Дюпина Любовь Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дюпина Любовь Ивановна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 28 май 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Ырымбур өлкәһе, Северный районы (Ырымбур өлкәһе), Русский Кандыз[d]
Һөнәр төрө Спорт
Спорт төрө Биатлон һәм саңғы уҙыштары[d]

Дюпина Любовь Ивановна (28 май 1955 йыл, Рус Ҡандыҙы, Ырымбур өлкәһе) — совет биатлонсыһы, ике тапҡыр СССР чемпионы, саңғы ярышы (1978) һәм биатлон (1983) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт менән Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубында (тренерҙары Ф. М. Абдрахимов, П. К. Ямалеев), Өфөлә ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетында тренер М. З. Мөҙәрисовта шөғөлләнә.

1982 йылда СССР чемпионатында спринтта[асыҡларға] еңеү яулай. Киләһе Илдең сираттағы чемпионатында 1983 йылда, шәхси ярышта — алтын һәм эстафетала көмөш миҙал яулай. Бынан тыш, ДОСААФ-тың Бөтә союз беренселегендә еңеүсе була (1983).

1981—1984 йылдарҙа СССР йыйылма командаһына инә. 1984 йылда Францияның үтә Шамонь ҡалаһында үткән беренсе ҡатын-ҡыҙҙар донъя чемпионатында шәхси уҙышта — 11-се һәм спринтта 18 урыны ала.

2002 йылдан биатлон буйынса БР Олимпия резервын әҙерләү спорт мәктәбе ГБОУ-һында (Өфө) тренер булып эшләй. Беренсе судья категорияһына эйә. Ветерандар ярыштарында ҡатнаша[1].

«Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» (1993) исеменә эйә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]