Доминикан сиркәүе (Кольмар)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Доминикан сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1289[1]
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Франция[1][2]
Административ-территориаль берәмек Кольмар[1][2]
Урынлашҡан урамы place des Martyrs de la Résistance[d]
Хужаһы Q87071080?[1]
Архитектура стиле готик архитектура[d]
Обитатель Публичная библиотека (Кольмар)[d]
Мираҫ статусы исторический памятник классифицированный[d][1]
Карта
 Доминикан сиркәүе Викимилектә

Доминикан сиркәүе (франц. Des Église Dominicains) — француз ҡалаһы Кольмар территорияһындағы дини ҡоролма, уның иҫтәлекле урындарының береһе. Доминикан майҙанында урынлашҡан (франц. Des Place Dominicains)[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Доминикан сиркәүен төҙөү 1283[4] һәм 1295[5] йылдар араһында башлана

Төҙөлөш эштәре әүҙем фазаһы XIV быуаттың тәүге яртыһына тура килә. 1458 йылда сиркәү янғындан зыян күрә һәм тергеҙеү эштәренә мохтаж була. Яҡынса 1475 йылда Мартин Шонгауэр етәкселегендә доминикансылар миһрабы төҙөлә, ул хәҙер Унтерлинден музейында урынлашҡан[3][6]. Элек сиркәү доминикансылар монастыры ансамбленең өлөшө булған[7].

Сиркәүҙең нигеҙе квадрат формалағы неф тәшкил иткән, алты бүлеге бар[8].

Сиркәүҙе XIV һәм XV быуат витраждары биҙәй[9], улар Христос тормошонан күренештәрҙе һүрәтләй[8].

1720 йылда сиркәү барокко стилендәге өҫтәмә элементтар менән биҙәлә. XIX быуат дауамында сиркәү дини маҡсаттар өсөн ҡулланылмаған һәм тик 1898 йылда ғына бина үҙенең баштағы әһәмиәтенә эйә була. 1980 һәм 1990 йылдарҙа сиркәүҙә тергеҙеү эштәре алып барыла[3].

1973 йылдан Доминикан сиркәүендә Мартин Шонгауэрҙың «Мадонна в беседке из роз» картинаһы бар, ул башта Изге Мартин собор сиркәүендә ҡуйылған булған. Был картина уның һаҡланып ҡалған иң мөһим эштәренең береһе булып һанала[10].

Ҡаланың Доминикан майҙанында урынлашҡан[3].

Сиркәү 1 декабрҙән алып 25 майға тиклем ябыла[3]. Ҡалған ваҡыттарҙа ул көн һайын 10:00 сәғәттән алып 13: 00 тиклем, 15:00 сәғәттән алып 18:00 сәғәткә тиклем эшләй[9].

1992 йылда Доминикан сиркәүе Францияның тарихи ҡомартҡыһы булып таныла[11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татьяна Бурдакова, Илья Кусый, Е. Левицкая, Марк Сартан, Я. Сартан, Л. Кунявский, Юлия Ларионова, Виктория Бакир, Анна Пожидаева, Виктория Базоева, Е. Громова, Е. Меркулова. Франция. — Москва, 2012.
  • The art newspaper Russia №1. — Февраль 2014. — ISBN 2227-5401.
  • Nicholas Turner, Lee Hendrix, Carol Plazzotta. European Drawings 3: Catalogue of the Collections. — Getty Publications, 1998. — 344 с. — ISBN 9780892364800.
  • William W. Kibler, Grover A. Zinn. Medieval France: An Encyclopedia. — Routledge, 1995. — 1047 с. — ISBN 978-0824044442.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 base Mérimée (фр.)ministère de la Culture, 1978.
  2. 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 The Dominican Church.
  4. 1
  5. 2
  6. 3
  7. Eglise des Dominicains - Colmar.
  8. 8,0 8,1 Medieval France, 1995, с. 462
  9. 9,0 9,1 Франция, 2012, с. 301
  10. European Drawings 3, 1998, с. 180
  11. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].