Дяоюй ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дяоюй ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт Flag of the People's Republic of China.svg Ҡытай
Административ-территориаль берәмек Хэчуань[d]
Каталожный код 55
Мираҫ статусы Охраняемые памятники КНР[d]
Commons-logo.svg Дяоюй ҡәлғәһе Викимилектә

Дяоюй ҡәлғәһе (ҡыт. ябайл. 钓鱼城, пиньин: Diàoyúchéng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Чунцин ҡалаһының Хэчуань ҡала әһәмиәтендәге районында «Чунцинда Цзиньюньшань тауы» милли паркы территорияһында урынлашҡан Дяоюй тауындағы ҡәлғә. Ҡәлғәнең майҙаны 2,94 км2, ул Цзялинцзян, Фуцзян һәм Цюйцзян йылғалары ҡушылған урындан йыраҡ булмаған ярымутрауҙы биләй. Архитектор Ю. Цзян тарафынан XII—XIII быуаттарҙа төҙөлә. XIII быуатта монголдар яуы заманында ҡәлғә утыҙ йыл ашыу дауам иткән ҡамауҙа ла бирелмәүе менән танылыу ала[1]. 1996 йылдан Ҡытай Халыҡ Республикаһының һаҡланыусы ҡомартҡылары исемлегенә керә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡәлғәнең атамаһы артабанғы риүәйәткә бәйле. Урындағы тауҙа һыу ташҡан осорҙа күп кешеләр ҡотҡарыу урынын таба. Улар араһында аслыҡ башлана, шул ваҡытта күк йөҙөнән бер әүлиә төшә һәм улар өсөн балыҡтар тотоп бирә. Мөғжизәле ҡотҡарылыу иҫтәлегенә кешеләр был тауҙы «Балыҡсы» йәғни Дяоюй, ә бында төҙөлгән фортификацион ҡоролманы «Балыҡсы ҡәлғәһе», йәки Дяоюйченг тип атайҙар[2].

XIII быуатта Дяоюй ҡәлғәһенең стеналары янында киң билдәле алыш була, ҡәлғә шуның менән Ҡытай тарихында танылыу ала. 1235 йылддан Сун ҡытай империяһы биләмәләренә монголдар һөжүм итә башлай, ә 1257 йылдан Мүнкә хан ҙур масштаблы һуғыш асып ебәрә. Мункә хан үҙенең ғәскәрен хәҙерге Сычуань провинцияһы территорияҙына алып килә. 1259 йылдың февралендә монгол армияһы Дяоюй ҡәлғәһен ҡамауға ала, әммә уны бер нисектә яулай алмай. Мүнкә хан үҙе ҡәлғәне ҡамау ваҡытта 1259 йылдың авгусында вафат була. Тарихсылар фекере буйынса, хандың үлеме монголдарҙың төньяҡ Африканы яулап алыуҙан ҡотҡара[2].

1243 йылдан 1279 йылға ҡәҙәр Дяоюй ҡәлғәһе ике йөҙҙән ашыу тапҡыр ҡамауға алына, әммә һәр ваҡыт ул ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә. Мүнкә хан вафат булғандан һуң, Хубилай хан Монгол империяһының хакимы булып китә, ул 1279 йылда Ҡытайҙы яулап алыуҙа тамамлай һәм Юань империяһына нигеҙ һала. Дяоюй ҡәлғәһе гарнизоны ҡәлғәнең үҙенә лә, уны һаҡлаусыларға зыян күрһәтелмәйәсәк тигән шарттарҙа ғына яңы династия императорҙарының власын танырға риза була. Был шарттар үтәлә, һәм әле лә был ҡәлғә Ҡытайҙа монголдар яуына тиклемге һаҡланып ҡалған берҙән-бер һаҡланып ҡалған фортификацион ҡоролма булып ҡала[3].

Дяоюй ҡәлғәһе территорияһында, хәрби-оборона ҡоролмаларынан башҡа, тәбиғи-архитектура ландшавтары һәм дини архитектура ҡомартҡылары урынлашҡан[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Castle-stub