Дусов Данис Акрам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дусов Данис Акрам улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 23 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Миәшәгәр ауыл советы, Шәрип ауылы
Һөнәр төрө сәйәсмән, партия эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Башҡорт дәүләт аграр университеты

Дусов Данис Акрам улы (рус. Дусов Данис Акрамович) (23 май 1947 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дусов Данис Акрам улы 1947 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Шәрип ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1970 йылда, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Малаяҙ мәҡтәп-интернатында уҡытыусы булып башлай. 1971—1972 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас уҡытыусы, бүлек мөдире, район гәзите мөхәррире булып эшләй. 1974—1981 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Салауат райкомының беренсе секретары, «Лағыр» совхозы партком секретары. 1981 йылдан «Лағыр» халыҡ предприятиеһы директоры. [1] Салауат районы, 248-се Нәсибаш һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре маҡтаулы исеме.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]