Дорофеев урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дорофеев урамы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 0,1 km
Карта

Дорофеев урамы Өфө ҡалаһының тарихи өлөшөндә, Коммунистик һәм Хоҙайбирҙин урамдары араһында урынлашҡан. Урам бик ҡыҫҡа –100 метр оҙонлоғонда. Дорофеев урамында барлығы 5 йорт бар (уларҙың береһенә – 100 йылдан ашыу).

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге исеме – Георгий тыҡрығы. 1798 йылда хәҙерге Дорофеев һәм Коммунистик урамдары сатына бөтөрөлгән Успенский  ирҙәр монастыры урынына ағас Успения Божья Матерь сиркәүен күсереп ултырталар. Ғибәҙәтхана Сергей Иванович Аничковтың шәхси инициативаһы менән һаҡлап алып ҡалына, уның хөрмәтенә Өфөлә Аничков аллеяһы барлыҡҡа килә.   

1849 йылда  ағас сиркәү урынында таштан Успенский  сиркәүе төҙөлә, ул Өфөлә тышҡы күренеше һәм биҙәлеше буйынса иң матуры тип һанала. 1862-1864 йылдарҙа Изге Архангел Михаил һәм Изге Бөйөк ыҙа сигеүсе һәм Еңеү килтереүсе Георгий хаҡына 2 төкәтмә төҙөлә.

Изге Бөйөк ыҙа сигеүсе  Георгий төкәтмәһе тыҡрыҡҡа ҡарай сыға, шуға ла ул аҙаҡ Георгий исемен ала. 

1920 йылдар уртаһында тыҡрыҡ Цеховой тыҡрығы итеп үҙгәртелә.

1943 йылда ошо тыҡрыҡта йәшәгән Дорофеев исеме менән  атала.

Георгий Григорьевич Дорофеев 1904 йылда тыуа. Хеҙмәт юлын Сталинград трактор заводында башлай. Партия һәм профсоюз эшмәкәре. 1937 йылда  ашығыс рәүештә Өфөгә ебәрелә. Өфөнөң партия  ҡала комитеты секретары,  өлкә комитетының сәнәғәт бүлеге мөдире, ВКП(б) өлкә комитеты секретары  булып эшләй.  

1943 йылда фронтта һәләк була.

Иғтибарға лайыҡ биналар һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коммунистик урамы менән  мөйөштә XIX быуат аҙағында – XX быуат башында төҙөлгән  Ф. П. Павлов йорто тора. Архитектура  ҡомартҡыһы. (Коммунистик урамы, 73 / Дорофеев урамы, 1).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

POSREDI.RU

Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз.

Башкирская  энциклопедия(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ДубльГис: улица Дорофеева