Дон ҡурсағы (фестиваль)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дон ҡурсағы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Дондағы Ростов

Ойоштороусылар

Дон дәүләт халыҡ китапханаһы

Тематика

ҡурсаҡтар

Дон ҡурсағы— фестиваль, йыл һайын Дон дәүләт халыҡ китапханаһында, Дондағы Ростов ҡалаһында, Пушкин урамы, 175 а йортонда ойошторола. Фестиваль бер ай дауам итә, ул ваҡытта ҡурсаҡ эшләү буйынса мастер-кластар үткәрелә һәм һәм ҡурсаҡ күргәҙмәһе эшләй. Төрлө ҡалаларҙан һәм илдәрҙән ҡатнашыусылар үҙ эштәрен күрһәтә[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылда VI «Дон ҡурсағы» асыҡ өлкә фестивалы үтә[2]. Славяндар, ҡалмыҡ, немец, удмурт, венгр, әзербайжандар, грузин, йәһүд милле кейемендәге ҡурсаҡтар күрһәтелә. Улар араһында мейес башында ултырған Иван-дурак ҡурсағы ла була. Ул герой нисбәтендә эшләнгән самауыр, көршәк, суйын тотҡос та булған. Парижда йөрөгән казактарҙы һүрәтләгән ҡурсаҡтар күрһәтелә. 13 декабрҙә фестиваль еңеүселәре бүләкләнә[3].

2014 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда фестивалдә ҡатнашыу өсөн Ростов өлкәһенең 20 районынын кешеләр килә. Жюри бер нисә критерий буйынса баһа биргән: ҡурсаҡтың яҡшы кәүҙәләнеше, оҫталыҡ һәм үҙенсәлек буйынса[4].

2015 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда «Дон ҡурсағы» фестивале 13 ноябрҙән 14 декабргә тиклем дауам итә. Дон дәүләт асыҡ китапханаһында 300-ҙән ашыу ҡурсаҡ күргәҙмәгә ҡуйыла. Уларҙы эшләү өсөн керамика, ағас, текстиль һәм пластик файҙаланылған[5]. Ҡурсаҡ эшләгәндә төрлө техника ҡулланылған. Ростов өлкәһендә йәшәүсе 11 милли ойошма (улар араһында гректар, белорус, йәһүд, әрмән һәм осетиндар булған) фестивалдә ҡатнашҡан. Фестивалдә ҡатнашыусылар приздар һәм грамоталар менән бүләкләнә, ҡурсаҡтарҙы казактар итеп эшләгән Дондағы Ростов ҡалаһының рәссам ҡатын Почёт грамотаһына лайыҡ булған[6].

2016 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылда «Дон ҡурсағы» фестивале сиктәрендә ҡурсаҡ эшләп өйрәнергә теләүселәр өсөн мастер-кластар ойошторола, уларҙа ҡатнашыу бушлай була. Уҙған йылда еңеүселәр дәрес үткәрә, улар араһында физиктар, табиптар, менеджер һәм рәссамдар була. Фестивалдә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Сара 2016 йылда Дон дәүләт халыҡ китапханаһында ойошторола, унда Волгоград һәм Краснодар крайынан килеп ҡатнашыусылар булған. Күргәҙмәгә энә менән еп ҡулланып эшләнгән ҡурсаҡтар ҡуйылған. Аяҡ кейеме һәм костюм элементтары булдырылған. Күргәҙмәгә килеүселәргә әҙер ҡурсаҡтар тәҡдим ителгән.

2016 йылда урыҫ ҡурсаҡтары күргәҙмә сиктәрендә күп йола ҡурсаҡтарын күрһәтте. Иң ябай ҡурсаҡ столбушка була, уларҙы ырыу һаҡлаусыһы (Берегиня) тип тә атайҙар. Улар йортто насар ниәт һәм хистәрҙән һаҡларға һәләтле. Әммә бындай ҡурсаҡтарҙың биттәре бер кешенекенә лә оҡшаш булмаҫҡа, йәғни бит һыҙатһыҙ итеп эшләнергә тейеш, юҡһа, легендаға ярашлы рәүештә, уның һаҡлау үҙенсәлектәре юғала. Бындай ҡурсаҡты йорт ишегенең ҡаршыһына, кеше буйынан өҫтәрәк ҡуйырға кәрәк: ул йортҡа яман уйҙар менән килгән кешеләрҙе йортҡа индермәһен һәм өйҙө төрлө күңелһеҙлектәрҙән һаҡлаһын өсөн.

Был йылдағы күргәҙмә экспонаттары араһында Рязань крәҫтиән ҡатыны байрам кейеме була. Был кейем күргәҙмәгә тиклем оҙон юлдар үтә,оҙаҡ йылдар буйы һаҡланып килә һәм ҡатнашыусы ҡыҙҙың өләсәһенән ейнсәренә тапшырылған кейем булып сыға. Ул быуындан-быуынға күсеп килгән ҡомартҡы кейем, XIХ быуат аҙағында тегелгән. Күргәҙмә экспонаттары араһында сит илдәрҙән килгән ҡораманан тегелгән юрғандар булған. Фестивалдә милли поляк кейемендәге, шулай уҡ иң Дағстан һәм Таулы Ҡарабахтан килгән ҡурсаҡтарҙы ҡарарға тәҡдим ителгән. Әрмән ҡурсағы Нури була, уның менән ҡоролоҡ ваҡытында крәҫтиәндәр файҙаланған. Экспонаттарҙың дөйөм һаны — 300-гә яҡын. 2016 йылда фестиваль 9 декабргә тиклем дауам итә.

Ярыш бер нисә номинацияла үҙғарыла: «Иң яҡшы сюжет композицияһы», «Милли колорит», «Иң яҡшы художестволыарт-объект». Фестивалдә төрлө ойошмалар, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнаша алған. Теләһә ниндәй материалдан эшләнгән әйберҙе күргәҙмәгә тәҡдим итергә мөмкин, тик уның бейеклеге 1 метрҙан артырға тейеш түгел[7]. 2016 йылдың конкурсында 4 ҡурсаҡ— Олег Попов хөрмәтенә клоундар серияһын яһаусы еңеп сыҡты[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]