Эстәлеккә күсергә

Дәүләтова Камилә Йәүҙәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтова Камилә Йәүҙәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 21 октябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Атакент[d], Мактааральский район[d], Төркөстан өлкәһе, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Дәүләтова Камилә Йәүҙәт ҡыҙы (21 октябрь 1962 йыл) — ғалим-сәйәсмән, комсомол, мәғариф һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары, 2010 йылдан — йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының беренсе урынбаҫары, 2011 йылдан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары, 2014 йылдан — мәғариф министры урынбаҫары; 2016—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының фәнни инновацион эштәр буйынса проректоры. Рәсәй Федерацияһының 4-се саҡырылыш (2003—2007) Дәүләт думаһы депутаты. Сәйәси фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012) һәм Рәсәйҙең 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2007).

Камилә Йәүҙәт ҡыҙы Дәүләтова 1962 йылдың 21 октябрендә Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең Ильич ҡалаһында тыуған.

1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1996—1997 йылдар — Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса идаралығы начальнигы. 1997—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып эшләй.

1998—2000 йылдар — БР Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Йәштәр эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы. 2000—2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйес.

2003—2007 йылдар — Рәсәй Федерацияһының дүртенсе саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты.

2008—2010 йылдар — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары. 2010—2011 йылдар — Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының беренсе урынбаҫары. 2011 йыл — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡара. 2014 йылдан — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2002).
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының «Йәштәр сәйәсәте өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе (2002).
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2002).
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесенең Рәхмәт хаты (2006).
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы (2007).