Эстәлеккә күсергә

Дәүер (астрономия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Астрономияла дәүер (бор. юнан. ἐποχή — «туҡтау, тотҡарлыҡ, өҙөлөү, туҡтатыу») — күк есемдәренең астрономик координаталары йәки орбита элементтары билдәләнгән һайланған ваҡыт мәле.

Объекттың күренеш координаталары прецессия һәм нутация, шулай уҡ үҙ хәрәкәте арҡаһында үҙгәрергә мөмкин булғанлыҡтан, координаталарҙы үлсәүҙә уларҙың ниндәй мәлдә үлсәнеүҙәрен иҫәпкә алырға кәрәк[1][2]

Бындай параметрҙарҙың билдәле бер ваҡыт мәлдәрендәге аныҡ ҡиммәттәре объекттың киләсәк ваҡыт мәлдәрендәге координаталарын күҙалларға мөмкинлек бирә: атап әйткәндә, был эфемеридтарҙы (Ҡояш, Ай, планеталар һәм башҡа астрономик объекттарҙың күк координаталары таблицаһы) төҙөү өсөн кәрәк.

Координаталар системаһының үҙгәреүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экватор яҫылығы прецессия арҡаһында, ә эклиптика яҫылығы башҡа планеталарҙан килгән боларыуҙар арҡаһында үҙ урынын үҙгәртә. Был яҫылыҡтар, ярашлы рәүештә, экваториаль һәм эклиптик координаталар системаларын билдәләүҙә ҡулланылалар, ә яҙғы көн менән төн тигеҙлеге нөктәһе — уларҙың ике киҫешкән нөктәләренең береһе, ике системаны билдәләүҙә лә ҡулланыла Был яҫылыҡтарҙың һәм яҙғы көн менән төн тигеҙлегенең урыны билдәләнгән дәүер көн менән төн тигеҙлеге дәүере тип атала[1].

Был сәбәптәр есемдәрҙең үҙ хәрәкәте менән, атап әйткәндә, орбита буйынса, бер нисек тә бәйле түгел. Шуға күрә, мәҫәлән, Ҡояш системаһындағы бәләкәй планеталар өсөн орбита элементтарының барыһы ла һайланған стандарт дәүергә күрһәтелмәй — әлеге ваҡытта был функцияны J2000.0 үтәй. Координаталар системаһын һайлауға бәйле булмағандары ҡайһы берҙә икенсе дәүер өсөн билдәләнә. Орбитаның Кеплер элементтарынан ҡалҡыу төйөнө оҙонлоғо, периүҙәк аргументы һәм ауышлыҡ координаталар һайлауға бәйле — был координаталар стандарт дәүер өсөн күрһәтелә. Ҙур ярымкүсәр, эксцентриситет һәм уртаса аномалия был координаталарға бәйле түгелдәр һәм дөйөм алғанда хәҙерге осорға күрһәтеләләр[3].

Дәүерҙәрҙең иҫкереүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр координаталар системаһы ниндәй ҙә булһа көн менән төн тигеҙлеге дәүеренә билдәләнгән булһа, теорияла уны теләһә күпме ҡулланырға мөмкин, әммә был һәр ваҡыт уңайлы булмаҫ ине. Планета орбиталары башҡа есемдәрҙән килгән боларыуҙар арҡаһында, ә йондоҙҙар координаталары үҙ хәрәкәттәре арҡаһында тотороҡһоҙ. Тимәк, иртәме-һуңмы был параметрҙар билдәле бер дәүер өсөн үлсәүҙәрҙән бик ныҡ айырыласаҡ, һәм уларҙы ҡулланыу мөмкин булмаясаҡ.

Әммә күк механикаһы үҫешеү менән планета орбиталары элементтарының боларыуҙар йоғонтоһонда ниндәй закондар буйынса үҙгәргәне билдәле булды, һәм уларҙы элементтарҙың ваҡытҡа бәйлелек функцияһын полином менән яҡынлаштырып күҙалларға мөмкинлек тыуҙы.

