Дьяконов Владислав Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дьяконов Владислав Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Вологда, Вологодская губерния[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 август 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] (89 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXVII съезд КПСС[d] һәм XXVI съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Дьяконов Владислав Дмитриевич (22 апрель 1928 йыл[2] — 13 август 2017 йыл) — СССР-ҙың авиация производствоһын ойоштороусы. 1977—1978 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы директоры, 1978—1986 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владислав Дмитриевич Дьяконов 1928 йылдың 22 апрелендә Вологда ҡалаһында тыуа, ғаиләлә берҙән-бер бала була.

Владислав Дмитриевичтың атаһы — Дмитрий Павлович Дьяконов (1904—1974) 1930 йылда Иваново Сәнәғәт өлкәһенә (хәҙерге Ярославль) Рыбинск ҡалаһына күсеп килә һәм 26-сы авиация двигателдәре эшләү заводына эшкә урынлаша, һуңынан цех начальнигы вазифаһына тиклем барып етә. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Дьяконовтар завод менән бергә Өфө ҡалаһына эвакуацияланған. Һуғыштан һуң, предприятие өлөшләтә реэвакуацияланғас, Рыбинскиҙа СССР Авиация сәнәғәте министрлығының 36-сы заводында цех начальнигы булып эшен дауам итә.

Әсәһе, Агнея Евгеньевна Дьяконова (1904—1967) — хужабикә.

Профессиональ эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владислав Дмитриевич Дьяконов Рыбинск ҡалаһында белем ала, артабан эвакуация урынында — Өфөлә уҡый. 19431944 йылдарҙа Өфө авиация техникумы студенты. 1944—1945 йылдарҙа И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтының Өфө филиалына әҙерлек бүлегенә инә, уны таммалағас филиалдың 1-се курсына ҡабул ителә.

1945—1947 йылдарҙа С. Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтының киске бүлеге студенты була.

1945—1947 йылдарҙа СССР авиация сәнәғәте халыҡ комиссариатының 26-сы заводында (Черниковка ҡалаһы, хәҙерге Өфө) механик цех технологы.

1947—1951 йылдарҙа М. И. Калинин исемендәге Ленинград политехник институтының механика-машиналар төҙөү факультеты студенты, уҡыу йортонан «инженер-механик» һөнәре алып сыға[3].

1951 йылда Щербаков ҡалаһының (хәҙер — Рыбинск) полиграфия машиналары заводының 1-се смена начальнигы. 1951—1952 йылдарҙа ошо уҡ заводта 1-се цех начальнигы урынбаҫары була.

1952—1954 йылдарҙа — СССР Минавиапромдың 36-сы заводының өлкән мастеры, группа начальнигы. 1954—1955 йылдарҙа цех контроле бюроһы (БЦК) начальнигы.

1955—1961 йылдарҙа СССР Минавиапромының 26-сы заводының (1967 йыл — Өфө моторҙар эшләү заводы) 23-сө механик цехы БЦК начальнигы (Черниковка/Өфө).

1961—1962 йылдарҙа ошо уҡ заводта 22а механик цехы начальнигының техник өлөш буйынса урынбаҫары, һуңынан 1968 йылға тиклем ошо цехтың начальнигы.

1968—1969 йылдар — баш инженер урынбаҫары — механизациялау һәм автоматлаштырыу бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара, яңы техника буйынса баш инженер урынбаҫары.

1969—1977 йылдар — төп производство буйынса директор урынбаҫары.

1977 йылдың марты[4] — 1978 йылдың ғинуары: Өфө моторҙар эшләү заводы директоры. 1978 йылдың ғинуары[5] — 1986 йылдың июле[6][7] — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең (УМПО) генераль директоры.


УМПО етәкселегендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Д. Дьяконов берекмә етәксеһе булған осорҙа, төп производство исемлегендә заманса ҡатмарлы изделиелар — хәрби авиация өсөн двигателдәр барлыҡҡа килә[8].

В. Д. Дьяконов предприятие өсөн традицион булған авиация һәм ҡыҫҡа ресурслы двигателдәр, шулай уҡ халыҡ ҡулланыу тауарҙары сығарыуҙың киң спектрын сығарыуға етәкселек итә.

Предприятиела эшләгәндә В. Д. Дьяконов үҙен техник яҡтан грамоталы белгес итеп күрһәтә, тәжрибәле, ойоштороу һәм техник мәсьәләләрҙе оператив, квалификациялы хәл итергә һәләтле талапсан һәм инициативалы етәксе итеп күрһәтә.

Уның етәкселегендә УМЗ/УМПО-ла производствоны техник йәһәттән камиллаштырыу, яңы техника индереү һәм хеҙмәтте ғилми ойоштороу буйынса ҙур эш алып барыла. Һанлы идара итеү программаһы ҡуйылған станоктарҙа һәм эшкәртеү үҙәктәрендә ҡатмарлы конфигурациялы деталдәр эшләү технологияһы процестары әәҙерләнә һәм индерелә, механика, ҡойоу һәм тимерлек цехтарына реконструкция үткәрелә. В. Д. Дьяконов производствоны планлаштырыу һәм инженер иҫәпләүҙәре үткәреү өсөн ЭВМ ҡулланыуға бәйле мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүлә.

Был саралар хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм иҡтисади һөҙөмтәлелекте арттырыу мөмкинлеге бирә, улар иһә берекмә коллективына дәүләт планын уңышлы үтәүгә булышлыҡ итә. Унынсы биш йыллыҡ планын (1976—1980) предприятие ваҡытынан алда, 1980 йылдың 1 апреленә үтәй. 1975 йыл менән сағыштырғанда етештереү күләме 1,52 тапҡырға арта, шул уҡ ваҡытта үҫештең 95 проценты хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу иҫәбенә тура килә. 1979 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе автомобилдәр сығарыу планын алдан, 26 декабрҙә тамамлай: пландан тыш 10000 УЗАМ-412 двигателе сығарыла.

В. Д. Дьяконов тәүе стендта һәм ҡулланыуҙа тәүге ресурс үткән двигателдәр һәм узелдарҙы производство һәм халыҡ хужалығы мәнфәғәттәре өсөн етештереү инициаторы булып тора. Был дәүләттең миллионлаған һумын һәм 4 мең тоннанан ашыу юғары лигрлы ҡорос, төҫлө металдар экономиялау мөмкинлеге бирә.

