Эстәлеккә күсергә

Донецкиҙа Пушкин һәйкәлдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Донецкиҙа Пушкин һәйкәлдәре
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Донецк
Тасуирлау биттәре ia600308.us.archive.org/…
Был исемлектә мәҙәни ҡомартҡы[d]

Донецкиҙа Александр Сергеевич Пушкиндың бер нисә һәйкәле урынлашҡан. Шулай уҡ ҡалала Пушкиндың әҙәби персонаждарының бер нисә скульптура композициялары бар

Пушкин скульптуралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙәниәт йорто янында Пушкин һәйкәле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1959 йылда Пушкин исемендәге Мәҙәниәт йорто янында Пушкин һәйкәле ҡуйыла. Һәйкәл Пушкиндың аяғүрә баҫып торған фигураһынан ғибәрәт. Постаменты кирбестән һәм тимер бетондан яһалған[1]. Урындағы тарихи ҡомартҡы статусына эйә (№ 99), 724-се ҡарар менән 1969 йылдың 17 декабрендә дәүләт иҫәбенә алынған[2]. 2012 йылдың апрелендә вандалдар һәйкәлдең ҡулын һындыра[3][4][5][6].Ҡала властары авария хәлендә булған һәйкәлде тергеҙергә вәғәҙә итә[7][8].


Химреактивтар заводы паркында һәйкәле.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1963 йылда химреактивтар заводы паркында Пушкин һәйкәле ҡуйыла. Һәйкәл аяғүрә баҫып торған фигуранан тора. Постамент тимер-бетон һәм кирбестән эшләнгән. Һәйкәлдең авторы — скульптор Л.П. Казанская[1].

Драмтеатр янындағы һәйкәле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылдың 14 июнендә Донецк академия украин музыкаль-драма театры янында Пушкин һәйкәле ҡуйыла. Һәйкәлдең авторы — скульптор Гинзбург Наум Абрамович, архитекторы Я. И.. Томилло[9]. Һәйкәл бронза бюстан тора. Бюстың бейеклектәге — 1.2. м. Бюст плиталар менән көпләнгән дүрткел мөйөшлө ҡара гранит постамента урынлаштырылған. Постаменттың күләме — 3,0×0.2×0.8. 2000 йылда постаментты колонна рәүешендәге постаментҡа алмаштыралар. Постаменттың алғы яғында Пушкиндың факсимилеһе урынлашҡан. Беренсе постаментта факсимиленән түбәнерәк шағирҙың тормош даталары күрһәтелгән. Һәйкәлде асыу шағирҙың тыуыуының 170 йыллығына һәм Донецк ҡалаһының 100 йыл тулыуына тап килтерелә[10]. Һәйкәл тирәләй сквер төҙөгәндәр.

2003 йылда Донбасстың Уң йәштәр союзы был һәйкәл урынына Степан Бандера һәйкәлен ҡуйыу өсөн ҡултамғалар йыя[11]. Һәйкәл янында Донецк өлкәһендәге Рус теле көндәренә арналған саралар үтә[12].

«Пушкинъ» рестораны янында һәйкәл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылдың 6 июнендә Пушкин исемендәге «Пушкинъ» рестораны янында шағирҙың эскәмйәлә ултырыуын һүрәтләгән скульптура композицияһы ҡуйыла[13].

Башҡа скульптуралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донецк опера һәм балет театрында Александр Пушкиндың аяғүрә баҫып торған һәйкәле бар. Донецк өлкә Крупская исемендәге китапхана бинаһында Н.А. Гинзбург эшләгән А.С.Пушкиндың горельефы ҡуйылған.

Пушкин персонаждары һәйкәле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пионерҙар һарайы эргәһендә «Ыласын» балалар майҙансығы урынлашҡан. Унда Пушкиндың «Алтын әтәс тураһында әкиәте» буйынса скульптура композицияһы урынлашҡан булған. Композицияға Дадон батша, Шәмәхә батшабикәһе һәм алтын әтәс ингән. Майҙансыҡты реконструкциялағандан һуң композиция һүтеп алына.

Пушкин бульварында Диңгеҙ ҡултығы персонаждары менән скульптура композицияһы урынлашҡан («Руслан һәм Людмила» поэмаһына инеш) — ғалим бесәй, һыу ҡыҙы һәм урман эйәһе.

Ленин комсомолы паркында әкиәттәр яланында «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт» һәм «Руслан һәм Людмила» буйынса скульптура композицияһы урынлашҡан.

Донецкиҙың сүкеп эшләнгән һәм семәрле скульптуралар паркында Алтын балыҡ менән «Руслан һәм Людмила» поэмаһындағы Баштың һындары бар. Баш һыны 2006 йылда, паркта әкиәт персонаждары аллеяһы барлыҡҡа килгәс ҡуйыла.

  1. 1,0 1,1 Гдалин и др. Памятники А. С. Пушкину: Материалы к аннотированному каталогу. — 1993. Дата обращения: 18 ғинуар 2007. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  2. Реестр культурного наследия Донецкой области. Дата обращения: 17 июль 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  3. Пушкину отбили руки. Дата обращения: 26 апрель 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 4 октябрь архивланған.
  4. YouTube сайтында ВАНДАЛИЗИМ - нападение на донецкого Пушкина
  5. В Донецке памятник Пушкину лишился рук. Дата обращения: 26 апрель 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  6. Памятник Пушкину в Донецке остался без рук. Дата обращения: 26 апрель 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  7. Пострадавший от вандалов памятник Пушкину восстановят в Донецке. Дата обращения: 26 апрель 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  8. Пострадавший от вандалов памятник Пушкину в Донецке восстановят до майских праздников. Дата обращения: 26 апрель 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  9. От Донецка до Ухты (Сведения о некоторых памятниках Пушкину в СССР). Дата обращения: 11 апрель 2007. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  10. Сто лет — как с куста… Дата обращения: 25 март 2009. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  11. В Донецке хотят снести памятник Пушкину и взамен установить памятник Бандере. Дата обращения: 18 ғинуар 2007. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  12. В Донецке отметят День русского языка. Дата обращения: 5 июнь 2007. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  13. 13
  • Памятники и памятные знаки // Всё о Донецке.: Справочное пособие. — Донецк: Донбасс, 2003. — С. 156-162. — ISBN 5-7740-0782-0.
  • Памятник А. С. Пушкину // Телегид. Специальный выпуск. Донецк туристический. 150 лучших мест для семейного отдыха. — Донецк, август 2010. — № 2. — С. 11.