Ҡайһы бер дәүерҙәрҙе башҡа сәбәптәр арҡаһында оҙайлы ваҡыт ҡулланырға тура килә. Мәҫәлән, Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан раҫланған йондоҙлоҡтарҙың сиктәре 1875 йылғы дәүергә иҫәпләнгән, һәм әлегә тиклем үҙгәрмәгән. Шуға күрә, мәҫәлән, планетаның ниндәй йондоҙлоҡта урынлашҡанын аныҡ билдәләү өсөн уның 1875 йылғы дәүер өсөн координаталарын билдәләргә кәрәк[4][5].

Стандарт дәүерҙәрҙең үҙгәреүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стандарт дәүерҙәр ваҡыт үтеү менән иҫкереү сәбәпле, уларҙы ваҡыт-ваҡыт үҙгәртеп торорға һәм координаталарҙы бер дәүерҙән икенсеһенә ҡайтанан иҫәпләргә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта J2000.0 дәүере ҡулланыла, уға 2000 йылдың 1 ғинуары 12:00 TT тап килә. 1976 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы ассамблеяһында был дәүерҙе 1984 йылдан ҡулланырға ҡарар ителә; уға тиклем сиратлап В1875.0, В1900.0 һәм В1950.0 дәүерҙәре ҡулланылған. Координаталарҙы яңынан иҫәпләү уларҙы бөтә объекттар өсөн бер төрлө булған һәм координаталар системаһының төп яҫылығы һәм ундағы иҫәпләү нөктәһе торошона ғына бәйле булған боролош матрицаһына ҡабатлау юлы менән башҡарыла[4][5] .

Терминдың барлыҡҡа килеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Астрономияла иң йыш ҡулланылған экватор һәм эклиптик координаталар системалары яҙғы көн менән төн тигеҙлегенә ҡарата билдәләнә, ул үҙ сиратында Ерҙең әйләнеү күсәре менән уның Кояш тирәһендәге орбитаһының үҙ-ара ориентацияһы менән билдәләнә. Ер күсәренең йүнәлеше үҙгәрә (ярайһы уҡ яй булһа ла), мәҫәлән, прецессия һөҙөмтәһендә. Оҙайлы ваҡыт эсендә был үҙгәрештәр ярайһы уҡ һиҙелә. Мәҫәлән, Гиппарх заманында (беҙҙең эраға тиклем II быуат) яҙғы көн менән төн тигеҙлеге нөктәһе Ҡуҙы йондоҙлоғонда булһа, бөгөн Балыҡтар йондоҙлоғонда урынлашҡан. Шуға күрә төрлө дәүерҙәрҙә эшләнгән күҙәтеүҙәрҙе сағыштырыу өсөн уларҙың ниндәй дәүерҙә эшләнгәнен күрһәтеү зарурлығы тыуа.

  1. 1 2 Жаров В. Е. Сферическая астрономия. — Фрязино: Век 2, 2006. — С. 101—106. — 480 с. — ISBN 5–85099–168–9.
  2. Soop, E. M. Handbook of Geostationary Orbits. — Springer, 1994. ISBN 978-0-7923-3054-7.
  3. Explanation Of Orbital Elements. Дата обращения: 29 апрель 2020. Архивировано 11 ноябрь 2020 года.
  4. 1 2 U.S. Naval Observatory Nautical Almanac Office, Nautical Almanac Office; U.K. Hydrographic Office, H.M. Nautical Almanac Office. Time Scales and Coordinate Systems, 2010 // The Astronomical Almanac for the Year 2010. — U.S. Govt. Printing Office, 2008. — С. B2.
  5. 1 2 Aoki, S.; Soma, M.; Kinoshita, H.; Inoue, K. Conversion matrix of epoch B 1950.0 FK 4-based positions of stars to epoch J 2000.0 positions in accordance with the new IAU resolutions (инг.) // Astronomy and Astrophysics : journal. — 1983. — Т. 128. — № 3. — С. 263—267. ISSN 0004-6361. Bibcode: 1983A&A...128..263AAoki, S.; Soma, M.; Kinoshita, H.; Inoue, K. Conversion matrix of epoch B 1950.0 FK 4-based positions of stars to epoch J 2000.0 positions in accordance with the new IAU resolutions (инг.) // Astronomy and Astrophysics : journal. — 1983. — Т. 128. — № 3. — С. 263—267. ISSN 0004-6361. Bibcode: 1983A&A...128..263A