Эстәлеккә күсергә

Дәф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәф
Рәсем
Классификация Хорнбостеля — Закса 211.311
 Дәф Викимилектә

Дәф (әзерб. dəf, фар. دف, әрм. դափ, ғәр. دف‎), азербайжандарҙа - ғавал (әзерб. Qaval), үзбәктәр һәм тажиктарҙа - дойра (таж. дойра) — ғәрәп-фарсыларҙа һәм төрки халыҡтарҙа, шул иҫәптән татарҙарҙа ла[1], таратыу тапҡан бәрмә музыка уйын ҡоралы. Әзербайжан, тажик, үзбәк, фарсы, әрмән, татар һ.б. халыҡтарҙың академик һәм популяр музыкаһында әһәмиәтле урынға эйә.

Дәф ағас туғымға һуҙылған мәрсин тиреһенән эшләнә. Һуңғы ваҡытта мәрсин тиреһен пластикҡа алмаштырғандар. Туғымға ҡайһы бер ваҡытта махсус шылтыратыу тауышын сығарыу өсөн яҡынса 60—70 тимер йөҙөк беркетелә[2].

Дәфсе уны ике ҡулы менән тотоп, бармаҡтары менән уйнай, ҡайһы бер вакытта бер ҡулы менән тотоп, икенсеһе менән һуға. Әзербайжандарҙың муғам, тәсниф кеүек традицион жанрҙарында дәфне ҡулланыу мөһим. Тар, каманча һәм дәф әзербайжандар музыкаһында муғам триоһын тәшкил итә. Күп осраҡта йырсы бер юлы дәфтә лә уйнай.

Татар сәнғәтендә сағылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тышҡы медиафайлдар

Татар профессиональ музыкаһында дәф тәүге тапҡыр Солтан Ғәбәши 1910-сы йылдарҙа яҙылған мелодрамаларында, һ.б. әҫәрҙәрендә лә урын ала. Алмаз Монасиповтың "Туҡай аһәңдәре" поэмаһында оркестрҙың төп инструменттарының береһе - дәф. Бөгөнгө көндә Геннадий Макаров татар дәфен тергеҙеү өҫтөндә эшләй һәм шулай уҡ был инструментта музыка башҡара [1] [3].