Дутар
Дутар | |
![]() Дутар | |
Классификация | |
---|---|
Туғандаш инструменттар |
Чифтелия |
Дутар (фарс. دو تار/dutār < دو «ике» и تار «ҡыл»; таж. дутор; төркм. dutar, tamdyra; үзб. dutor; уйғ. dutar/دۇتار) – Иран, Үҙәк һәм Көньяҡ Азия халыҡтарында йыш осрай торған ике ҡыллы сиртмә музыка ҡоралы. Дутарҙа уйнау - бәхшиҙәр ижатының айырылғыһыҙ өлөшө.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙәттә 1150-1200 мм оҙонлоҡтағы резонаторы груша формаһында һәм муйыны ныҡ һуҙылған грифлы булған дутарҙар осрай. Корпусы нәҙек ағас пластиналарҙан йәбештерелә. Дутарға, ҡағиҙә булараҡ, 13-17 эсәктән яһалған пәрҙәләр һәм ике оҙон ебәк ҡылдар тартыла[1].
Тауыш тәртибе аҫтан хроматик, өҫтән диатоник. Диапазоны: 12 октава. Тауыш өнһөҙ, нескә, үҙенсәлекле ҡайтауаз менән (дека буйлап тырнаҡтарҙың шыуышыуынан)[1].
Халыҡ һәм профессиональ башҡарыусылар тарафынан яңғыҙ һәм ансамбль ҡоралы булараҡ, шулай уҡ йырлау аккомпанементы өсөн ҡулланыла. Дутарҙа бәләкәй пьесалар һәм мәҡәмдең инструменталь өлөштәре башҡарыла[1].

Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Дутар // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сокровища Самаркандского музея. Проспект. Ташкент. 1983. Тираж 10000