Дошман ҡырҙы Салауат (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дошман ҡырҙы Салауат
Жанр халыҡ йыры[d]
Башҡарыусы/артист Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы
Әҫәрҙең теле башҡорт теле

«Дошман ҡырҙы Салауат» («Салауатҡа дан йыры») — башҡорт халыҡ йыры.

Төрлө дәүерҙәрҙә йәшәгән билдәле шәхестәргә бағышланған тарихи йырҙар төркөмөнә инә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1977 йылда Р. С. Сөләймәнов, Ф. А. Нәҙершина, һуңынан А. М. Ҡобағошов тарафынан Башҡортостандың Салауат районы Әлкә ауылында Тәскирә Шөғәйепованан (1928 йылда тыуған) яҙып алынған. Йыр гимн характерында һәм Салауат Юлаевтың ҡаһарманлыҡтарын данлай. Герой ҡиәфәтенең тасуирламаһы, «батыр» эпитеты — көй менән органик берҙәмлектә. Йырҙың үҙенсәлеге — башының һәм ҡушымтаның темп контрастында, йәғни, оҙон көйҙөң темпында башланған йыр ҡушымтаһында ҡыҫҡа көйгә күсә. Өҙөн көй өлөшөндә тотороҡло ауаздар ишетелә, мелодик үҫештең төп ысулы — уларҙы мелизмдар менән байытыу. Ҡушымтаһында башҡорт бейеү көйҙәренә хас булған һәм бөтә йырға тантаналы рәүеш биргән алым ҡуллана[1].

Ошо йырҙың бер вариантын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәшиҙә Әхмәҙиева «Миәҫ буйы» исеме аҫтында башҡара, тип яҙа Р. С. Сөләймәнов.

Тауыш һәм фортепиано өсөн, шулай уҡ башҡорт инструменттары оркестры өсөн йырҙы А. М. Ҡобағошов эшкәрткән.

Йырҙың тексы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат кейгән күк еләнен, һай,
Уҡ-һаҙағы билендә,
Уҡ-һаҙағы уның билендә.

Ҡушымта:

Һай, һай, һай! Дошман ҡырҙы Салауат,
Һай, һай, һай! башҡорт халҡы батыры!
Яуҙарҙа ул үҙен йәлләмәне,
Һай, дан ҡаҙанды илендә,
Дан ҡаҙанды башҡорт илендә.

Ҡушымта:

Һай, һай, һай! Урал далаһы буйлап
Һай, һай, һай! Яңғыраған дан йыры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. [Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004. 251 стр. ]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ моңдары. Өфө, 1991;
  • Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, 1992;
  • Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. Өфө, 1997;
  • Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте.: Эпик йырҙар һәм көйҙәр. 1-се том. Өфө, 2001.

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Logo YouTube por Hernando.svg Видео Венера Рәхмәтуллина башҡарыуында

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004. 251 стр.