Дьяков Леонид Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дьяков Леонид Владимирович
рус. Леонид Владимирович Дьяков
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 декабрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Ростов өлкәһе, Азов районы,Рогожкино (Аҙау районы)
Вафат булған көнө 5 февраль 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Дондағы-Ростов
Һөнәр төрө шағир
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы[d]
Жанр шиғриәт

Дьяков Леонид Владимирович (20 декабрь 1932 йыл5 февраль 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй шағиры. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Леонид Владимирович Дьяков 1932 йылдың 20 декабрендә Ростов өлкәһе Азов районының Рогожкино утарында балыҡсы ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Буденный (хәҙер «Тихий Дон») балыҡ тотоу колхозында эшләй. Һуғыштан һуң Рогожкино утарында мәктәпте тамамлай. Артабан Балыҡсылыҡ институтында уҡый. Балыҡсылыҡ өлкәһендә эшләй. ХХ быуаттың 70-се йылдары башынан алып шиғырҙар яҙа. 1988 йылдан бирле СССР Яҙыусылар союзы, артабан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2017 йылдың 5 февралендә Дондағы Ростовта вафат була.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиғырҙарҙы үҫмер сағында уҡ яҙа башлай. Уларҙың темаһы - Дон тәбиғәте, уның йылғалары, далалары, йыл миҙгелдәре, тыуған Рогожкино утары һ.б.[1]. Шиғриәт менән етмешенсе йылдарҙа етди шөғөлләнә башлай. Уның был ҡарарына шағирҙар Даниил Долинский, Владимир Фирсов, Александр Рогачев, Николай Скребов, Анатолий Гриценко, прозаик Алексей Коркищенко менән танышыуы ҙур йоғонто яһай.

Шағирҙың тәүге баҫмалары Ростов өлкәһенең «Вечерний Ростов», «Молот», «Комсомолец»; Мәскәү гәзит-журналдары : «Литературная газета», «Дон», «Подъем», «Молодая гвардия», «Москва», «Дружба»ла сыға. Болгария гәзиттәрендә лә баҫыла.

Уның беренсе китабы «Белогривый ливень» Ростиздатта 1979 йылда баҫылып сыға. Һуңғараҡ Ростов өлкәһе һәм Мәскәү нәшриәттәрендә «Кланяюсь Дону», «Русые вербы», «Лето любви», «Лирика» һ.б. әҫәрҙәре донъя күрә. 1988 йылда, өсөнсө китабы баҫылып сыҡҡас, СССР Яҙыусылар союзына ағза була .

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Виталий Закруткин исемендәге әҙәби премия лауреаты (1997) — «От сердца к сердцу» шиғри йыйынтығы өсөн.
  • М. А. Шолоховтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конкурс лауреаты ( 2005) — «Песня о Доне» китабы өсөн..

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Леонид Владимирович Дьяков ундан артыҡ шиғри йыйынтыҡтарҙың авторы, улар иҫәбендә:

  • Белогривый ливень. 1979.
  • Кланяюсь Дону. 1983.
  • Русые вербы. 1984.
  • Лето любви. 1988.
  • Лирика. 1992.
  • Трава синеокая. 1992.
  • От сердца к сердцу. 1994.
  • Светлая музыка осени. 1997.
  • Признание в любви. 2000.
  • Уходит лето. 2002.
  • Песня о Доне. 2003.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Справочник. Ростовское региональное отделение Союза писателей России. Ростов-на-Дону, 2011г. Леонид Владимирович Дьяков, с. {0}[13]{/0}} (1936)
  • Грачев Д. Знаменитые наши земляки /Д. Грачев //Азовская неделя. — 2008. — 27 марта. С. 3.
  • Тартынский Л. Поэт не из расчета, а по велению души // Вечерний Ростов. 1 ғинуар С. 8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]