Эстәлеккә күсергә

Дондағы Ростовта беренсе театр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Первый кинотеатр Ростова-на-Дону
Здание кинотеатра в 2017 году
Здание кинотеатра в 2017 году
ИлРоссия
УрыныРостов-на-Дону,
улица Большая Садовая, 64
Архитектура стилемодерн
Төҙөлә1898—1898 йылдар

1898

Дондағы Ростовта беренсе кинотеатр — Дондағы Ростовта беренсе булған кинотеатр

Адресы: Рәсәй, Дондағы Ростов, Ҙур Баҡса урамы, 64.

Модерн стилендә төҙөлгән тәүге биналарҙың береһе Яблоковтарҙың сауҙа йорто[1] . 1898 йылда архитектор Е.М. Гулин проекты буйынса төҙөлгән йорттоң бүлмәләре төрлө ойошмаларға ҡуртымға бирелә[2] . Октябрь революцияһына тиклем 1906 йылда, бильярд өҫтәлдәре менән һатыу иткән фирма хужаһы Иоаш Рувимович Гоцҡа ҡараған был йортта[3] Ростовтың беренсе кинотеатрҙы асыла ( «Сәнғәт» синематографы). 1917 йылда ул «Олимп».кинотеатры итеп үҙгәртелә[4]

1920 йылдарҙа бинала тегеү машиналары етештереү һәм һатыу буйынса Ростов дәүләт тресы бинаһы, уйынсыҡтар магазины һәм Роза Люксембург исемендәге Дон халыҡ мәғарифы бүлегенең кинотеатры урынлаша, ул 1950 йылда «Родина» тип үҙгәртелә.

1960 йылда архитекторҙар Г. Петров һәм Л. Эберг етәкселегендә кинотеатрҙы реконструкциялау проект әҙерләнә, һөҙөмтәлә фасадының тәүге декоратив биҙәлеше һаҡлана (тик һылап биҙәлгән декоры ғына алына)

Элекке кинотеатр бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ
Тышҡы медиафайлдар

Әлеге ваҡытта бинала магазиндар урынлашҡан.

Тап ошо кинотеатрҙа (шул ваҡытта электробиограф тип аталған, уны эшҡыуар Р. Э. Штремер аса[5]), беренсе тапҡыр кино сәнғәте менән Рәсәй кинематографының пионеры Александр Ханжонков таныша.[6] Был хаҡта бинаның стенаһында ҡуйылған мемориаль таҡта һөйләй.