Добаткин Владимир Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Добаткин, Владимир Иванович битенән йүнәлтелде)
Добаткин Владимир Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 23 февраль 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 октябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө металлург
Уҡыу йорто Дәүләт төҫлө металдар һәм алтын университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Сталин премияһы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин премияһы

Добаткин Владимир Иванович (19151999) — СССР һәм Рәсәй металлургы.[1] СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Ленин премияһы һәм өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Добаткин Владимир Иванович 1915 йылдың 10 (23 февралендә) Бетино ауылында тыуған (хәҙер Рязань өлкәһе).

1941 йылда Төҫлө металдар һәм алтын дәүләт университетын тамамлай; 1941—1958 йылдарҙа 95-се заводта (Үрге-Салдинский металлургия производство берекмәһе): өлкән инженер, баш металлург урынбаҫары, баш металлург булып эшләй;[1] 1956 йылда техник фәндәр докторы. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: «Строение слитков деформируемых алюминиевых сплавов и его влияние на свойства изделий»; профессор;[2]1958—1961 йылдарҙа авиация материалдарының Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1961—1987 йылдарҙа Еңел иретмәләрҙең Бөтә Рәсәй институты начальнигы урынбаҫары; 1979 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы

1999 йылдың 9 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Троекуров зыяратында ерләнә

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. И. Добаткиндың төп эштәре өҙлөкһөҙ ҡойоу, металдарҙы өйрәнеүсе фәнгә еңел иретмәләрҙе термик эшкәртеүгә арналған. Ул иретмәләрҙе кристаллаштырыуҙың ҡайһы бер законлылыҡтарын билдәләй, алюминий һәм титан иретмәләренән деформацияланған ярымфабрикаттаҙны нығытыуҙың мөһим механизмдарының береһе — структур (субзерен) нығытыуҙы аса һәм һүрәтләй. Уның етәкселегендә бер нисә эре етештереү мәсьәләһе хәл ителә: эре габаритлы титан ҡойолмаларын сәнәғәтле етештереү технологияһы эшләнә һәм ойошторола; киң фюзеляжлы самолеттарҙың яңы быуыны өсө ҙур габаритлы ҡушылмаларҙы ҡойоу һәм юғары ныҡлыҡтағы алюминий иретмәләренән ярымфабрикаттар алыу буйынса сәнәғәтле технология эшләнә; юғары ныҡлыҡтағы алюминий иретмәләрҙең конструкцион ныҡлығы арта[1]

В. И. Добаткин —металдарҙың вакуумлы иретмә технологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[3]. Уның етәкселегендә СССР-ҙа беренсе тапҡыр ҡаты профилдәр, нәҙек торбалар һәм эре штамповкалар яһау үҙләштерелә.[2]

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В.И.Добаткин — 200-ҙән ашыу баҫма эшенең, шул иҫәптән 6 монография авторы[1] Төп хеҙмәттәре:

  1. Добаткин, Владимир Иванович. Литейные свойства сплавов применительно к непрерывному литью [Текст] / Добаткин В. И.; Моск. авиац. технол. ин-т «МВО». Москва : тип. МАТИ, 1946.
  2. Добаткин, Владимир Иванович. Непрерывное литье и литейные свойства сплавов [Текст] / В. И. Добаткин, канд. техн. наук; [Предисл. акад. А. А. Бочвар и проф. д-ра С. М. Воронова, с. 3-4]. Москва : изд-во и тип. Оборонгиза, 1948.
  3. Добаткин, Владимир Иванович. Строение слитков деформируемых алюминиевых сплавов и его влияние на свойства изделий [Текст] : Автореферат дис. работы, представл. на соискание учен. степени доктора техн. наук / М-во высш. образования СССР. Моск. ин-т цвет. металлов и золота им. М. И. Калинина. Москва : [б. и.], 1956.
  4. Добаткин, Владимир Иванович. Слитки алюминиевых сплавов [Текст] / В. И. Добаткин, д-р техн. наук. Свердловск : Металлургиздат. Свердл. отд-ние, 1960.
  5. Технология производства и свойства титановых сплавов [Текст] : Материалы Науч.-техн. совещания / Всесоюз. ордена Ленина науч.-исслед. ин-т авиац. материалов ; Отв. ред.: д-р техн. наук В. И. Добаткин, инж. И. Н. Каганович. [Москва] : ОНТИ, 1961—1967.
  6. Вакуумная дуговая плавка металлов и сплавов [Текст] : Сборник / Под общ. ред. д-ра техн. наук В. И. Добаткина ; ВИЛС [Б. м.] : ОНТИ, 1966—1969.
  7. Добаткин, Владимир Иванович. Гранулируемые алюминиевые сплавы / В. И. Добаткин, В. И. Елагин. М. : Металлургия, 1981.
  8. Непрерывное литье в электромагнитный кристаллизатор / [З. Н. Гецелев, Г. А. Балахонцев, Ф. И. Квасов и др.]; Под ред. В. И. Добаткина. М. : Металлургия, 1983.
  9. Плавка и литье алюминиевых сплавов : Справочник / [ М. Б. Альтман, А. Д. Андреев, Г. А. Балахонцев и др.]; Отв. ред. В. И. Добаткин. М. : Металлургия, 1983.
  10. Воздействие мощного ультразвука на межфазную поверхность металлов / [В. И. Добаткин, Г. И. Эскин, О. В. Абрамов и др.]; Отв. ред. А. И. Манохин; АН СССР, Прогр. ком. «Физика, химия и механика поверхности», Ин-т физики твердого тела. М. : Наука, 1986.

Танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ленин премияһы (1966);
  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949)
  • Ленин ордены;
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены;
  • миҙалдар
  • Рәсәй Фәндәр академияһының Д.К. Чернов исемендәге алтын миҙалы (1995) —«Исследование структурного упрочнения и наследственного влияния строения слитка на свойства деформированных легких сплавов» темаһы буйынса эштәр циклы өсөн;
  • П.П. Аносов исемендәге СССР ФА премияһы лауреаты (1975) — «Исследование закономерностей кристаллизации слитков и гранул алюминиевых сплавов» темаһына эштәр серияһы өсөн.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Добаткин Владимир Иванович 2020 йыл 19 февраль архивланған. на портале «Свободная энциклопедия Урала»;
  2. 2,0 2,1 Развитие. 2014 йыл 23 октябрь архивланған. Страница истории на официальном сайте Верхне-Салдинского металлургического производственного объединения (Корпорации ВСМПО-АВИСМА);
  3. Добаткин Владимир Иванович на портале viperson.ru.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Авиация: Энциклопедия. — М.: Большая Российская Энциклопедия. Главный редактор Г. П. Свищев. 1994;
  • Большой энциклопедический словарь: В 2-х т. / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Советская энциклопедия. 1991.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]