Дәүләкән иген продукттары комбинаты №1
Дәүләкән иген продукттары комбинаты №1 | |
Ил |
СССР Дәүләкән |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 1932 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Продукция | он һәм Орлоҡ |
Дәүләкән иген продукттары комбинаты № 1, ЯСЙ (1932 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһында урынлашҡан иген культуралары һәм май биреүсе культураларҙы эшкәртеү, орлоҡтарын әҙерләү, һаҡлау һәм аҙыҡ-түлек етештереү предприятиеһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Дәүләкән иген продукттары комбинаты № 1» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте составына ҡалалағы 2-се элеватор (1976), 3-сө элеватор (1989), 4-се тирмән (1982), 5-се (1915), 6-сы (1917) ҡала тирмәндәре һәм 1992 йылда ойошторолған Дәүләкән икмәкханаһы инә.
1-се Дәүләкән иген продукттары комбинаты ЯСЙ:
1932 йылдан алып CCCР-ҙың «Союзхлеб» берекмәһе Башҡорт АССР-ы өлкә контораһының тирмән комбинаты тип атап йөрөтөлә.
1933 йылдан предприятие Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының он тартыу тресы исемендә тора.
1957 − 1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан алып — Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының «Башхлебпродукт» ДУП-ы составындағы предприятие була.
1-се Дәүләкән иген продукттары комбинаты аҙыҡ-тулек сәнәғәтендә күрһәткән юғары уңыштары өсөн 1976 йылда СССРҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
1998 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының «Башхлебоптицепром» ДУАХП-ның бүлендек предприятиеһы тип атала башлай.
2002 йылдан предприятие «Башҡортостан тирмәндәре» ААЙ тип йөрөтөлә.
2002 йылдан алып «Башхлебопродукт» ДУП-ы составынан ДУП булараҡ бүленеп сыға һәм "Башхлебопродукт"тың филиалына әйләнеп китә.
1975 йылдан 1-се Дәүләкән иген продукттары комбинаты тигән исем аҫтында йөрөй.
2008 йылда хәҙерге 1-се Дәүләкән иген продукттары комбинаты ЯСЙ статусын ҡабул итә һәм «Разгуляй» төркөмө ААЙ (Мәскәү) составындағы предприятие булып һанала.
«1-се Дәүләкән иген продукттары комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хәҙерге көндә Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының төп аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларының береһе булып тора. Ул урындағы халыҡты һәм республиканан ситтәге төбәктәрҙе лә аҙыҡ-түлек продукцияһы менән тәьмин итә.
Предприятиеның төп эшмәкәрлеге булып он етештереү һәм уны күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, икмәк бешереү-етештереү производствоһы, игенде келәттәргә һалыу һәм уны һатҡанға тиклем келәттәрҙә һаҡлау, бөртөклө иген культуралары орлоҡтарын эшкәртеү, республикала яҙғы сәсеүҙе сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеү, мал аҙығы әҙерләү, күмәртәләп иген һатыу тора[1].
1-се Дәүләкән иген продукттары комбинаты Башҡортостан Республикаһының милли проекттарында әүҙем ҡатнашыусы аҙыҡ-түлек сәнәғәте предпиятиеһы. Предприятиеның етештергән һәм һатҡан продукцияһы хәҙерге көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәренән башҡа яҡын сит илдәрҙә лә билдәле һәм ҙур һорау менән файҙаланыла.
«1-се Дәүләкән иген продукттары комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Модернизацияланған һәм юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙән торған үҫешкән предприятие[2]
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләкән иген продукттары комбинаты № 1 Дәүләкән ҡалаһынның 22 гектар майҙанын биләп тора. Предприятие өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн уның үҙенең автомобиль һәм тимер юлы бар, етештерелгән продукцияһын халыҡҡа һатыу өсөн магазиндары ойошторолған[3]
Автоматик рәүештә сеймал ҡабул итеү һәм продукцияны ебәреү пункттары эшләй.
Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡаҙанлыҡ бар.
1200 тонна сеймал,150 кубометр үҫемлек майы һыйышлы һаҡлағыстар төҙөлгән.
93 яңы эш урыны булдырылған[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләкән иген продукттары комбинаты №2
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ООО «Давлекановский комбинат хлебопродуктов № 1» — участник национального проекта(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 Онсолар намыҫлы эшләй(недоступная ссылка)
- ↑ ООО «Давлекановский КХП № 1» 2021 йыл 18 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләкән иген продукттары комбинаты №1 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Давлекановский историческо — краеведческий музей. Страницы истории родного края. Мельницы нашего района. Давлеканово − 2005 г. стр.100=103
- Давлекановский комбинат хлебопродуктов № 1