Дәүләтов Шәйхинур Рамаҙан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтов Шәйхинур Рамаҙан улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 4 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Ҡыҙғау ауылы, Яңы Ҡабан ауыл Советы, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Дәүләтов Шәйхинур Рамаҙан улы (рус. Давлетов Шайхинур Рамазанович; 4 ғинуар 1938 йыл ) — ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе.

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәйхинур Рамаҙан улы Дәүләтов 1938 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Ҡыҙғау ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1955 йылда Үзбәк ССР-ы «Тепломонтаж» тресында монтажсы булып башлай, артабан мастер булып эшләй. 1961—1969 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһында «Башэлектромонтаж» трестында мастер һәм прораб булып эшләй. 1969—1974 йылдарҙа «Арыҫлан» совхозында баш агроном, Краснокама районы ауыл хужалығы идараһында баш агроном. 1974 йылдан «Красный партизан» колхозы рейесе, «Колос» крәҫтиәндәр хужалағы ассоциацияһы советы рәйесе. [1] Краснокама районы 228-се Николо-Берёзовка һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты була, халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, коммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы.[2]

Өйләнгән, ике улы бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]