Дыховичная Нина Абрамовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дыховичная Нина Абрамовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 март (7 апрель) 1914
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 апрель 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Атаһы Абрам Ионович Дыховичный[d]
Балалары Элеонора Абрамовна Дыховичная[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө инженер
Эш урыны Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Дыховичная Нина Абрамовна (7 апрель 1914 йыл9 апрель 2006 йыл) — СССР-ҙың инженер-конструкторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1973).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нина Абрамовна Дыховичная Мәскәүҙә материалдар белгесе, Мәскәү тау институты профессоры Абрам Ионович Дыховичный ғаиләһендә (1882, Каменец-Подольск — 1963 йыл, Мәскәү) тыуған[1]. 1936 йылда В. В. Куйбышев исемендәге Мәскәү дәүләт төҙөлөш университетын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң авиация сәнәғәте объекттарын проектлау менән шөғөлләнә, Балтик буйы проект ойошмаларында эшләй.

1948 йылда Мәскәүгә ҡайта. Мәскәүҙә П. А. Красильников менән бергә (уның урынбаҫары булараҡ) Тарас Шевченко яр буйы урамында бейек «Украина» ҡунаҡханаһы конструкцияһын эшләй. Тольятти ҡалаһында Автозаводской районы проектының баш инженеры (баш архитекторы — Б Р. Рубаненко) була.

1985 йылдан ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем торлаҡ Үҙәк эксперименталь проектлау фәнни-тикшеренеү институтында (ЦНИИЭП) баш инженер вазифаларында эшләй. СССР-ҙа тәүге эре панеллы йәмәғәт бинаһы — Мәскәүҙәге «Спортивная» метроһы янында «Юность» ҡунаҡханаһының конструкцияһы авторы (баш архитекторы — Ю. В. Арнд).

«Остановиться, оглядеться» китап-хәтирәһен яҙған (ЦНИИЭП торлаҡ баҫмаһы, Мәскәү, 2007).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980)
  • СССР-ҙың дәүләт премияһы (1973) — Тольятти ҡалаһының Автозаводской районын проектлаған өсөн
  • СССР Министрҙар Советы премияһы (1966) — Ташкентта туғыҙ ҡатлы панелле йорттар проектлаған өсөн
  • СССР Министрҙар Советы премияһы (1982) торлаҡ төҙөүҙә ҡоросто һәм хеҙмәт ресурстарын экономиялауҙы тәьмин итеүсе проект ҡарарҙары әҙерләгәне һәм индергәне өсөн.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ейәндәре — радио тапшырыуы алып барыусы Алексей Валерьевич Дыховичный һәм Алексей Алексеевич Венедиктов.
  • ағайҙары — яҙыусы-сатирик Владимир Абрамович Дыховичный һәм архитектор, төҙөлөш проектлау теоретигы Дыховичный Юрий Абрамович.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Абрам Ионович Дыховичный — автор монографии «Основы расчёта и конструирования железобетона» (2-е издание — Москва: Углетехиздат, 1952), переиздававшегося учебника «Строительная механика» (1953, 1966), редактор «Бетоно-строительного справочника» (Москва: Гостехиздат, 1927).