Дунаев Фёдор Николаевич
Дунаев Фёдор Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 6 март 1920 |
Тыуған урыны | Первоуральск, Екатеринбург өйәҙе, Екатеринбург губернаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 26 май 1983 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] (1952) һәм физика-математика фәндәре докторы[d] (1971) |
Ғилми етәксе | Яков Шебселевич Шур[d] |
Федор Николаевич Дунаев (25 март 1920 йыл—26 май 1983 йыл) — эксперименталь физика өлкәһендә совет педагогы һәм ғалимы, фән ойоштороусыһы, физика-математика фәндәре докторы (1972), профессор (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың 6 мартында Первоуральск ҡалаһында тыуған.
1938—1941 һәм 1944-1948-сы йылдарҙа Урал дәүләт университетының физика-математика факультетынада уҡый.
1941 йылдан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, 1941 йылдан 1945 йылға тиклем 10-сы гвардия армияһы 119-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 325-се гвардия артиллерия полкы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, өлкән лейтенант дәрәжәһендә һәм 2-се дивизия штабы начальнигы вазифаһында була. Сталинград һәм 2-се Балтик буйы фронттарында һуғыша. 1942 йылда Сталинград янындағы алыштарҙа яралана, 1944 йылда ҡаты яралана һәм хәрби госпиталдә дауаланғандан һуң Ҡыҙыл Армия сафынан демобилизациялана. Һуғышта ҡатнашҡаны һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ватан һуғышы ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә [1] [2] 1948 йылдан 1952 йылға тиклем Урал дәүләт университетының физика-математика факультетында аспирантурала уҡый, профессор Ю. Ш. Шурҙы үҙенең уҡытыусыһы тип һанай. 1952 йылдан Урал дәүләт университетының физика факультетында педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай: 1952 йылдан 1957 йылға тиклем ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. 1957 йылдан 1966 йылға тиклем — эксперименталь физика кафедраһы мөдире, 1967 йылдан алып 1983 йылға тиклем ун алты йыл дауамында Ф. Н. Дунаев магнит күренештәре физикаһы кафедраһы мөдире була[1].
1952 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Исследование магнитной текстуры, возникающей в магнитно-мягких ферромагнетиках при высокой температуре под воздействием односторонних напряжений» темаһына диссертация яҡлай. 1971 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Магнитная текстура и процессы намагничивания многоосных ферромагнетиков» темаһы буйынса диссертация яҡлай. 1972 йылда ф. Н. Дунаевҡа профессор ғилми исеме бирелә[1]..
Ф. Н. Дунаевтың төп тикшеренеү эшмәкәрлеге күп күсәрле ферромагнетиктарҙың электромагнит һәм магнит үҙенсәлектәрен формалаштырыуҙа магнит текстураһының ролен билдәләү өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле була. Ф. Н. Дунаев етәкселеге аҫтында һәм уның туранан-тура ҡатнашлығында электротехник магнитлы йомшаҡ материалдар өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә, шуның арҡаһында магниттарҙы яңынан магнитлау барышында энергия юғалтыу механизмы асыҡлана һәм магнитлы материалдарҙы эшкәртеүҙең яңы ысулдары тәҡдим ителә.
Свердловскиҙа 1983 йылдың 26 майында вафат була. Көнсығыш зыяратында ерләнгән.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп сығанаҡ:[3]
- Исследование магнитной текстуры, возникающей в магнитно-мягких ферромагнетиках при высокой температуре под воздействием односторонних напряжений / Уральский гос. ун-т им. А. М. Горького. — Свердловск, 1952.
- Физика магнитных явлений / МВ и ССО РСФСР. Уральский гос. ун-т им. А. М. Горького; Ред. коллегия: Ф. Н. Дунаев и др. — Свердловск, 1964. — 174 с.
- Магнитные, магнитомеханические и электрические свойства ферромагнетиков / Отв. ред. проф. Ф. Н. Дунаев; МВ и ССО РСФСР. Уральск. гос. ун-т им. А. М. Горького. — Свердловск, 1975. — 105 с.
- Магнитная текстура и процессы намагничивания ферромагнетиков. — Свердловск: УрГУ, 1978. — 109 с.
- Процессы перемагничивания ферромагнетиков. — Свердловск: УрГУ, 1979. — 89 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (02.10.1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (23.05.1944)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 [Уральский государственный университет в биографиях / авт. биогр. ст.: Т. Я. Андреева и др.; сост. В. А. Мазур; редкол.: В. В. Блажес. — 3-е изд., испр. и доп. — Екатеринбург: Изд-во Уральского ун-та, 2010. — 613 с. — ISBN 978-5-7996-0550-6]
- ↑ пнр 2018 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Дунаев, Фёдор Николаевич . РГБ. Дата обращения: 19 сентябрь 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральский государственный университет в биографиях / авт. биогр. ст.: Т. Я. Андреева и др.; сост. В. А. Мазур; редкол.: В. В. Блажес. — 3-е изд., испр. и доп. — Екатеринбург: Изд-во Уральского ун-та, 2010. — 613 с. — ISBN 978-5-7996-0550-6
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дунаев, Фёдор Николаевич . Дата обращения: 19 сентябрь 2020.
- 6 мартта тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 26 майҙа вафат булғандар
- 1983 йылда вафат булғандар
- Екатеринбургта вафат булғандар
- Урал дәүләт университетын тамамлаусылар
- Урал дәүләт университеты уҡытыусылары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр