Дьяченко Дарья Григорьевна
Дьяченко Дарья Григорьевна | |
укр. Дарія Григорівна Дяченко рус. Дарья Дьяченко | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Патронимы йәки матронимы | Григорьевна[d] |
Тыуған көнө | 2 апрель 1924 |
Тыуған урыны | Врадиевский район[d], Первомайский округ[d], Одесская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 2 апрель 1944 (20 йәш) |
Вафат булған урыны | Тирасполь, Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Үлем төрө | атып үлтереү[d] һәм Үлем язаһы |
Ерләнгән урыны | Тирасполь |
Һөнәр төрө | партизан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Советские партизаны в Великой Отечественной войне[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Дьяченко Дарья Григорьевна Викимилектә |
Дьяченко Дарья Григорьевна (2 апрель 1924 йыл — 2 апрель 1944 йыл) — Советтар Союзы Геройы, «Партизан осҡоно» йәшерен комсомол ойошмаһы ағзаһы (Украина, Николаев өлкәһе, Первомайский районы, Крымка ауылы) ваҡытлыса оккупациялаған Николаев өлкәһе территорияһында хәрәкәт иткән йәшерен йәштәр төркөмө етәксеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дарья Григорьевна Дьяче́нко Украин Совет Социалистик Республикаһының Николаев өлкәһенең (ул саҡта — Одесса өлкәһе) Врадиевский районы Кумари ауылында 1924 йылдың 2 апрелендә тыуған. Украин ҡыҙы.
Һуғышҡа тиклем Львов өлкәһендә йәшәй, урта мәктәптә уҡый, унынсы класҡа күсә. Атаһы район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй, һуғыш башланғас, фронтҡа китә, Даша әсәһе менән өләсәһе йәшәгән Николаев өлкәһе Первомайский районына күсә .
Йәшерен ойошмала тора, партизан отрядтары араһында элемтәсе, Новоалександровка ауылы йәшерен төркөмө етәксеһе була. Подпольщиктар тимер юлда уңышлы диверсия үткәрә, лагерҙан 200-гә яҡын совет хәрби әсирен ҡотҡара, ҡорал, боеприпастар йыя, листовкалар тарата. 1943 йылдың 1 мартында хәрби задание үтәгәндә, фашистар ҡулына эләгә һәм ҡатын-ҡыҙҙар концентрацион лагерына ябыла.
Ҡаланы азат итер алдынан, ҡаты язаларға дусар ителеп, үҙенең тыуған көнөндә, 20 йәше тулған көндө — 1944 йылдың 2 апрелендә Тирасполь төрмәһе территорияһында атыла. Был көндәрҙә (1944 йылдың 2-4 апрелендә) илбаҫарҙар концлагерҙа тотолған 2 меңдән артыҡ әсирҙе атып үлтерә.
Д. Дьяченко Тирасполь ҡалаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 1 июль указы менән Дьяченко Дарья Григорьевнаға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
- Ленин ордены.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тирасполь ҡалаһында Дарья Григорьевна Дьяченко иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған.
- Николаев өлкәһендәге Врадиевка ҡасабаһында уның хөрмәтенә аталған урам бар, һәм һәйкәл ҡуйылған[1].
- Украинаның Николаев өлкәһе Первомайский районы Крымка ауылында йәшерен ойошмала ҡатнашыусыларға подпольщикам обелиск ҡуйылған һәм мемориаль музей асылған[2].
- Украинаның Львов өлкәһендәге Пустомыты ҡалаһының һуғышҡа тиклем Даша Дьяченко уҡыған урындағы мәктәбе янындағы паркта батыр ҡыҙ хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылды[3].
- 1957 йылда Сергей Поляковтың шул уҡ исемле повесы буйынса төшөрөлгән «Партизан осҡоно» тип аталған фильм прокатҡа сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дьяченко Дарья Григорьевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 459. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Дружинин В. Даша из «Партизанской искры» // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Іван Герасименко. Партизанська іскра. — Київ, 1967.
- Герої Кримки. — Одеса, 1971.
- Сергей Поляков. Партизанская искра (повесть).
- Олесь Гончар. Партизанская искра. Киноповесть.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дьяченко Дарья Григорьевна . «Герои страны» сайты.
- Памятник Даше Дьяченко на сайте «Помните нас!».
- Памятник Героине на родине 2013 йыл 3 ноябрь архивланған..