәге, СССР-ҙың ядро, оборона, космос программаларының үҙәге[3] . Хәрби промышленность өҫтөнлөгө булғанға 1990 йылдарға тиклем Днепропетровск ябыҡ ҡала була. Ҡара металлургия, металл эшкәртеү, машиналар төҙөү үҫешкән.

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала үҙенең Екатеринослав тигән тәүге исемен ике осорҙа: 1776 йылдан 1796 йылға тиклем һәм 1802 йылдан 1926 йылға тиклем йөрөтә. Беренсе фараз буйынса ҡалаға исем императрица Екатерина II хөрмәтенә, икенсе фараз буйынса изге Екатерина Александрийская исеме хҡрмәтенә бирелгән[4].

1796—1802 йылдарҙа ҡалаға Новороссийск исеме бирелә. Ҡаланың исемен алыштырыу Павел I-нең әсәһе императрица Екатерины II тураһында хәтерҙе юйырға теләүе менән аңлатыла. Павл I үлгәндән, ҡала халҡы һорауы буйынса, император Александр I 1802 йылда ҡалаға тәүге исемен ҡайтара.

1926 йылда ҡала исеме Днепропетровск тип үҙгәртелә. Днепр һүҙенән, һәм ҡалала хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған совет партия һәм дәүләт эшлеклеһе Г. И. Петровский исемен ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән.

2016 йылдың 19 майында Украина Юғары Радаһы декоммунизации сиктәрендә Днепропетровск ҡалаһының атмаһын рәсми рәүештә Днепр тип үҙгәртте[5][6].

Эске бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала 8 районға бүленә:

  • Яңы Кодак районы
  • Үҙәк районы
  • Чечеливка районы
  • Соборы районы
  • Шевченко районы
  • Амур-Түбенге Днепр районы
  • Индустриаль районы
  • Һамар районы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]