Дорошенко Николай Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дорошенко Николай Александрович
Николай Александрович Дорошенко
Файл:Doroshenko NA.jpg
Төп мәғлүмәт
Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Тыуған көнө

5 май 1857({{padleft:1857|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Сумы,
Харьков губернаһы,
Рәсәй империяһы

Вафат көнө

1898({{padleft:1898|4|0}})

Вафат урыны

Дондағы Ростов,
Рәсәй империяһы

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

Вторая Санкт-Петербургская гимназия[d]
Петербургское строительное училище[d][1]

-
 Дорошенко Николай Александрович Викимилектә

Дорошенко Николай Александрович (5 май 1857 йыл — 1898 йыл) — Рәсәй архитекторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Александрович Дорошенко 1857 йылдың 5 майында Харьков губернаһының Сумы ҡалаһында статский советник, дворян ғаиләһендә тыуған. 1898 йылда вафат булған. Рәсәй архитекторы.

Петербургта йәшәгән, унда Икенсе гимназияны тамамлаған. 18761882 йылдарҙа Санкт-Петербург Төҙөлөш училищеһын тамамлай. Унан һуң Петербургта эшләй.

1885 йылда Дондағы Ростовҡа күсеп килә һәм башта ҡаланың бәләкәй архитекторы булып, ә 1887 йылдан — өлкән архитекторы булып эшләй.

Үҙ һөнәри эшсәнлеген Николай Дорошенко ҡала сауҙагәрҙәре һәм эшҡыуарҙары өсөн йорттар һәм айырым утар йорттарын нәфис стилдә төҙөүҙән башлап ебәргән. Шуларҙың иң билдәлеләре : Н. Ф. Солодов (Гәзит тыҡрығы, 47) йорто ; С. Великанова утар йорто (хәҙерге Серафимович урамы, 15), И. В. Кащенко йорто (хәҙерге Чехов урамы, 41)[2]. 1890-сы йылдар башынан Николай Дорошенко ҡаланың баш архитекторы вазифаһын үтәгән.

Һуңыраҡ ул йорттар проекттарын ғәмәлгә ашырған һәм ҡалалағы Музей һәм Дума торған юл урамында китапхана (1893), клуб бинаһы — Ҡала баҡсаһындағы Ротонда (1893) хәҙер емерелгән, ирҙәр һәм ҡатын-кыҙҙар гимназиялары, Яңы һәм Затемерницкий ерлектәрендәге (1893-96) йорттарҙы ҡарап төҙөткән.

Шул уҡ осорҙа Николай Дорошенко Дмитриев ҡәлғәһе ҡалдыҡтары өҫтөндә һалынған Коммерция клубы (хәҙерге Беренсе Май паркы) мемориаль беседкаһын проектлаштырған. Замандаштары раҫлауынса, ул Петропавловский сиркәүенең 1899 йылдың яҙында изгеләндерелгән богадельняһы проектының да авторы.

Ҡаланың баш архитектор вазифаһын башҡарған осорҙа ул шәхси практика менән дә булышҡан. Дорошенко проекты буйынса 1897-98 йылдарҙа Домбровскийҙың утар йорто (хәҙер Пушкин урамындағы 119-сы йортта төҫлө сәнғәт музейы), С. Чернованың (Оло Баҡса урамы, 27) йорто, Мәскәү урамындағы өс ҡатлы табыш йорто (хәҙерге Мәскәү урамы, 72) төҙөлгән.

Ҡала башлығы А. М. Байков заказы буйынса Пятигорскиҙағы Лермонтов һәйкәле янындағы сквер проектын (1886 йыл) һәм Ессентукиҙағы Пантелеймон сиркәүе (1887 йыл) проектын да Дорошенко эшләгән.

Дондағы Ростовта һөҙөмтәле эшләп, архитектор кирбес эклектика стиленә рус стиле элементтарын ҡатнаштырып бик күп ҡоролмалар төҙөткән.

Үҙ проекттарын төҙөгәндә Николай Дорошенко "академия стилендәге " ренессанс, классицизм, барокко формаларына һәм мотивтарына ҙур иғтибар иткән . Уның хәҙерге заманда һаҡланып ҡалған архитектура эштәре Ростов ҡалаһының архитектура ҡомартҡылары иҫәбендә.

Актив ижади эшсәнлеге 1898 йылдың аҙағында ваҡытһыҙ үлеп китеүе арҡаһында туҡталып ҡалған[3]. Дорошенконы ерләү сығымдарын Ҡала Думаһы үҙ өҫтөнә алған.

1899 йылдың ғинуарында һуң уның тол ҡатыны иренең эшләгән эштәре өсөн хаҡ түләүҙе һорап ҡала Думаһына мөрәжәғәт иткән. Был хатты тикшереү ултырышында ун дүрт йыл буйы бергә эшләү дәүерендә архитекторҙың хеҙмәттәрен яҡшы белгән В. Т. Севастьянов, П. Ф. Горбачев, С. А. Богуславский һәм башҡалар ҡала иҫәбенән Анна Алексеевна Дорошенкоға 1800 һум аҡса бирергә , 1899 йылдан башлап Дорошенконың улына балиғ булғансы тәрбиәләү өсөн һәр йыл һайын 450-шәр һум аҡса бирергә ҡарар ҡабул иткәндәр.

Билдәле проекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Врангель йорто — Дондағы Ростов, Гәзит тыҡрығы, 8.
  • А. П. Петров йорто — Дондағы Ростов, Пушкин урамы, 115.
  • Великанова утар йорто — Дондағы Ростов, Серафимович урамы, 15.
  • Скорбященская церковь (һүтелгән) — Дондағы Ростов.
  • Маргарита Чернова йорто — Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы һәм Халтурин тыҡрығы[4]:
</gallery>

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1876 год
  2. Дорошенко Николай Александрович Дондағы Ростов ҡалаһының баш архитекторы. www.donvrem.dermartology.ru. Дата обращения: 12 февраль 2017. 2017 йыл 12 февраль архивланған.
  3. ГОРОДСКОЙ АРХИТЕКТОР НИКОЛАЙ ДОРОШЕНКО
  4. Волошинова В. Черновой утар йорто(недоступная ссылка) // Етенсе баш ҡала. — 2006. — 19 ноябрь.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]