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1952—1955 йылдар — КПСС-тың Щербаков ҡала комитеты ҡарамағындағы Марксизм-ленинизмдың киске университетын тамамлаған;
  • 1963 йылдан КПСС ағзаһы;
  • 1971—1973, 1973—1975, 1975—1977 йылдарҙа — Өфө хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала советы депутаты;
  • 1975 йылдан — КПСС-тың Өфө ҡала комитеты ағзаһы;
  • 1977—1979 йылдар — халыҡ депутаттарының Өфө ҡала советы башҡарма комитеты ағзаһы;
  • КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты ағзаһы;
  • 1979—1984, 1984—1989 йылдар — депутаттары СССР Юғары Советының 350-се һайлау округы буйынса 10-сы һәм 11-се саҡырылыш һайлау округы буйынса Союз Советы депутаты[9];
  • 1981, 1986 йылдар — КПСС-тың XXVI[10] һәм XXVII[11] съездары делегаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авторлыҡ һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Авторское свидетельство 816658. Авторы изобретения: О. А. Кайбышев, И. А. Климов, В. Д. Дьяконов, В. Ф. Пширков. СПОСОБ ИЗГОТОВЛЕНИЯ ПОЛЫХ ИЗДЕЛИЙ. Изобретение относится к обработке металлов давлением и может быть использовано при изготовлении пустотелых изделий. Заявлено: 03.05.79. Опубликовано: 30.03.1981. Бюллетень № 12;
  2. Авторское свидетельство 992238. Авторы изобретения: Ю. Т. Вовк, В. Д. Дьяконов, А. Н. Васильев, А. Н. Юртова, С. И. Гусева. СПОСОБ ДЕКОРАТИВНОЙ ОТДЕЛКИ ИЗДЕЛИЙ ИЗ МЕТАЛЛОВ. Изобретение относится к декоративному искусству, в частности к способу декоративной отделки изделий из металлов. Заявлено: 04.09.1980. Опубликовано: 30.01.1983. Бюллетень № 4;
  3. Авторское свидетельство 1001512. Авторы изобретения: Ю. Г. Кирюхин, A. П. Цисин, В. Д. Дьяконов. ИНДУКЦИОННАЯ КАНАЛЬНАЯ ПЕЧЬ. Изобретение относится к литейному производству, а именно к плавке в канальных печах и автоматизированной разливке металла при помощи электромагнитных насосов, и предназначено для плавки металла и порционной управляемой разливки. Заявлено: 18.11.81. Опубликовано: 28.02.1983. Бюллетень № 8;
  4. Авторское свидетельство SU 1009809 А. Авторы изобретения: В. П. Васильковский, А. Я. Дорофиенко, В. Д. Дьяконов, М. Р. Кавицкий, Б. Н. Казаринов, В. И. Койрес, А. Ф. Куниченко, Я. П. Портной, П. А. Пылайкин, В. М. Синицкий, В. В. Черданцев. ВЕРТИКАЛЬНЫЙ ГИДРАВЛИЧЕСКИЙ ПРЕСС, содержащий станину в виде связанных колоннами нижней и верхней поперечин и горизонтальные прошивные системы… Заявлено: 04.11.1981. Опубликовано: 07.04.1983. Бюллетень № 13.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Завод мой — гордость моя (Уфимский моторостроительный завод) / М. Я. Воловик, И. В. Сотников. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1975. — 302 с.;
  • Наша с тобой биография (Страницы истории Уфимского моторостроительного производственного объединения) / И. В. Сотников, М. Я. Воловик. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1985. — 253 с.;
  • Башкортостан. Краткая энциклопедия / Главный редактор Р. З. Шакуров. — Уфа, Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7;
  • Инженеры Урала. Энциклопедия / Российская инженерная академия. Уральское отделение; главный редактор Н. И. Данилов и др. — Екатеринбург, Уральский рабочий, 2001. — 694 с. — ISBN 5-85383-203-4;
  • Башкирская энциклопедия (в 7 т.) / Главный редактор М. А. Ильгамов. — Т. 2: В—Ж. — Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2006. — 623 с. — ISBN 5-88185-062-9;
  • Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана. / Сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа, Китап, 2011. — ISBN 978-5-295-05228-6. — Стр. 130—131.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. День в истории. 22 апреля. Газета «Вечерняя Уфа», 20 апреля 2013 г.;
  3. Диплом В № 711946;
  4. Приказ Министра авиационной промышленности СССР П. В. Дементьева № 177/к от 15.03.1977 г.;
  5. Приказ Министра авиационной промышленности СССР В. А. Казакова № 4 от 12.01.1978 г.;
  6. Приказ Министра авиационной промышленности СССР А. С. Сысцова № 717/к от 03.07.1986 г.;
  7. Имена в истории объединения. 2016 йыл 27 август архивланған. Страница на официальном сайте УМПО;
  8. История предприятия 2013 йыл 7 июнь архивланған. на официальном сайте УМПО;
  9. Дьяконов Владислав Дмитриевич, депутат Совета Союза ВС СССР. Российский государственный архив кинофотодокументов (РГАКФД). Электронный фотокаталог;
  10. Рассказывает делегат XXVI съезда КПСС. Газета «Моторостроитель», № 14 (4024) от 23 февраля 1981 г. — Стр. 1;
  11. Ф. Шарипов. Делегат XXVII съезда КПСС. У руля моторостроительного. «Вечерняя Уфа» от 11 февраля 1986 г.;
  12. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 06.08.1980 г.;
  13. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 19.12.1975 г.;
  14. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 26.04.1971 г.;
  15. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 22.07.1966 г.;
  16. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 15.05.1984 г.;
  17. Постановление Главного комитета ВДНХ СССР от 15.12.1981 г.;
  18. Приказ Генерального директора АООТ «УМПО» № 502/к от 10.07.1996 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]