Драма (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Драма
Атамаһы Драма
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә Q96757608?
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 13 (25) июнь 1887
Баҫылған Невинные речи, 1887[d][1], Осколки[d] һәм Q19124495?
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Драма — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 13 июнендә «Осколки» журналының 24-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Драма» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 13 июнендә «Осколки» журналының 24-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1891 йылда «Пестрые рассказы» йыйынтығында донъя күрә, А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец, норвег, поляк, румын, серб-хорват һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Н. М. Ежов әйтеүе буйынса хикәйәнең сюжетын Чеховҡа драматург Виктор Петрович Буренин биргән[2].

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Драма» хикәйәһе Л. Н. Толстойҙың иң яратҡан әҫәре була. Был хикәйәне ул һис ялыҡмай, әллә нисә тапҡыр уҡырға ла әҙер булған[3]. С. Т. Семенов хәтерләүенсә, «Л. Н., шул тиклем һушы китеп хикәйәне күп тапҡырҙар һөйләй һәм һәр саҡ бар күңеленән көлә»[4]. Ежов фекеренсә: «…Л. Н. Толстой, „Драма“ хикәйәһен уҡығанда ысын күңелдән ҡысҡырып көлгән һәм бар кешегә лә Чеховтың был хикәйәһен уҡырға тәҡдим иткән»[5]. Чехов әҫәрҙәрен ике сортҡа бүлгән саҡта, Лев Николаевич был хикәйәне беренсе сорт иҫәбенә индергән.

Хикәйә үҙ заманының тәнҡите тарафынан билдәләп үтелә. Н. К. Михайловский, иртә Чеховты иҫенә төшөрөп, уны «иҫ киткес көлкөлө элементтарҙы уйлап сығарыу оҫтаһы…» — тип һанай[6]. Хикәйә тураһында тәнҡитсе Я. Абрамов, С. А. Венгеров, В. Д. Чайльдс һәм башҡалар мәҡәлә яҙа. С. А. Венгеров хикәйәне «күп анекдотлы һәм хатта тура шаржлы» әҫәрҙәр иҫәбенә индерә[7].

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мурашкина, тулы тәнле, ҡыҙыл итләҫ битле яҙыусы ханым.
  • Павел Васильевич, билдәле яҙыусы.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйәләге ваҡиға билдәле яҙыусы Павел Васильич өйөндә бара. Бер көн иртәнсәк уның янына Мурашкина фамилиялы яҙыусы ҡатын килә. Павел Васильевичтың уны ҡабул иткеһе килмәһә лә, тегеһе бишенсе тапҡыр килгәс, ниһайәт, уны ҡабул итергә ризалаша.

Ханым үҙенең «ауырынан драма табып ҡотолоуы» тураһында әйтә һәм яҙыусынан был драманы тыңлап, үҙенең фекерен әйтеүҙе үтенә. Павел Васильевич башҡа кешеләрҙең әҫәрен уҡырға һәм бигерәк тә тыңларға яратмай, сөнки ул уларҙы үҙенең физиономияһына көбәктәре менән тоҫҡалған пушка һымаҡ күрә. Ул ханымды бары тик ярты сәғәт кенә тыңларға ризалаша. Мурашкина үҙенең әҫәрен уҡый башлай. Ул уҡыған саҡта Павел Васильевич ҡатынының дачаға килтерергә ҡушҡан әйберҙәрҙе иҫенә төшөрөп ултыра һәм быны башҡара алмағанында ханымдың әҫәр яҙғанын ғәйепләй.

Ҡатын шул тиклем оҙаҡ уҡый, Павел Васильевич йоҡомһорай башлай. Уның күҙ алдында Мурашкина өс башлыға әйләнә һәм ҙурайып китеп башы менән түбәгә тейә. Павел Васильевич, үҙе лә аңғармаҫтан, өҫтәлдәге пресс-папьены ҡулына ала һәм Мурашкинаның башына тондора. Артабан ул : «Бәйләгеҙ мине, мин уны үлтерҙем!» — тип ҡысҡырып ебәрә. Хикәйә «Присяжныйҙар уны аҡлай» тигән һүҙҙәр менән тамамлана.

Экранлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 йылда телевидениеның үҙәк студияһында Антон Павлович Чеховтың ошо исемдәге хикәйәһе буйынса ҡыҫҡа метражлы «Драма» телефильмы төшөрөлә. Режиссеры — Герман Ливанов. Ролдәрҙә: Фаина Раневская — яҙыусы Мурашкина; Борис Тенин — билдәле яҙыусы Павел Васильевич.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Драма // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://dlib.rsl.ru/viewer/01003652371#?page=103
  2. «Исторический вестник», 1909, № 8, стр. 516
  3. П. Сергеенко. Как живет и работает гр. Л. Н. Толстой. Изд. 2-е, дополн. и испр., 1908, стр. 54
  4. «Путь», 1913. № 2, стр. 38; Чехов в воспоминаниях, стр. 369
  5. «Исторический вестник», 1909, № 8, стр. 503
  6. «Русское богатство», 1900, № 4, стр. 126—127
  7. «Вестник и библиотека самообразования», 1903, № 32, стр. 1329