Донецк тимер юлының үҫеше һәм тарихы музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Донецк тимер юлының үҫеше һәм тарихы музейы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 2000
Дәүләт Flag of Ukraine.svg Украина
Рәсми сайт parovozy.in.ua
Commons-logo.svg Донецк тимер юлының үҫеше һәм тарихы музейы Викимилектә

Донецк тимер юлының үҫеше һәм тарихы музейы, Донецк ҡалаһында Донецк станцияһы тимер юл вокзалы эргәһендә урынлашҡан.

2000 йылдың 4 авгусында Донецк тимер юлы төҙөлөүенең 130 йыллығына арналған. Коллекция туплаусы, музейға нигеҙ һалыусы һәм уның директоры Владимир Николаевич Донченко.

2000-дән ашыу экспонаттар документтарҙан, наградалар, тимер юлы униформаларынан, тимер юл ҡорамалдары һәм ҡоралдары, иҫке фотоһүрәттәр һәм башҡа материалдарҙан тора. Музей коллекцияһында Екатерина тимер юлының 25 йыллығына арналған 1909 йылғы китап, 1936 йылғы тимер юлсыларҙың кейемдәре, Морзе телеграф аппараттары, Рудзутак исемендәге урта башланғыс состав мәктәбен тамамлау тураһында билдә һаҡлана. Музей эскапозицияһы Юзово станцияһының элекке бинаһында урынлашҡан.

Музей хеҙмәткәрҙәре иҫке тимер юлы техникаһын йыйыу һәм тергеҙеү эштәре алып бара. ФД, Л, О, Э серияһы паровоздары табылған һәм тергеҙелгән. ТЭ3, 2ТЭ116, ЧМЭ5 һәм электровоз ВЛ8, вагонлы хәрәкәт итеүсе составтар бар, Генерал Брусилов һәм маршал Ворошилов ҡулланған вагондар реставрациялауҙы көтә

Музейҙа барыһы 25 берәмек раритет хәрәкәтсән состав. Уларҙың иң иҫкеһе -1898 йылда сығарылған Ворошилов вагон-салоны. Музейҙа 1929 йылда етештерелгән Ь-2062 паровозы һаҡлана, ул шулай уҡ «Кәкүк» исеме аҫтында билдәле. Был БДБ-ла берҙән-бер һаҡланып ҡалған экспонат.

2006 йылда экспозиция тәгәрмәсле йөҙөүсе «К-61» транспортеры менән тулыландырыла[1] — һуғыштан һуңғы ваҡыттарҙа бындай вездеходтар күпер кеүек стратегик объекттарҙа хәрбиләштерелгән тимер юлы һағы булараҡ ҡулланылған.

Музейҙың төп базаһы Донецкта. Филиалдары Ясиноватыйҙа, Славянскта, Ҡыҙыл Лиманда.

Музей Яңы Европаның тимер юлы мираҫының яҡлау фондында тора, Украина техник музейҙар хеҙмәткәрҙәренең ассоциацияһы ағзаһы булып тора.

Музей Рәсәй тимер юлдары бүләк иткән ЛВ паровозы менән тулыландырылған

Музей әле реконструкцияла, тимер юлы техникаһының майҙаны бер аҙ киңәйтелә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]