Дүртөйлө йырыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дүртөйлө йырыны
урыҫ :Дюртюлинский овраг
Төп мәғлүмәт
Майҙаны44,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты26 декабрь 1985 йыл 
Урынлашыуы
54°45′47″ с. ш. 53°47′34″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Дүртөйлө йырыны
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Дүртөйлө йырыны

Дүртөйлө йырыны (рус. Дюртюлинский овраг) — төбәк әһәмиәтендәге дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985).

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаран районы Дүртөйлө ауылы янында Уҡыяҙ йылғаһы[1] үҙәнендә урынлашҡан, ҙур һыу йыйыу майҙаны булған тарбаҡлы йырын-һыҙа системаһының бер өлөшө. Дөйөм майҙаны — 44 гектар. 1965—1992 йылдарҙа Бөтә Союз урмансылыҡ һәм урман хужалығын механизациялау ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан урман тәжрибә станцияһында ғилми-тикшеренеү эштәре объекты була. Унда төрлө гидротехник ҡоролмаларҙы һәм урман-мелиоратив ултыртмаларҙы файҙаланып, йырын эрозияһына ҡаршы көрәштең рациональ алымдарын әҙерләү буйынса күп йыллыҡ стационар тәжрибәләр уҙғарыла. Йырындарҙы комплекслы нығытыу өлгөһө булыл иҫәпләнә[2].

Йырын-һыҙа ағастары ултыртыуҙа 60-тан ашыу ағас һәм ҡыуаҡ төрө: ҡарағай, тирәк, ҡайын, һырғанаҡ һ.б ҡулланыла. Улар 1968—1971 йылдарҙа ултыртыла.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы практик, фәнни-ағартыу, эстетик һәм тарихи әһәмиәткә эйә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]