Дёмин Юрий Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юрий Сергеевич Дёмин
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе
ғинуар 1994 — 1995
Алдан килеүсе: Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов
Дауамсы: Михаил Алексеевич Зайцев Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе булараҡ
 
Тыуған: 23 май 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Башҡорт АССР-ы Өфө районы Булгаков ауылы
Үлгән: 13 ноябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (69 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Көньяҡ Урал дәүләт университеты
 
Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены

Дёмин Юрий Сергеевич (23 май 1940 йыл13 ноябрь 2009 йыл) — СССР һәм Рәсәй партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Сергеевич Дёмин 1940 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Өфө районы Булгаков ауылында тыуған.

1957—1960 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1965 йылда Силәбе политехник институтты тамамлай.

1965 йылдан хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының Башавто идаралығының 2-се йөк автохужалығында башлай. Бында ул баш инженер булып эшләй.

1968—1969 йылдарҙа — «Оргтехстрой» тресы төҙөлөшөндә транспорт эшен ойоштороу бүлеге етәксеһе.

1969—1970 йылдарҙа — «Башкирстройтранс» тресының 1-се автобазаһы баш инженеры.

1970—1975 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡала комитеты сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы.

1975—1887 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитетының икенсе сәркәтибе.

1987—1990 йылдарҙа — Киров район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе.

1990—1994 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары.

1994—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы рәйесе.

1995 йылдан пенсияға киткәнсе Юрий Демин Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары — министрлыҡтың Халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы етәксеһе, артабан «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары булып эшләй.

Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙҙары
  • Миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]