Дон дельтаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Дельтаның юлдаш  фотоһы
Мёртвый Донец
Большая Кутерьма
Каланча
Мокрая Каланча
Дон
Дон
 Лагутник йырыны

 Дон дельтаһы (антикала — Меотий һаҙлығы) — ҙурлығы буйынса  Азов диңгеҙе яр буйындағы икенсе урындағы дельта.  Дон йылғаһының тамағында , РФ  Ростов өлкәһе сиктәре эсендә урынлашҡан. Майҙаны яҡынса  538 кв. км  тәшкил итә. Дон йылғаһының һыу күләме, Кубань йылғаһыныҡына ҡарағанда 1,5—2 тапҡырға артыҡ булыуға ҡарамаҫтан,  Кубань йылғаһы дельтаһының 12,5 % күләмен биләй. Дон  дельтаһы Азов диңгеҙенең  Таганрог ҡултығы менән сиктәш.

Характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙер Дон дельтаһы майҙаны майҙаны 538 кв. км. Ул Дондағы Ростов ҡалаһынан түбәндәрәк  Түбәнге Гнилов станицаһы янында башлана. Бында йылға  судно йөрөмәй торған Үлек  Донец уң  тармағына  айырыла. Унан түбәндәрәк Ҙур Каланча, Иҫке  Дон, Оло Кутерьма, Переволока, Еүеш Каланча тармаҡтарына һәм төрлө гирлалар, йырындарға, каналдарға,шул иҫәптән Азов магистраль каналына  тармаҡлана. Шул итеп хәҙерге Дон дельтаһы  әҙ һандағы күлдәре, валдар менән уратылған балыҡ ыуылдырыҡ сәсә торған һыулы урындар, яландар, ҡамыш менән ҡапланған һай һыу ятҡылыҡтары менән бергә  яҫы аллювиаль тигеҙлектән ғибәрәт.

Боронғо тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антика  текстарында был төбәк  "меотий һаҙлығы" (Palus Maeotis) исеме аҫтында билдәле. Унан алыҫ түгел боронғо Танаис ҡалаһы урынлашҡан.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дельта туғай үҫемлектәре , һынған ҡамыш ватыҡтары менән ҡапланған . Климатя- йылы диңгеҙ яны климаты. Ҡар ҡатламы даими ятмай, февраль баштарында иреп бөтә. Дельтала фазандар йәшәй. XXI быуат башында бында сүл бүреләре(шакалдар)эйәләшкән. Ростовөлкәһендә уларға ҡаршы һунар асылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]