Дәүләтбаевтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтбаевтар

Ағалы-ҡустылы Дәүләтбаевтар (Девлетбаевы) — 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыусылар. Тархандар.

Ағалы-ҡустылы Ишмөхәмәт, Дәүләткилде һәм Ҡонҡас Дәүләтбаевтар — Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары.

Ишмөхәмәт (Ишембәт, Ишмәт) Дәүләтбаев 1662 йылдың көҙөндә Минзәләлә ихтилалды баҫтырыу өсөн ебәрелгән Ҡаҙан воеводаһы кенәз Ф. Ф. Волконскийҙың ғәскәренә ҡушыла. Өфөгә килеп еткәс, Ф. Ф. Волконский Ишмөхәмәт Дәүләтбаев ярҙамында башҡорттарҙы уның алдында ғәйептәрен танырға саҡыра. Һөҙөмтәлә Ҡаҙан һәм Нуғай даруғаларының баш күтәреүселәре ғәйептәрен таный, Ф. Ф. Волконскийҙың приказы буйынса бер нисә юлбашсы (шул иҫәптән Ғәүер Аҡбулатов һәм Үләкәй) язалана, башҡорттар баш күтәреүселәр араһынан абруй менән файҙаланған 40 кешене Өфөгә аманат итеп тапшыра[1].

1663 йылдың яҙында Ишмөхәмәт баш күтәргән башҡорттар яғына сыға һәм Нуғай даруғаһы биләмәһендә баш күтәреүселәр юлбашсыларының береһе булып китә. Өфө һәм Кама аръяғы сиге крепостары янында үҙ отрядтары менән һуғыш хәрәкәттәрен алып бара. 1663 йылдың көҙөнә Нуғай, Ҡаҙан һәм Себер даруғалары баш күтәреүселәренең Өфөгә берлектәге яуы күҙаллана, әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында күрһәтелгән урынға (Ағиҙелдең урта ағымы тирәһе) Себер даруғаһынан Күсем етәкселегендәге отряды килмәй, һәм был план тормошҡа ашмай ҡала. Нуғай даруғаһы башҡорттары көрәште туҡтатырға ҡарар итә, ә Ишмөхәмәт Дәүләтбаев Өфө воеводаһы кенәз А. М. Волконский менән һөйләшеүҙәр алып бара. Һөйләшеүҙәр бер ай тирәһе дауам итә һәм яҡтарҙың үҙ-ара килешеүе, башҡорт илселәрен Мәскәүгә оҙатыу менән тамамлана, ә улары 1664 йылдың февралендә батша грамотаһы менән кире әйләнеп ҡайта. Нуғай даруғаһында ихтилалдар туҡтағандан һуң, Ишмөхәмәт Ҡаҙан даруғаһының баш күтәргән башҡорттары менән тыныс һөйләшеүҙәр үткәреүгә булышлыҡ итә. 1675 йылдың мартында Мәскәүҙә тархан Ишмөхәмәт Дәүләтбаев Нуғай даруғаһы башҡорттарының Ҡырым ханлығына[2] ҡаршы походта ҡатнашасаҡтары тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя.

Дәүләткилде (Дәүәнәй) Дәүләтбаев 1663 йылдың яҙында башҡорт ихтилалына ҡушыла, Ишмөхәмәт Дәүләтбаев менән бергә Өфө янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1664 йылдың мартында ҡустыһы — Ҡонҡас Дәүләтбаев урынына аманатҡа алына, аҙаҡ азат ителә. 1675 йылдың йәйендә Дәүләткилде Дәүләтбаев ҡалмыҡтарға әсиргә төшә.

Ҡонҡас Дәүләтбаев 1662 йылда аманат сифатында Өфөгә ебәрелә, ә 1664 йылда азат ителә. 1675 йылда Мәскәүҙә ағаһы Ишмөхәмәт Дәүләтбаев менән бергә Нуғай даруғаһы башҡорттарының Ҡырым ханлығына ҡаршы походта ҡатнашасаҡтары тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — XVIII вв. — феномен в истории народов Евразии. — Уфа: Китап, 2016. — С. 117. — 376 с. — ISBN 978-5-295-06448-7.
  2. Акманов И. Г. Давлетбаевы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]