Довмонт ҡалаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Довмонт ҡалаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Довмонт ҡалаһы Викимилектә

Довмонт ҡалаһы — XIII быуатта төҙөлгән таш ҡоролма, Кромды өҫтәмә нығытыу, ҡәлғә майҙанын киңәйтеү һәм Псков ҡала посадын һаҡлау өсөн төҙөлгән. Атамаһы 1266—1299 йылдарҙағы Псков кенәзе Довмонт исеменән (Тимофей суҡындырыуында), сыҡҡан

Кром һәм Довмонт ҡалаһы күренеше. Макет. XVI быуат тирәһе

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала диуарҙары үҙ эсенә төньяҡта Довмонт стенаһын һәм көньяҡта яңы дауамын ала, ул посад урынында кенәз Довмонт ваҡытында төҙөлә; көнсығыш стенаһы Пскова йылғаһы өҫтөндә, көнбайыш яғы Бөйөк йылғаһы өҫтөндә тора. Ҡала посадтары ултырыуҙары урынында бында админисьтратив үҙәк күсерелә, ул һуңғараҡ XIV быуатта Довмонт ҡалаһы тип атала (беренсе тапҡыр «Довмонт ҡалаһы» 1370 йылда телгә алына)[1][2] Бында XV быуатта Рыбницкий (Изге ҡапҡалар манаралары өҫтөндә) һәм Власьевская башнялары төҙөлә.Довмонт диуары (Довмонтов ҡала) Псков ҡәлғәһе оборона стеналарының икенсе бүлкәте. XV—XVI быуатта Довмонт территорияһында 17 ҡорам урынлаша, үҙенең әһәмиәтен юғалтып, уларҙың күбеһе XVI—XVII быуаттарҙа һүтеп алына. Төньяҡ һуғыш башланыу Довмонт территорияһында Раштыуа батареяһы төҙөлә. Ғибәҙәтханалар ябыла һәм ҡорал келәте булараҡ ҡулланыла.

XIX быуаттың аҙағында Довмонт ҡалаһы территорияһы буш торған. Псковты немец ғәскәре оккупациялаған ваҡытта Довмонт ҡалаһында немец зенит батареяһы була. XX быуаттың икенсе яртыһында археологтар боронғо Довмонт ҡалаһының һәм данлыҡлы ғибәҙәтханаларҙың фрагменттарын таба.

Никола һәм Покров сиркәүе фундаменттары консервацияланған һәм ер өҫтөнә сығарылған.

Довмонт ҡалаһы сиркәүҙәренең стеналары биҙәктәре - Псков боронғолоғоноң ҡалдыҡтарын Ленинградҡа алып киләләр, Черная йылғаһы эргәһендәге Иҫке Ауылда яңы Эрмитажда һаҡлана

[3].

Довмонт ҡалаһы территорияһында археологтар XIV-XV быуаттар хәрби кейемдәр һәм биш йөҙҙән ашыу ҡурғаш мисәт тапҡан.

Көньяҡ стенаһында 1692—1693 йылда төҙөлгән Приказный палаталары урынлашҡан

Ваҡыт үтеү Довмонтов ҡалаһы Кром ансамбле составына индерелә (Кремль урамы булараҡ).

Башнялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Власьевская башняһы
  • Довмонт башняһы (башня менән Ҡапҡалары менән Смердье башняһы, XIX быуатта емерелә һәм ҡапҡаһыҙ тергеҙелә.
  • Рыбницкая башняһы (Изге ҡапҡалар башняһы)

Ғибәҙәтханалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Псковта 1956 йылда Дәүләт Эрмитажы археология экспедицияһы башлаған ҡаҙыныуҙарҙа табылған Довмонт ҡалаһының ҡорамдары нигеҙҙәре һаҡланған:

# Исеме Һүрәте Төҙөлөү ваҡыты Хәҙерге адресы Координаталары Комментарий Статусы
1 Изге Тимофей Гаазкий

(Тимофея-Довмонта)
1268 йыл Довмонт ҡалаһы 57°49′13″ с. ш. 28°19′47″ в. д.HGЯO Кенәз Довмонт ерләнгән урын, XVIII быуат башында Петрҙың хәрби келәте аҫтында ҡалған һаҡланмаған
2 Георгий 1269 йыл Довмонт ҡалаһы XVIII быуат башында Пётр I ваҡытында хәрби келәттәр аҫтында ҡалған һаҡланмаған
3 Федор Стратилат 1272 йыл Довмонт ҡалаһы 57°49′14″ с. ш. 28°19′49″ в. д.HGЯO XIV быуатта яңынан төҙөлгән, XVI быуатта күрше Алексей Митрополит сикәүе менән тоташҡан, Пётр I ваҡытында XVIII быуат башында хәрби келәттәр аҫтында ҡалған һаҡланмаған
4 Алексей Митрополит Довмонт ҡалаһы 57°49′14″ с. ш. 28°19′49″ в. д.HGЯO XVI быуатта күрше Федор Стратилат сиркәүе менән тоташҡан һаҡланмаған
5 Дмитрий Солунский XII быуат Довмонт ҡалаһы 57°49′15″ с. ш. 28°19′50″ в. д.HGЯO XIV быуатта яңынан ҡоролған, XIX быуаттың 30-сы йылдарында һүтеп алынған һаҡланмаған
6 Никола

Изге Кир һәм Иоанн төкәтмәләре менән Изге Николай сиркәүе
XIV быуат Довмонт ҡалаһы 57°49′15″ с. ш. 28°19′48″ в. д.HGЯO XVIII быуатта Пётр I ваҡытында хәрби келәттәр аҫтында ҡалған. 1945 йылда табылған, 1959—1963 йылғы ҡаҙыныуҙар һаҡланмаған
7 Кирилл XIV быуат Довмонт ҡалаһы 57°49′15″ с. ш. 28°19′47″ в. д.HGЯO XVIII быуатта Пётр I ваҡытында хәрби келәттәр аҫтында күмелгән. һаҡланмаған
8 Христос Раштыуаһы XIV быуат Довмонт ҡалаһы 57°49′16″ с. ш. 28°19′50″ в. д.HGЯO XVIII быуат башында Пётр I ваҡытында күмелгән һаҡланмаған
9 Покрова Богородица XIV быуат Довмонт ҡалаһы 57°49′15″ с. ш. 28°19′50″ в. д.HGЯO XVIII быуат башында Пётр I ваҡытында күмелгән һаҡланмаған
10 Изге Рух хуплауы XIV быуат Довмонт ҡалаһы 57°49′15″ с. ш. 28°19′51″ в. д.HGЯO XVIII быуат башында Пётр I ваҡытында күмелгән һаҡланмаған
11 Никола һәм Кирилл сиркәүҙәре янында № 2 тикшерелмәгән XIII быуат Довмонт ҡалаһы XVIII быуат башында Пётр I ваҡытында күмелгән һаҡланмаған

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Е. Морозкина. Древний Псков. Кром и Довмонтов город — Москва, 2001(недоступная ссылка).Дата обращения: 2 января 2013. Архивировано 9 сентября 2013 года.
  2. Довмонтов город. XIII в.
  3. Мировой шедевр спасут от национального позора. Газета «Псковская правда» (24 ғинуар 2017). Дата обращения: 26 май 2020. 2017 йыл 4 октябрь архивланған.